НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән

Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән


Иҫләйһегеҙме икән балаға Олимпиада тип исем ҡушыу­ҙары хаҡындағы хәбәрҙе? ЗАГС хеҙмәткәрҙәре, был исем яңы Рәсәйҙә тәүгеһе, тип тә әйткәйне. Баҡһаң, беҙҙең Башҡор­тостанда Олимпиада күптән бар икән.

1980 йылда Мәскәүҙә XXII Йәйге Олимпия уйындары үтте. Тап ана шул ваҡыттараҡ Дүртөйлө райо­нында йәшәүсе спортсы, көйәрмән ғаиләһендә ҡыҙ бала тыуа. Атай кеше күп уйламай, сабыйға Олимпиада тигән исем бирә. Олимпиада ханым үҙе лә спорт ярата, хоккей, футбол, конькиҙа фигуралы шыуыу өсөн “көйә”. Улы ла спортҡа битараф түгел. Тимәк, уға юҡҡа был исем бирелмәгән инде.
Әйткәндәй, үҙенсәлекле исемдәр ҡушыу бер бөгөн түгел. Ысынмы-бушмы, Украинаның Львов ҡалаһында тыуған малайға Евромайдан тип исем ҡушмаҡсы булғандар. 2009 йылда Ека­теринбургта үткән ШОС саммиты хөрмәтенә Шосина тип аталған ҡыҙыҡай үҫеп килә.
Тағы ниндәй иҫтәлекле саралар көтөлә әле? Әҙер торорға кәрәк.

А. АҠБУЛАТОВА.

Сығыу ваҡыты 7-02-2014, 11:32 | Ҡаранылар: 1080
|
  • һаумы Сочи, һаумы олимпиада!
  • Бүребайҙа – олимпиада
  • Олимпиада көндәлеге: Паралимпия уйындарында беҙҙән биш спортсы сығыш яһаясаҡ
  • Олимпиада көндәлеге: “Беҙҙең таяныстың йылылығы”
  • Рәсәй халҡы 22 мең кешегә артҡан
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Министр семьи и труда Башкирии Ленара Иванова и председатель местного Союза пенсионеров высказались о новой пенсионной реформе
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM