RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Режиссер ҙа ул, йырсы ла, бейеүсе лә

07.03.2014 Режиссер ҙа ул, йырсы ла, бейеүсе лә

Режиссер ҙа ул, йырсы ла, бейеүсе лә Көйөргәҙе район мәҙәниәт йортонда сағыу сара ойоштороуға район мәҙәниәт бүлеге методисы, «Аҡбуҙат» балалар фольклор ансамбле режиссеры Йәмилә Рамазанова ҙур тырышлыҡ һала, ул «Айым» балалар театрын да етәкләй
Матур тәбиғәтле Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында тыуып үҫкән, 9 йәштә генә әсәһен юғалтҡан Йәмилә өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаған, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған атаһы йоғонтоһонда тәрбиәләнә. Урман хужалығында сайыр йыйыу­сы булып эшләгән Сабир ағай уны йыш ҡына урманға үҙе менән бергә ала. Ул ҡыҙын тәбиғәт менән аралаштыра, башҡорт халыҡ йырҙарының, көйҙәренең тарихы менән таныштыра. Бәлки, тап ошо йылдарҙа ҡыҙҙың күңелендә халыҡ ижадына ҡарата һөйөү уянғандыр. Шуға ла мәктәптә уҡыған йылдарҙа Йәмилә уҡыу йортоноң, ауылдың үҙешмәкәр түңәрәктәрендә халыҡ алдында тәүге йыр, бейеүҙәрен башҡара, шиғырҙар һөйләй, «хромка» гармуны менән сығыш яһай, оҫталығын камиллаштыра. Бәләкәйҙән үк саңғыла йөрөй, волейбол, дзю-до түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Ҡыҙ бер нисә тапҡыр саңғы ярышы буйынса район чемпионы исеменә лайыҡ була.
Шулай ҙа сәнғәткә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режиссерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға килтерә. 1995 йылда уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Көйөргәҙе районының Илкәнәй мәҙәниәт йортонда директор вазифаһында башлай. Бында бер аҙ уңышлы эшләгәс, йәш ғаилә, тормош сәбәптәренә бәйле, Күмертау ҡалаһына күсеп килә. Йәмилә Сабир ҡыҙы «Дуҫлыҡ» мәҙәни-методик үҙәгенә халыҡ ижады буйынса методист булып урынлаша. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, фольклорын яҡын күргән, уны артабан үҫтереү теләге менән янған ҡатын ең һыҙғанып үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарҙы бойомға ашырыуға тотона. Уның дәрте менән быға тиклем дә тамашасыларҙы сағыу сығыштары менән һоҡландырған Кинйә Арыҫланов исемендәге ололар фольклор коллективы оҫталығын күтәрә, балаларҙың ижади төркөмдәре лә яңы үрҙәр яулай.
балалар ижадын үҫтереү маҡсатында 2002 йылда Йәмилә Рамазанованы Көйөргәҙе районының «Йәшлек» мәҙәниәт һарайына эшкә саҡыралар. Ҡыҫҡа ваҡыт арауығында уның тырышлығы, әрһеҙлеге менән «Аҡбуҙат» башҡорт балалар төркөмө һәм «Айым» башҡорт балалар театры ойошторола. Төп халыҡ әллә ни күп йәшәмәгән ауылда туған телдә эшләгән коллективтарға балалар һәм үҫмерҙәр туплау, уларҙың эшмәкәрлеген башлап ебәреү еңелдән булмай. Ләкин ауырлыҡтарҙан әллә ни ҡурҡмаған, халыҡ ижадына мөкиббән киткән режиссер Йәмилә Рамазанова район хакимиәте етәкселеге, уның мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән проблемаларҙы хәл итә. Тырышлыҡ, балалар менән шәхсән шөғөлләнеү үҙ емештәрен бирә. «Айым» театр студияһы үҙенең репертуарын һәр саҡ яңырта, уға яңынан-яңы спектаклдәр өҫтәлә. Унда Зөһрә Фәйзуллинаның «Сал Уралым – мөғжизә иле», Сәрүәр Суринаның «Аҫыл йөрәк» әҫәрҙәре, «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр ныҡлы урын алған. Йәш сәхнә оҫталары шулай уҡ Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин кеүек күренекле яҙыусыларҙың ижадына ла мөрәжәғәт итә.
Район кимәлендә бына бер нисә йыл инде ауылдарҙа Й. Рамазанова булышлығында 5 – 8 йәшлек балалар араһында «Көйөргәҙе ыласыны» һәм «Көйөргәҙе ынйыҡайы» конкурстары ойошторола.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, Йәмилә Рамазанова бынан ике йыл элек ситтән тороп БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамланы. Йәмиләнең ҙур ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс менән әйтеүенсә, уға белем эстәү йылдарында билдәле тел ғалимы, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәновтан башҡорт халыҡ ижады буйынса бай йөкмәткеле дәрестәр алыу бәхете тейгән. Ошо белем, алған мәғлүмәттәр уға балалар фольклоры буйынса көндәлек эшендә бик тә ярҙам итә икән.
Аллаһы Тәғәлә уға талантты йомарт биргән. Йәмилә районда оҫта йырсы, бейеүсе, шиғырҙар яҙыусы булараҡ та билдәле, улдары Илнур һәм Илшат та туған телдә матур йырлай, ҡурайҙа оҫта уйнай, өҙҙөрөп бейей.
Әлбиттә, мәҙәниәт өлкәһендә районда бөтәһе лә ал да гөл түгел. Йәмилә Сабир ҡыҙының фекеренсә, мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәренең эш хаҡын күтәреү, торлаҡлы булыуҙа ярҙам итеү – иң киҫкен мәсьәләләр. Ауыл клубтарында, мәҙәниәт йорттарында махсус белемле белгестәр етмәй, уларҙың ҙур ғына өлөшөндә вазифаларҙы пенсия йәшендәгеләр биләй. Клуб учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу ҙа заман талабы булып тора.
Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Илдә, республикала иғлан ителгән мәҙәниәт йылында үрҙә килтерелгән проблемаларҙы хәл итеүҙә ыңғай үҙгәрештәр булыр, тип ышана Йәмилә һеңлекәш.

Урал ҠӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”