RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхетле булырға тырыш

14.03.2014 Бәхетле булырға тырыш

(“Бар ғүмерем үтте туҡмалып“,“Йәшлек“, №2, 17 ғинуар, 2014 йыл)
“Йәшлек”тә иренән туҡмалып йәшәгән ҡатын тураһындағы мәҡәләне уҡығас, күңелдә ауыр тойғолар ҡалды. Холоҡһоҙ ирҙең ҡыланыштары бер сиккә лә һыймай, әлбиттә. Ул кешенең үҙен тотоп ҡайыҙларға ине. Ҡайһы бер ирҙәр, шулай ҡаты тотҡанда ғына ҡатындар күндәм була, тип яңылыша. Көслө булғас, үҙе кеүек ир-ат менән һуғышып ҡараһын. Бәлки, шул саҡ ауыртыуҙың ни икәнен аңлар. 18 йәшлек кенә сәскәләй ҡыҙҙы кәләш итеп алғас, ҡыуанып ҡына уның мөхәббәтен яуларға тырышыу урынына харап итә яҙған бит.
Йәберләнеп йәшәгән ҡатынды йыуатып, шуны әйткем килә. Ғүмереңде Хоҙай һаҡлаған икән, уға рәхмәт уҡы, доға ҡыл, һаулығыңдың ныҡлы булғанына ҡыуан.
Шундай хәлдә йәшәгәс, ҡотоң да алынып бөткәндер, үҙеңә ҡот ҡойҙор. Көн һайын Аллаға рәхмәт һүҙҙәреңде еткереп, күп тапҡырҙар “Аллаһу әкбәр”ҙе ҡабатлап йөрө. Хоҙай рәхмәт әйтеүсегә бәхет, тыныслыҡ, муллыҡ бирер, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.
Иң мөһиме, әсәйеңде ғәфү ит, уның рухына арнап, хәйер бир, доға уҡыт. Әсәйең, йәшләй генә кейәүгә биреп, бәлки, һине үҙе иҫән саҡта башлы-күҙле итергә уйлағандыр. Балаларыңды күреп, тәрбиәләшеп ҡалырға тырышҡандыр. Иреңдең шулай булырын ул ҡайҙан белһен? Кешенең холҡон эсен ярып ҡарап белеп булмай шул.
Уй-теләктәреңде яйға һал. Мәҫәлән, “ирем ҡасан тороп туҡмай башлар” тип көтөп ултырыу һис дөрөҫ түгел. Киреһенсә, “бөгөнгө көнөм, төнөм тыныслыҡта үтһен ине” тип, ыңғай теләктә бул.
Хоҙайҙан, түҙемлектән тыш, ярҙам, яҡлау һора. “Аятел-көрси” доғаһын көн һайын уҡы. Ирең өйҙә юҡта үҙеңде нығыраҡ ҡара, йылмай. Тик яҡшы уйҙа ғына йөрө. “Иҫереп ҡайтмаһа ярар ине”, – тиер урынға: “Айныҡ ҡына, матур ғына ҡайтһын ине”, – тип телә. Йылмайыуҙы ғәҙәтеңә индер. Ундай кешене ташлап ҡына китергә кәрәк, тип кәңәш биргән “Йәшлек”кә фекерҙәрен еткереүселәр. Әммә ир кеше шул тиклем ҡурҡытҡан хәлдә ниндәй ҙә булһа етди ҡарарға килеү бик тә ауыр. Ундай кеше янында хатта сөскөрөүе лә ҡурҡыныс тойола.
Кәңәшкә мохтаж сағыңда күңелгә ятышлыһын тыңлағы килә. Күрше-тирәгә һөйләһәң, йәлләүҙән ары уҙмайҙар. Мин үҙемә ярашлы кәңәштәрҙе гәзит-журналдан эҙләп бер булдым. “Башҡортостан ҡыҙы”ның 2010 йылдағы ғинуар һанында “Хыялды ысынбарлыҡҡа әйләндереү”, “Шоңҡар”ҙың 2011 йылдағы ғинуар һанында “Хыялдар тормошҡа аша” тигән мәҡәләләр күңелгә хуш килде. Надежда Правдинаның психология буйынса яҙылған китаптарын уҡырға кәңәш итәләр. “Я привлекаю успех” тигәнен уҡығайным. Ул китап магазиндарында бар. Шул китаптағы бер кәңәш оҡшағайны. “Берәйһе менән арағыҙ насар булһа, уны күҙ алдына баҫтырып, ғәфү үтендереп, уның үҙен дә ысын күңелдән ғәфү итегеҙ. Үҙегеҙ ҙә унан ғәфү үтенегеҙ. Арағыҙ яҡшырғанын һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ“, – тиелгән.
Үҙем дә тынысланыуыма бик шатмын. Күңелемә яҡшы булғанда башҡаларҙың да хәлен яҡшыртҡым килә. Барыһы ла үҙеңдән тора, тигән һүҙҙәргә ҡарата мин дә тәүҙәрәк, һөйләйҙәр инде, яҡшы иргә тура киләләр ҙә, тип уйлай инем.
Балаларыңдың да киләсәген һәйбәт итеп күҙ алдына килтер, уларға арнап доғалар уҡы, матур теләктәр әйт. Үҙҙәрен дә тынысландыр. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла яҡшы булыр, тип йыш ҡабатла. Улыңды ла ғаилә яҡлаусыһы, ярҙамсың итеп күр.
Һин бит барыһын да кире итеп күреп өйрәнгәнһең. Төҙәл, һаулығыңды уйла, бәхетле, ҡәҙерле булырға тырыш.
Яҡшы кәйефтә булып, яҡшы теләктәр генә әйтеп йөрөһәң, өйөңә лә, үҙеңә лә, балаларыңа ла бәхет үҙе ишек шаҡып килеп инер.
Мин үҙем ныҡ ҡурҡҡан саҡтарымда кеҫәмә бәләкәй генә “Көн дә кәрәкле доғалар” китабын һалып ала инем. Доғаларҙы ятлап булғандарын – яттан, булмағандарын китаптан уҡыйым.
Кәңәшкә мохтаж был ҡатын хәлендәгеләр бер ул ғына түгелдер. Һәр ауылда ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы йәберләгән ирҙән яҡлай алырлыҡ ойошмалар булһын ине ул. Элек ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙем эшләгән саҡтар булған да бит, хәҙер улар юҡ.

Әлфиә.
Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”