НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫма

Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫма


Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫма
“Пионер”ҙы уҡымай үҫкән кеше бармы икән?! Юҡтыр. Зама­нында бөтөн Башҡортостан буйлап 40 000 тираж менән тарал­ған журнал һәр башҡорт ғаиләһенең өйөндә булғандыр ул. Бынан 85 йыл элек, 1929 йылдың мартында, Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариаты мәктәп йәшендәге балалар өсөн башҡорт телендә яңы журнал баҫтырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Журналдың тәүге һаны латин телендә нәшер ителә һәм “Kerpe” (“Терпе”) исемен ала. Был шул осорҙа Корней Чуковский, Самуил Маршак тарафынан ойошторолған “Еж” балалар журналына оҡшатып эшләнелә. Әммә бер йылдан һуң, 1930 йылда журналға “Пионер” тигән яңы исем ҡушалар, ә мөхәррире итеп шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәй Мөхәмәтйәров тәғәйенләнә.
Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫма“Пионер”ҙың тәүге һаны уҡ төҫлө итеп баҫтырыла. Был, һис һүҙһеҙ, редакция хеҙмәткәрҙәренең дә, ил етәкселегенең дә киләсәк быуынды тәрбиәләүгә биргән оло иғтибары сағылышы. Айына бер тапҡыр баҫылған журнал материалдарын балалар әле булһа ла ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ. Әлбиттә, төп идеяһын – коммунистик идеяны балаларға еткереү, уларҙан ысын совет кешеһе яһау тип ҡуйған журнал редакцияһынан был бик күп көс талап итә. Шунлыҡтандыр уның мөхәррирҙәре лә йыш алмашына.
“Пионер” – Башҡортостандың башҡорт телле баҫмалары араһында уникаль күренеш. Сөнки ул хатта ХХ быуаттың 30-сы йылдарында, мәктәптәрҙә башҡорт телле дәреслектәр булмаған осорҙа, журнал-дәреслек булып та донъя күрә. Уҡытыусылар унда сыҡҡан материалдарҙы дәрестәрендә файҙаланып балаларға белем бирә. Хәйер, был традицияның бөгөн дә дауам итеүен әйтеп китеү дөрөҫ булыр: әлеге “Аманат”тың “Башҡорт тарихы”, “Башҡортостан ҡоштары”, “Тәбиғәткә асыҡ тәҙрә”, “Һабаҡ”, “Мөғжизәле донъя” рубрикаларында сыҡҡан мәҡәләләрҙе уҡытыусылар ҙа ҡуллана. Шуның менән журналды яҙҙырыусылар араһында балалар ғына түгел, ә бихисап оло йәштәге кеше булыуы ла аңлашыла.
Республика балалар-үҫмерҙәр журналының 85 йыл дауам иткән тарихындағы ҡаҙаныштарын һанай башлаһаң, көн дә етмәҫ, әммә һуңғы биш йылда улар байтаҡ: Башҡор­тостан Республикаһының башҡорт телле республика баҫмалары араһынан беренсе булып Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мифтахет­дин Аҡмул­ла исемендәге, Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн “Алтын Урал” халыҡ ижады премияларына, тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Башҡортос­тандың ҡырағай хайуандарын һаҡлау фонды тарафынан булдырылған “Урман рыцары” титулына лайыҡ булды. Бынан тыш, “Аманат”тың ысын мәғәнәһендә башҡорт мәҙәниәте титандарын үҫтереп, уларға ҡанат ҡуйып ебәреүен дә әйтеп үтмәй булмай. Сөнки Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим “Пионер”ҙа эшләп киткән осоро хаҡында бер ҡасан да онотманы һәм үҙенең ижади үҫешенә журналдың йоғонтоһо ифрат ҙур булыуын әйтә килде. Баҫма биттәрендә башҡорт әҙәбиәте классиктары Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Әнүәр Бикчәнтәев, Йософ Гәрәй, Рәйес Ғабдрахманов, Кирәй Мәргән, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рама­занов, Хәким Ғиләжев, Фәрит Иҫәнғолов, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхим­ғолова, Әмир Гәрәев, Абдулхаҡ Игебаев, Шакир Янбаев, Рауил Бикбаев, Рәшит Сол­тан­гәрәев, Рауил Шаммасов, Сафуан Әлибаев, Гөлфиә Юны­сованың әҫәр­ҙәре йыш күренде. Ә бөгөн, ҡасандыр “Йәш хәбәрсе” танытмаһын алған унынсы класс уҡыу­сыһы, Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән йәш һәм өмөтлө шағирә Зарина Бағышаева, Баш­ҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, редакциябыҙҙа ең һыҙғанып эшләп йөрөй.
Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫмаӘлбиттә, журнал хаҡында һүҙ йөрөткәндә, уның етәксеһе булып бөтә күңелен һалып, янып эшләгән мөхәррирҙәре хаҡында ла әйтеп китмәйенсә булмай. Тәүге мөхәррире итеп 1929 йылда Хәй Мөхәмәтйәров тәғәйенләнһә, унан килә төрлө ваҡыттарҙа Ф. Тимер­ғазин, З. Биишева, А. Урманов, Ю. Гәрәев, М. Мөслимов, А. Әминев, Х Әсәҙуллин, В. Нафиҡов, Ғ. Ғө­зәйеров, Р. Күлбаева, А. Ихсанов, Н. Ти­машев, Ш. Бикҡолов, Р. Зарипов, М. Кәримов, Д. Бүләков, Д. Ғаб­дуллин, Ю. Кәримов, К. Яйыҡбаев, Н. Мәһәҙиев та “Аманат”тың баш мөхәррире вазифаһын биләй. Шул иҫәптән “Йәшлек” гәзитенең әлеге баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Артур Хәсән улы Дәүләтбәков та 2002 – 2006 йыл­дар­ҙа журналдың етәксеһе яуап­лылығын иңендә күтәреп килә һәм бөгөнгәсә тир түккән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡор­тостан Рес­публикаһының мәғариф алдынғыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте премияһы лауреаты Сәлмән Шә­кирйән улы Ярмуллинға тапшыра.
“Аманат” заман менән бергә атлай, ә ҡайһы саҡ алдараҡ та... Әлеге ваҡытта журналдың интернет селтәрендә рәсми сайты, “Бәй­ләнештә”, “Фейсбук” социаль селтәрҙәрендә әүҙем эшләп килгән биттәре бар. Унда даими рәүештә бөтөн республика кимәлендәге конкурс-ярыштар уҙып тора. Шулай уҡ журналды Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә яҙҙырыу мөмкинлеге булыуын айырыуса телгә алып китергә кәрәктер. Сөнки “Аманат”ты хатта Дағстан Рес­публикаһында, Алыҫ Көнсығыш өлкәләрендә лә утыҙға яҡын дана алдыралар. Беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, мәҡәләләрен ебәрәләр. Уңыштарыбыҙҙы уртаҡлашалар.
Бөгөнгө “Аманат” – һеҙ бала сағығыҙҙа яратып уҡыған “Пионер” журналы юлын дауам итеүсе. Йәш йөрәктәрҙә ижад осҡонон тоҡандырыусы. Ҡыйыуһыҙ ғына ҡәләм тибрәтеүселәргә ҡанат ҡуйыусы.
Әйткәндәй, 1 апрелдән 2014 йылдың 2-се яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башлана. Үҙегеҙгә “Йәшлек”те яҙҙырғанда балаларығыҙға, туғандарығыҙға “Аманат” кәрәклеген дә онотмаһағыҙ ине.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 232 һум 90 тин. Шул уҡ ваҡытта хәҙер почтанан үҙең килеп алыу шарты менән яҙылырға мөмкин. Ул сағында яҙылыу хаҡы 175 һум 20 тин, йәғни 1-се ярты йыллыҡтыҡынан да кәмерәк була.

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.

Сығыу ваҡыты 28-03-2014, 14:23 | Ҡаранылар: 606
|
  • Йәштәр театры тәҡдим итә
  • Бабич рухы – беҙҙең йөрәктәрҙә
  • Шағир һүҙе мәртәбәле
  • Гәзит-журналһыҙ йорт – тәҙрәһеҙ бүлмә
  • Милләттәштәр телдәрен онотмаҫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM