RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кителмәһен сабый күңеле

20.11.2010 Кителмәһен сабый күңеле

Кителмәһен сабый күңелеКүптән түгел Башҡортостан Республика­һының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лилиә Ғүмәрова балаларҙы йәберһетелеүҙән һаҡлау темаһына арналған Рәсәй-француз конференцияһында ҡатнашты. Мәскәүҙә үткән сара сиктәрендә бала хоҡуҡтары вәкилдәренең семинары ла ойошторолдо.
Лилиә Салауат ҡыҙы белдереүенсә, әлеге семинарҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһында етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу тәжрибәһе менән танышҡан. Башҡортостан омбудсмены үҙ сығышында, республикабыҙҙа баланы уллыҡҡа алыусы ғаиләгә «әсәлек капиталы» күләмендә матди дәртләндереү сараһы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә һәм был турала закон проекты әҙерләнә, тип хәбәр иткәс, РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов та күптән түгел Башҡортостанда булып ҡайтыуын, республикала балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға ҙур иғтибар бүленеүен маҡтап телгә алған.
Лилиә Ғүмәрова фекеренсә, был ҡарар бик урынлы. Сөнки баланы уллыҡҡа, йә ҡыҙлыҡҡа алыу сабыйға үҙен ышаныслы, кәрәкле итеп тойоу мөмкинлеген бирә.
Үкенескә күрә, тыныс тормошта ла етемдәр һаны кәмемәй. Башҡортостанда ғына 19475 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала иҫәпләнә. Иң аяныслыһы: уларҙың 80 проценты – социаль етемдәр. Йыл һайын был сафҡа яҡынса 4 мең бала өҫтәлә. Был йәһәттән балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу – иң отошло алым. Ни тиһәң дә, сабый ғаилә тәрбиәһе алып үҫә. Тәрбиәгә бирелгән балалар 70 процент самаһы тәшкил итә.
Ниндәйҙер бәләгә тарыған балаға иң элек психологик ярҙам күрһәтелергә тейеш, тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. Социаль-психологик хеҙмәттәргә һәм үҙәктәргә мөрәжәғәт итеүҙе ҡәҙимге күренеш тип ҡабул итергә кәрәк. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта был йүнәлештәге белгестәрҙең ярҙамын файҙаланыусылар күбәйә. Шул уҡ ваҡытта балаларға ҡаршы көс ҡулланыу осраҡтарының артыуы ла күҙәтелә. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, донъя буйынса 150 млн ҡыҙ бала енси көсләү ҡорбаны булып, бәхетһеҙлеккә тарыған. Иң үкенеслеһе, ғәйеплеләрҙең ни бары 10 – 20 проценты ғына язаға тарттырыла. Бала – изге йән. Уның хоҡуғы һаҡла­нырға һәм йәмғиәттә тейешле яҡлау табырға тейеш. Юғиһә балаға ҡул күтәреү, ғаиләләге башҡа етешһеҙлектәр йыш ҡына асыҡланмаған килеш ҡала. Был йәһәттән балалар учреждениеларында ҡуйылған «ышаныс телефондары» ярҙамға килә ала.
Юғиһә әҙме ни арабыҙҙа ғаиләһендә ҡыйырһытылып йәшәгән, енәйәт ҡорбанына әйләнгән, уҡыу учреждениеларында кәмһетелгән малайҙар һәм ҡыҙҙар? Йыш ҡына был турала беҙ хатта ишетмәй ҙә, белмәй ҙә ҡалабыҙ.

Бала һәм ғаилә
Һәр бала үҙ әсә-атаһын белергә тейеш. Сабый ата-әсә хәстәренә, тәрбиәһенә хоҡуҡлы. Был хәстәрлек эсереп-ашатыу, кейендереү кеүек мәсьәләләргә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел.
Ата-әсә балаһы алдындағы төрлө конфликттарҙы хәл итергә, сабыйы күңелендә ышаныс тәрбиәләргә бурыслы. Бала туғандары, өләсәй-олатаһы менән аралашырға хоҡуҡлы. Ата-әсә араһындағы низағтар, аңлашылмаусанлыҡтар, айырым йәшәү быға ҡаршылыҡ була алмай.
Бала үҙ мөнәсәбәтен белдерә алғандан алып үҙ фекеренә, исемгә, атаһының исемен, фамилия алыуға хоҡуҡлы. Был хоҡуҡ уға тыуған көндән бирелә – тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыла. Исемде ата-әсә килешеп һайлай, атаһының исеме атаһы тарафынан бирелә. Фамилия иһә ата-әсәһе йөрөткән фамилиянан алына. Атаһы менән әсәһе икеһе ике фамилия йөрөтһә, балаға фамилия үҙ-ара килешеү аша яҙыла.

Бала һәм мәктәп
Бала алты йәш ярымдан мәктәпкә барырға хоҡуҡлы, тик был йәш һигеҙ йәштән үтергә тейеш түгел. Урта белемде бушлай алырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бала ата-әсәһе менән бергә күңеленә ятҡан мәктәпте һәм уҡытыу формаһын һайлай ала. Белемде – мәктәптә, ә үҙ аллы уҡыуҙы өйҙә алырға мөмкин. Бала китапхана менән бушлай файҙаланырға, мәктәп эшендә ҡатнашырға хоҡуҡлы. Билдәле, мәктәптә баланың хоҡуғы, кешелек сифаттары, фекере, ҡарашы һаҡланырға, иҫәпкә алынырға тейеш. Әгәр бала ишле ғаиләнән икән, хоҡуҡтары тағы ла киңәйә. Уға түбәндәгеләр өҫтәлә.
– ҡала эсе, ҡала-ара, район эсендәге маршрут­тарҙа бушлай юл йөрөү.
– Бушлай туҡланыу.
– Бушлай мәктәп формаһы, йә уны алыштырыусы кейем-һалым, спорт формаһы менән тәьмин ителеү.

Бала һәм хеҙмәт
Дөйөм ҡағиҙә булараҡ, әгәр балаға 16 йәш тулмаһа, ул эшкә ҡабул ителмәй. Әммә бөтә ҡағиҙәләр­ҙең дә үҙ нескәлектәре бар. Тимәк, әгәр балаға 15 йәш тулған һәм ул мәктәптә йәки берәй уҡыу йортонда белем ала икән, еңел эшкә йәлеп ителеүе ихтимал. Тик хеҙмәт уҡыуға һәм сәләмәтлеккә йоғонто яһарға тейеш түгел. Әгәр балаға 14 йәш икән, был ваҡытта ата-әсәнең йәки опека органдарының ризалығы менән еңел эшкә урынлашырға мөмкин.
Хеҙмәт килешеүе төҙөгәндә түбәндәгеләрҙе белергә кәрәк:
1. Дөйөм ҡағиҙә буйынса хеҙмәт килешеүе төҙөгәндә хеҙмәткәрҙе һынап ҡарау ваҡыты билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта, балаға 18 йәш тулмағас, һынау ваҡыты билдәләнмәй.
2. Әгәр балаға 15 – 16 йәш икән, эш ваҡыты көнөнә биш сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Әгәр уға 16 йәш тулһа, эш сәғәте көнөнә ете, ә инде уҡыһа һәм уны эш менән аралаштырһа, 16 йәшкә тиклемгеләр ике сәғәт ярым, ә 16 –18 йәшкә тиклем йәштә булһа, көнөнә дүрт сәғәт тип билдәләнә. Бынан тыш, 16 йәшкә тиклемгеләрҙең эш сәғәте аҙнаһына 24 сәғәттән артырға тейеш түгел, ә 16 – 18 йәшлектәрҙең эш сәғәте 35 сәғәттән артмаҫҡа тейеш.
3. Хеҙмәт хаҡы эш ваҡытынан сығып түләнә.
4. Дөйөм ҡағиҙә буйынса хеҙмәткәргә йыл һайын отпуск тейеш. 18 йәшкә тиклемге хеҙмәткәргә отпуск эшләй башлауына ярты йыл тулғансы уҡ бирелә. Әгәр теге йәки был талап буйынса эш биреүсене бала ҡәнәғәтләндермәй икән, ул уны дәүләт хеҙмәт инспекцияһы һәм бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның ризалығынан тыш эштән бушата алмай. Бынан тыш, баланы ауыр, ер аҫты, зарарлы урындарҙа, төнгө ваҡытта, вахта ысулы буйынса эшләтеү тыйыла.

Бала һәм аҡса
Бала бәлиғ булғансы аҡса менән ирекле эш итә алмай. Уның һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөргә лә хоҡуғы юҡ. Был хоҡуҡ уға ҙурайғас ҡына бирелә.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”