НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Сафҡа баҫырға әҙерһеңме?

Сафҡа баҫырға әҙерһеңме?


Сафҡа баҫырға әҙерһеңме?Элек әрмегә бармаған егеттәрҙе ҡыҙҙар әҙәмгә һанамаһа, хәҙер сәбәпһеҙгә әрменән ҡасып ҡалып, «аҡ билет» алыу яҡшы эшкә урынлаша алмау менән янай. Эш биреүселәр ҙә хәрби комиссариат менән проб­лема булмаһын өсөн хәрби бурысын үтәмәгәндәрҙе эшкә алыу яғында түгел. Дәүләт учреждениеларында, көс структураларында эшләргә теләге булған егеттәргә әрмегә барыу мотлаҡ.
Бер йыл хәрби хеҙмәт һиҙелмәйсә үтеп китә, барғаның яҡшыраҡ, ти армияның абруйын баһалаған кисәге һалдаттар.
Быйылғы яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылышта республиканан 5,8 мең егет әрме сафына баҫасаҡ.
Көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырылыш менән сағыштырғанда, был 13 процентҡа әҙерәк.

Мәғлүмәттәр электрон вариантҡа күсә

Быйылдан башлап егеттәрҙең үҙҙәренә айырым электрон карталар асыла. Унда буласаҡ һалдаттың фотоһы менән биометрик мәғлүмәттәре: буйы, ауырлығы, аяҡ үлсәме, күҙҙәренең төҫө, ҡан төркөмө, тештәренең төҙөлөшө, хатта башының ниндәй формала булыуы тураһындағы мәғлүмәттәр индереләсәк. Һаулығы, егеттең һөнәре, хәрби хеҙмәткә әҙерлеге, әрмегә китер алдынан ниндәй әйберҙәр бирелеүе хаҡында ла мәғлүмәт туплана. Барлығы документта 58 юл тултырыла. Хәрби етәкселәр үҙәкләштерелгән идара итеү пунктынан полктың, ротаның кемдәрҙән тупланыуын белеп торасаҡ. Шәхси электрон карта, күп сығым талап итһә лә, заман талабына ярашлы документ.

Әрме хеҙмәте – ир-егеттең бурысы

Әрмегә бармаған егеттәргә дәүләт һәм муниципаль органдарға эшкә урынлашыу тик хыял ғына булып ҡаласаҡ. Быйылдан хөкүмәт хәрби хеҙмәтте танырға теләмәүселәрҙең хоҡуҡтарын сикләй башланы. Элек 27 йәш тулыу менән әрмегә бармаһаң да хәрби билет алып булһа, хәҙер «хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы положениеға үҙгәрештәр индерелгәс, был документты алыу өсөн егет ҡайтанан медицина тикшереүе комиссияһы аша үтеп, хәрби комиссариат вәкилдәре уның Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итмәүенең сәбәптәрен асыҡларға тейеш. Әлбиттә, хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәр элек тә булды, буласаҡ та. Үҙегеҙҙең таныштарығыҙ араһынан да шундайҙарҙы иҫләгеҙ әле, кемеһелер аспирантураға инеп, 27 йәше тулғас, уны ташлаған, икенселәре, призыв комиссияларының саҡырыуын инҡар итеп, адрестарын алмаштырып, йәшенеп йөрөгән. Хәҙер хәрбиҙәр ундайҙарҙы асыҡлауға ныҡлап тотонмаҡсы. Интернет селтәрендәге йәмғиәт сайттарында ла бар уларҙың исемдәре, БР Хәрби комиссариаты ла һәр район буйынса әрме хеҙмәте «ҡасҡындар»ының исемлеген булдырған. Әгәр ҙә комиссариат башҡа ведомстволар менән бындайҙар тураһында үҙҙәренең мәғлүмәттәре менән уртаҡлашһа, төрлө органдарҙан справкалар йыя, документтар тултыра башлаһағыҙ, ҡатмарлыҡтар тыуыуын да оноторға ярамай.

Повестка көтмә, килтермәҫтәр…

Быйылғы хәрби хеҙмәткә саҡырылыштың үҙенсәлеге шунда: повестка тапшырыуҙың тәртибе үҙгәрҙе – буласаҡ һалдат уны хәрби комиссариаттан үҙе барып алырға тейеш. Бының өсөн уларға ике аҙна ваҡыт бүленә. Законды үтәмәгәндәрҙе ике йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре бар.

Талаптар еңелләштерелә

Ҡораллы Көстәргә сирле һалдат кәрәкмәһә лә, быйылдан башлап буласаҡ хәрбиҙәрҙең сәләмәтлек торошона ҡарата талаптар бер аҙ еңелләштерелгән. Оҙайлы медицина тикшереүе кәрәккәндә, уны ике хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһына тиклем һуҙырға мөмкин. Һуңғыһында ғына яраҡлылыҡ категорияһы бирелә. Ауырыуҙар буйынса хәрби бурыстан сикләүҙәр биреү расписаниеһында ла быйыл 1 ғи­нуарҙан үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер II дәрәжә артроз, II дәрәжә яҫы табанлылыҡ, хәрәкәт итеү функцияһында үҙгәрештәр булмағанда бәләкәй һөйәктәрҙең киҫкен синтезы, күҙ селтәренең периферик дистрофияһы диагнозы менән әрмегә аласаҡтар.
Әгәр ҙә хәрби-табип комиссияһының эше, уларҙың һығымтаһы менән риза булмаһағыҙ, хоҡуҡ һағында тороусыларға ҡыйыу мөрәжәғәт итегеҙ. БР Хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау комитеты, Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе лә эшләй. РФ Йәмәғәт палатаһы ағзалары яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡытында 8800-700-8-800 телефоны буйынса (Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай) һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙер.

Сығыу ваҡыты 25-04-2014, 07:08 | Ҡаранылар: 624
|
  • Әрмегә ҡағылышлы һорауҙарың булһа - шылтырат!
  • Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?
  • Әрмелә булмаһаң, чи­новник булырға хыялланма ла
  • Ғилми ротала хеҙмәт итеүгә беренсе призывник ебәрелде
  • «Өфө» исемле хәрби карап буласаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM