НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Үлем көтмәгәндә килә

Үлем көтмәгәндә килә


Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Ҡайҙалыр ашыға-ашыға юл тотҡанда, кемделер уйламаҫтан рәнйеткәндә, рәхәтләнеп күңел асҡанда ла беребеҙ ҙә, ошо көнөбөҙ, ошо сәғәтебеҙ һуңғыһы булыр, тип уйланмай. Күптәр, мәңге йәшәрҙәй булып, танауын өҫкә сөйөп йөрөй-йөрөй ҙә, башына бәлә төшкәс, йә ауырыу аяҡтан йыҡҡас ҡына уйлана башлай, тәүбә, доға хаҡында иҫенә төшөрә. Ә үлем бит ауырыу менән генә килмәй. Уның көтмәгәндә, уйламағанда ишегеңде ҡағыуы бар.

Күптәр: “Мин ҡартайып, хаҡлы ялға сыҡҡас, намаҙ уҡый башлайым”, – тип әйтергә ярата. Әйтерһең дә, уларҙың ҡулына кемдер пенсияға тиклем ғүмер итеү гарантияһын тотторған. Донъяла бит күпме һәләкәт, фажиғә булып тора. Уйнап-көлөп йөрөгән еренән, көтмәгәндә уйламаған хәлдәр килеп сығып, йәп-йәш кешенең дә ғүмере менән хушлашыуы мөмкин. Бәләне бит бер кем һорап алмай. Ниндәйҙер ҡаты ауырыу ғына үлем яҡынлашыуы хаҡында иҫкәртмәй шул. Бөгөн һап-һау көйө, биш йыллыҡ пландар ҡороп, үлем хаҡында уйлап та бирмәй йөрөгән кешенең иртәгә ҡәбер ҡуйынына инеп ятыуы мөмкин. Шул арҡала күпме кеше тәүбә хаҡында уйлап та бирмәй, гонаһҡа батып ғүмер итә, мәңге йәшәрҙәй булып донъя йыя.
Тәҡдиренән бер кем дә ҡасып ҡотола алмай. Йөҙ йәшкә етергә йыйынған кеше лә ғүмеренең күкрәп сәскә атыр мәлендә баҡыйлыҡҡа китеп барырға мөмкин. Үлемдең ҡасан, ниндәй шарттарҙа килеүе хаҡында бер кемгә лә билдәле түгел. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: “Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, хатта бейек манараларҙа булһағыҙ ҙа, үлем һеҙҙе табыр” (“Ән-Нисә”, 78). Ә хәҙистә инде шулай бәйән ителә: “Был донъяла сит кеше йәки осраҡлы ғына килеп сыҡҡан юлсы кеүек йәшә. Әгәр ҙә кискә тиклем йәшәһәгеҙ, иртәнсәк тере булам тип, буш хыялдарға бирелмәгеҙ. Иртәнсәккә тиклем йәшәһәгеҙ, кискә тиклем тере ҡалыуығыҙға ныҡ ышанмағыҙ. Сәләмәтле­гегеҙҙән ауырыу иҫәбен алығыҙ, ә ғүмерегеҙҙән – үлем иҫәбен”.
Икенсе ҡитғаларға, Ер шарының бер нөктәһенән икенсеһенә китеп тә, үлемдән ҡасып ҡотолоп булмай. Кеше фажиғәле урында булып та имен-аман ҡалырға, тып-тыныс урында йәшәп тә ҡапыл донъя менән хушлашырға мөмкин. Шулай бер көн Сөләймән бәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) йыйылыш алып барған саҡта унда Үлем фәрештәһе лә булған. Йыйылыш барышында ул текләп-текләп Сөләймәндең ярҙамсыһына ҡарап тик ултырған. Үлем фәрештәһе ҡуҙғалып киткәс, ярҙамсыһы Сөләймәндән: “Кем булды һуң был?” – тип һораған. Ул: “Үлем фәрештәһе”, – тип яуап биргән. Баҙап ҡалған ярҙамсыһы: “Ул минең йәнемде алырға теләй, күрәһең. Һиндостанға илтеп ҡуй әле мине”, – тип үтенгән. Сөләймән (ғәләйһис-сәләм) елгә ярҙамсыһын Һиндостанға илтеп ҡуйырға бойорған. Иртәгәһенә Үлем фәрештәһе тағы килеп еткәс: “Нишләп минең ярҙамсыма шул тиклем оҙаҡ ҡараның?” – тип һораған. Үлем фәрештәһе уға: “Миңә уның йәнен Һиндостанда алырға ҡушылғайны, ә ул һинең яныңда ултыра. Шуға күрә, ул нисек Һиндостанға барып етер икән, тип аптыран­ғайным”, – тип яуаплай.
Һәр ваҡыт ниндәйҙер боҙоҡлоҡ эшләр, кемделер рәнйетер, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырыр алдынан бер мәлдә барлыҡ рәхәтлектәрҙе емереп ташлар үлем хаҡында иҫкә төшөрһәк ине.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.

Сығыу ваҡыты 11-04-2014, 04:18 | Ҡаранылар: 742
|
  • Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр…
  • Бер көндә – ике үлем
  • Тапҡан ризығығыҙ хәләл булһын!
  • Һәр ваҡыт Алланы иҫеңә төшөр
  • Был аҙнала беҙҙе йылмайтты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM