RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ әсәйгә мәңгелек бурыслыбыҙ

07.03.2014 Беҙ әсәйгә мәңгелек бурыслыбыҙ

Беҙ әсәйгә мәңгелек бурыслыбыҙБыл донъяла иң яҡын кеше әсәй икәнен бөтәһе лә – яңы тыуған сабыйҙан алып йөҙйәшәр аҡһаҡалға хәтлем белә. Әсәләр тураһында иҫәпһеҙ-хисапһыҙ әҫәр ижад ителгән. Һәр кем был илаһи затты үҙенсә ярата һәм дә яратыуын да үҙенсә белдерә.

Бала сағы хозур тәбиғәт ҡосағында, аҡ ҡайынлы Әсебейек тауы итәгендә матур-матур сәскәләр, ҡып-ҡыҙыл еләктәр йыйып үткән, сылтырап аҡҡан Саҡмағош шишмәһенең шифалы һыуын эсеп үҫкән. Әсәйебеҙҙең атаһы Ирғәле олатай оҫта ҡуллы була. Арба, сана эшләй, тәгәрмәстәр бөгә. Ислам дине ҡанундарын еренә еткереп үтәй. Халҡының киләсәген уйлап, улдарына – Солтанғәле, Шаһағәле, ҡыҙҙарына Үлмәҫбикә, Ынйыбикә, Алмабикә тип матур исемдәр ҡуша. Әсәйебеҙ, ваҡыты еткәс, халҡыбыҙҙың йолаларына ярашлы, тау артында ятҡан Ниғәмәт ауылына килен булып төшә. Улар, атайыбыҙ Нуретдин Хәлфетдин улы менән иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк булып оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерә. Әлбиттә, донъя көткәндә бөтәһе лә була. Шау сәскәле йәмле йәйҙәрҙе ҡарлы-буранлы һалҡын ҡыштар алмаштыр­ған һымаҡ, шатлыҡтар артынан ҡайғылар ҙа килә. Бик күп ҡорбан, емереклек, аслыҡ-ялан­ғаслыҡ килтергән оло һуғыштың яралары әле уңалып бөтмәгән. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ тәүҙә Һаҡмар һәм Таулы йылғалары араһындағы Тамаҡ урамында, ҡартатайҙарыбыҙҙа йәшәй. Бар яҡтан да оҫта булған атайыбыҙ тиҙ арала үҙҙәренә айырым йорт төҙөп, башҡа сығалар. Атайыбыҙ ҡара яҙҙан ҡара көҙгә хәтлем дөйөм хужалыҡтың баҫыу-ҡырҙарында тир түгә. Ә ҡышҡыһын ал-ял белмәй, хужалыҡтың тимер-томорон иретеп йәбештерә, йүнәтә. Әсәйебеҙ менән ун балаға ғүмер бүләк итәләр. Ете ир-егет һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Барыһын да ауыл мәктәбендә уҡыталар һәм үҙҙәре теләгән һөнәрҙәрен алырға мөмкинлек булдыралар. Беҙ үҫкәндә йылы ҡуйындарына һыйынып, татлы-тәмле кәнфиттәр һурып ултырырлыҡ, матур-матур әкиәттәр һөйләүсе олатай-өләсәйҙәребеҙ булманы. Уларҙың барыһын да әсәйебеҙ алмаштырҙы. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, береһенән-береһе бәләкәй илаҡ, мыжыҡ балаларҙы бәләкәй генә әсәкәйебеҙҙең нисек тәрбиәләп үҫтергәне башҡа һыймаҫлыҡ. Ысын мәғәнәһендә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ – Герой-әсә. Был бөйөклөктө тик йөрәк төпкөлөндә ятҡан уй-тойғолар менән генә аңларға мөмкин. Ҡайһы балаһынан һораһаң да, йәне-тәне менән йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй генә йортобоҙға, әсәйебеҙҙең йылы ҡуйыны аҫтындағы бәхетле, мәңге зәңгәр күкле бала сағына ҡайтырға теләр ине. Тормоштоң төрлө һикәлтәле саҡтарында ана шул татлы тойғо беҙгә йәшәргә дәрт-көс бирә. Әсәйебеҙҙең тормош ауырлыҡтарына зарланғанын да, нимә эшләргә икән, тип аптырап, ҡул ҡаушырып ултырған саҡтарын да иҫләмәйбеҙ. Тоғро ҡатын, яҡшы әсәй булараҡ, ҡулынан бөтә эш тә килде. Бар ғүмерен халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә, балалар үҫтереүгә арнаны. Инде үҙебеҙ ҙурайышып, ғаилә ҡороп, башҡа сыҡҡас ҡына бер-ике баланы тәрбиәләп үҫтереү өсөн дә күпме көс, сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк икәнен аңлай башланыҡ. Барыбыҙ ҙа әсәйебеҙгә мәңге бурыслы. Әлеге ваҡытта ҡәҙерлебеҙ атай йорто нигеҙен ҡоротмай һаҡлай. Сөнки бар булмышы һәм үткәне, шатлыҡтары һәм ҡайғылары, татлы хыялдары һәм яҡты өмөттәре ошо өй менән бәйләнгән. Ҡайҙарҙа ғына яҡшы тормош артынан ҡыуып йөрөһәк тә, һәр ваҡыт атай йорто, әсәй йылыһы тартып тора. Инде күбебеҙ ҡартатай-ҡартәсәй булып бөтһәк тә, үҙебеҙҙе әсәйебеҙ алдында бәләкәй бала итеп тоябыҙ.
Ысын күңелдән, йөрәгең менән әсәйеңде яратыу, был донъяның бөтмәҫ мәшәҡәттәренән арынып, һөйөклө кешеңә ихтирамыңды тағы ла арттырыу беҙҙе яҡтылыҡҡа алып сыға, яңы нурлы үрҙәргә күтәрә. Изге китаптарҙа яҙылыуынса, ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында ята, тип бушҡа әйтелмәгәндер. Әсәләрен ихтирам иткәндәрҙең генә тәмле ашы ла, яратҡан эше лә, моңло теле лә, көслө һәм матур иле лә булыр.
Айҙар КҮСЕЕВ.

Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”