НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ялған донъя яндыра

Ялған донъя яндыра


Ялған донъя яндыраЕгетем интернет уйындары менән ныҡ мауыға. Ҡасандыр ул мине осрашыуҙарға саҡырып, романтик бүләктәр бирә, сюрприздар яһай торғайны. Ә хәҙер барлыҡ буш ваҡытын интернетта уҙғара. Ашау-эсеүҙән яҙҙы, телевизор ҡарамай, өҫ-башына иғтибар итмәй, дуҫтары, минең менән телефондан һөйләшергә ваҡыты ла юҡ тиерлек. Иртән күҙен асыуға иң беренсе ноутбугын ҡабыҙа, социаль селтәрҙәргә инеп сыға, уйын сайтына инеп, тиҙ-тиҙ генә уйнап ала. Арлы-бирле ҡапҡылай һәм эшкә саба, ә эшендә тағы компьютер, тағы интернет. Эше йүнләп бармай, етәкселектән шелтә алған.
Уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ҡараным, был сир, унан ҡотолоу юлын эҙләйек, тип инәлдем. Бер-ике сәғәт интернетҡа инмәй торһам, барыһына асыуым килә, нервым ҡуҙғала, ти ул. Был бит психик ауырыу тигән һүҙ, нисек итеп һөйгәнемде интернет ҡоллоғонан ҡотҡарырға?
Гөлнара.

Интернеттан үҙеңә файҙалы, кәрәкле әйбер эҙләп ултырыу менән интернет бәйлелеккә эләгеү – икеһе ике төрлө күренеш. Европа илдәрендә күптән инде интернет бәйлелектән дауалау өсөн махсус үҙәктәр эшләп килә. Тик беҙҙә, айырым психологтарҙы иҫәпләмәгәндә, бының менән шөғөлләнеүсе ойошмалар юҡ. Олоһона ла, кесеһенә лә зыяны бар – кеше ваҡыт төшөнсәһен юғалта (5 – 7 сәғәт уның өсөн бер минут кеүек тойола), монитор күҙҙәрҙе бөтөрә, умыртҡа һөйәге кәкрәйә, быуын­дар­ға тоҙ ултыра, хәтер насарая, йоҡоһоҙлоҡ интектерә. Кеше реаль донъянан ситләшә, уны уйындар ғына ҡыҙыҡһындыра. Сөнки уйында еңеү шатлығы уны күккә күтәрә һәм бушҡа сарыф ителгән ваҡыты йәл булыуҙан туҡтай.
Онлайн-уйындар бөгөн күптәр­ҙең тормошонда мөһим урын алып тора, был шәхестәр аралашыу һәм ялдың виртуаль формаларына күсә. Алкоголикты, тәмәкесене, наркоманды дауалап буламы? Булһа, ундан береһен булалыр. Гөлнара­ның егете ошо ундан берәү тип уйлаһаҡ, һауығырға теләге булһа, уға түбәндәге кәңәштәрҙе бирергә мөмкин.
Компьютерҙан арына алмаған кешегә будильник ҡуйырға кәрәк. Тәүҙә – 20 – 30, һуңынан 10 – 15 минут һайын тәнәфес яһап алығыҙ. Таныш-белештәрегеҙгә виртуаль открытка ебәреп ултырғансы, улар менән телефондан һөйләшеүҙе ғәҙәткә әйләндерегеҙ. Кеше менән йәнле һөйләшеү һеҙҙе ысынбарлыҡ донъяға ҡайтарып, ыңғай хистәр тыуҙырыр. Яңылыҡтарҙы гәзиттән уҡып белергә тырышығыҙ. Дөрөҫ, һеҙҙең өсөн гәзиттәге яңылыҡтар иҫкергән булыр, әммә матбуғатта уйландырырлыҡ берәй яҙма булмай ҡалмай. Был мәҡәлә хаҡында фекерегеҙҙе башҡалар менән уртаҡлашығыҙ.
Бала саҡта ниндәй хыялдарығыҙ бар ине, уйлап ҡарағыҙ әле. Тормошҡа ашмаған фантазияларығыҙҙы, тамамланмаған эштәрҙе башҡарыр, уҡырға ваҡыт етмәгән китаптарҙы уҡыр өсөн иң уңайлы осор килеп тыуған икән! Булмаған донъя­ла ултырып, ваҡытығыҙҙы уҙғарғансы, кәрәкле, файҙалы эш менән шөғөлләнһәгеҙ, сәләмәтлегегеҙгә, ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға иғтибар бүлһәгеҙ, улар һеҙгә үҙ хәстәрен бүләк итер, ул саҡта үҙегеҙҙе күпкә ышаныслыраҡ тойор­һоғоҙ.
Уйланығыҙ, тормошобоҙға ин­тер­нет ингәнсе кешеләр нисек йәшәне икән? Аллаға шөкөр, тормош алға барған, халыҡ үҙ-ара аралашҡан. Аң-белем туплағандар, балалар тыуған, үҫкән. Тимәк, һеҙ ҙә компьютерһыҙ, уйын донъяһынан тыш йәшәй алаһығыҙ. Үҙегеҙҙең ялған тормошта йәшәүегеҙҙе танығыҙ һәм ҡол булыуҙан туҡтағыҙ. Ысын тормош күпкә матурыраҡ һәм мәғәнәлерәк бит.

М. ТАТЛЫБАЕВА.

Сығыу ваҡыты 14-03-2014, 06:16 | Ҡаранылар: 702
|
  • “Бөтә донъя үрмәксе ауы”на ҡарашығыҙ нисек?
  • Көнөнә нисә сәғәт ваҡытығыҙҙы интернетҡа сарыф итәһегеҙ?
  • Виртуаль донъя
  • Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM