НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Өй төҙөргә тип алған ағасты һатып булмаясаҡ

Өй төҙөргә тип алған ағасты һатып булмаясаҡ


1 февралдән, Рәсәй граждандарының пенсияһы артыу менән бер рәттән, интернетта экстремизмға ҡаршы көрәшеү, урман ҡырҡыу йүнәлешен яйлау, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты раҫлау буйынса ҡабул ителгән закондарға ла үҙгәрештәр индерелде. Уларҙың айырыуса мөһим булғандарына күҙ һалып үтәйек.

Интернетта экстремизм

Рәсәй Федерацияһының “Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте яҡлау тураһында”ғы законына үҙгәрештәр индерелде.
Хәҙер күмәк тәртипһеҙлектә, террор эшмәкәрлегендә ҡатнашырға саҡырған, милләт-ара йәки дин-ара низағтар тыуҙырған интернет-биттәрҙең ябылыуы, ундағы мәғлүмәттең юйылыуы ихтимал. Бының өсөн Генераль прокурорҙың йәки уның урынбаҫарҙарының ғаризалары ғына кәрәк.
“Роскомнадзор”ҙан бойороҡ алған оператор кисекмәҫтән сайтын ябырға йәки ундағы мәғлүмәттәрҙе юҡ итергә бурыслы.

Урман ҡырҡыу

РФ Урман кодексына ла үҙгәрештәр индерелде. Был үҙгәрештәр ағасты закон­һыҙ рәүештә ҡулланыу схемаларын юҡҡа сығарырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ яңылыҡтар урманды ҡырҡыуға ғына түгел, урман баҙарына ла ҡағыла.
Хәҙер үҙенә кәрәк-яраҡҡа тотоноу өсөн законлы рәүештә урман алған граждандар ағасын һата алмаясаҡ. Бөгөн закон урманлы төбәктәрҙә йәшәүсе граждандарға, уртаса алғанда, 100 кубометрға тиклем ағас алырға рөхсәт итә. Һүҙ йорт төҙөү йәки ремонтлау өсөн ҡулланырға яраған ағас тураһында бара.

Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 7-02-2014, 11:23 | Ҡаранылар: 747
|
  • Арзан торлаҡҡа хоҡуҡлылар ентекле тикшереләсәк
  • ҺАУМЫ, «0,16 ПРОМИЛЛЕ»!
  • Урман мастеры браконьер булып киткән
  • Инвалид баланы уллыҡҡа алған өсөн – 500 мең һум
  • Урманды янғындан һаҡларға кәрәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM