НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Кәңәш-төңәш


Кәңәш-төңәшКәңәшленең эше лә тарҡалмаҫ, алданмаҫ, эштәре лә тиҙ барыр. Ҡайһы берҙә мәшәҡәтле күренгән эш тә ябай ғына бер кәңәш менән яп-ябай итеп эшләнә лә ҡуя. Белгән – өйрәтә, белмәгән — өйрәнә тигәндәй, беҙҙең кәңәштәрҙең дә һеҙгә донъя көткәндә кәрәге тейер. Ә һеҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, үҙегеҙ хужалыҡтағы эштәрегеҙҙе нисек еңеләйтәһегеҙ, ниндәй шәп ысулдарҙы беләһегеҙ? Иҫке әйберҙәрҙе нисек яңыртырға? Тауарҙың сифатын нисек билдәләргә ? Балта оҫталары, уңған хужабикәләр ниндәй кәңәштәр бирер? Беҙгә хаттар яҙығыҙ.
Хужабикә ҡолағына

Балыҡты үҫемлек майында ҡыҙҙырырға һәм әҙер булғас, өҫтөнә иретелгән аҡ май ҡойорға кәрәк. Ошолай бешерелһә, балыҡ айырыуса тәмле була.

Аҡ майҙы ҡыҙҙырғанда көймәһен өсөн уны үҫемлек майы менән майлан­ған табаға һалығыҙ.

Манный ярмаһын ҡайнар һөткә һалҡын һыуҙа ебетеп һалһағыҙ, көймәҫ.

Фасолде бешергәндә һыуға 1 – 2 тамсы үҫемлек майы ҡушһағыҙ, тәмлерәк һәм йомшағыраҡ булып бешер.

Ҡарабойҙайҙы бешергәндә – 1:2, дөгөгә 2:3 иҫәбенән һыу ҡушалар. Бешкәндә болғатмаһағыҙ, һауыттың ҡапҡасын асмаһағыҙ, ул үҙ парында тәмле булып бешә.

Сыр ҡырғыстан яҡшыраҡ ыуылһын өсөн уны 10 – 20 минутҡа һыуытҡыс­тың туңдырыу камераһына ҡуйып торорға кәрәк.

Лимондан һут күп бүленеп сыҡһын өсөн уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалалар.

Картуфты бешергәндә ярылмаһын өсөн бер нисә урындан тишегеҙ.

Рассольникка ҡыярҙы иң һуңынан һалығыҙ. Юғиһә картуф бешмәй ҡалыр.

Макаронды бешереп һарҡытҡанда һыуын аҙ ғына ҡалдырығыҙ. Былай эшләгәндә ул кипмәй.

Ҡамыр ҡабара башлағас, 2 – 3 тапҡыр баҫып ҡуйығыҙ. Ул тиҙ һәм яҡшы күтәрелер. Күпереп, йомшаҡ булып бешер.

Тауыҡ һурпаһына лавр япрағы һалмағыҙ – уның тәмен ала.

Үтә күренмәле һурпа бешереү өсөн эре һөйәкле итте һайлағыҙ. Малдың умыртҡа һөйәге һурпаға яраҡһыҙ. Ул төҫһөҙ һәм тәмһеҙ була.

Эсе ҡарайған алюмин һауытҡа һеркәле һыу һалып ҡайнатһағыҙ, ул тиҙ таҙарыр.

Суйын табаның оҙаҡҡа етеүен теләһәгеҙ, һатып алғас та, тоҙ һибеп утҡа ҡуйығыҙ. Шул тоҙ менән ышҡығыҙ, май һөртөгөҙ һәм яңынан утта ҡыҙҙырығыҙ.

Яңы һатып алынған эмаль һауытты ҡулланыр алдынан тулғансы һыу һалып, ҡайнатып сығарығыҙ. Уттан алғас, һыуытығыҙ. Был ысул кәстрүлдең эмален нығыта.

Һыуытҡыстағы насар еҫте бөтөрөү өсөн бер-ике тәүлеккә унда тәрилкәгә күмер киҫәктәре һалып тотоғоҙ.

Селтәр өсөн алынған синтетик туҡыманы ҡайнар һыуҙа тотолған ҡайсы менән ҡырҡһағыҙ, остары һүрелмәҫ.

Биҙәүестәр ҡараймаһын өсөн

Ювелир биҙәүестәрҙе таҡмаған саҡта ситса ҡулъяулыҡҡа төрөп, ҡоро урында һаҡларға кәрәк. Сөнки улар ҡиммәтле металдан эшләнһә лә, дымлы урында ҡарайыусан. Бигерәк тә көмөш дымды яратмай. Алтын сылбырҙың да тәнегеҙҙең тирләүенән тоноҡланғанын күргәнегеҙ барҙыр. Ә ынйы, гәрәбә, фирүзә ташынан эшләнгән муйынсаҡты сөйгә элеп түгел, һуҙып һалып «ял иттерергә» кәрәк. Тәбиғи таштарҙан эшләнгәндәре «тере» була һәм «арый». Хатта ынйының яңылыш сыйылған урыны таң атыуға бөтәшеп тә ҡуя. Ул шулай үҙ-үҙен дауалауға һәләтле. Көмөш балдаҡта урыны-урыны менән ҡара таптар хасил булһа, аш һеркәһенә мансылған сепрәк менән ипләп кенә ышҡып таҙартығыҙ. Алтын сылбырҙың ялтырауы тоноҡланһа, усығыҙға бер-ике тамсы шампунь тамыҙып, бармаҡ бите менән күпергәнсе ипләп кенә ыуғылап сайҡатһағыҙ, ул яңы сағындағы төҫөн алыр.

Ялған Ҡәһүә лә күп

Ҡәһүәгә ҡушылған суррогатты нисек фаш итергә, тиһегеҙме?
Яратҡан эсемлегегеҙгә ҡушыл­ған теләһә ниндәй матдәне ошолай итеп табығыҙ – колба һымағыраҡ оҙонса стаканға һалынған бер-ике ҡалаҡ ҡәһүә өҫтөнә һалҡын һыу ҡойоп болғатығыҙ. Бер нисә минуттан ысын ҡәһүә өҫкә ҡалҡып сығыр, ә ауыр суррогат һауыт төбөнә төшөр. Саф, таҙа ҡәһүә 15 минуттан һуң һарғылт шарап төҫөнә инә. Ә теләһә ниндәй ҡушылдыҡтар онтағы булһа, батҡаҡ һымаҡ ҡара-һоро төҫлөгә әйләнә.

Гөлдәр тәрбиә ярата

Ҡышҡыһын бүлмә гөлдәренең урындарын йыш алмаштырмағыҙ. Сөнки япраҡтары яҡтыға борола. Йыш урын алмаштырғанда һабаҡтары ла зәғифләнә.
Әгәр гөл һауытындағы тупраҡ артыҡ кибеп, ярғыланып бөтһә, уға аҙ ғына бысҡы онтағы йә ҡом һалығыҙ.
Бүлмә гөлдәренә һыуҙы артыҡ күп һипмәгеҙ. Һыу һибеп 2 – 3 сәғәт ваҡыт үтеүгә, һауыт төбөнә ҡуйылған тәрилкәләге һыуҙы түгегеҙ.
Үҙәктән йылытыла торған йорттарҙа бүлмәләр кәрәгенән артыҡ ҡоро булһа, гөлдәргә айына бер тапҡыр һөт һибегеҙ.
Фикустың япраҡтары ялтырап, йәм-йәшел торһон тиһәгеҙ, гөлдөң һабағы менән тамыры тоташҡан урынға бер балғалаҡ кастор майы һибегеҙ.
Гөлдәр йылылыҡ сығарыусы әйберҙәр­ҙән алыҫ торорға тейеш. Үтә һуҡҡан ел, то­ман һәм тәмәке төтөнө лә уларға зарарлы.
Бүлмә гөлдәренә сафлыҡ биреү өсөн уларға еңелсә балланған һыу биреү яҡшы.

Иҫкергән майҙы нисек белергә?

Майҙың өҫтө «бәҫләнмәһә», көйгән кеүек тәмһеҙ еҫ бирмәһә, ул яңы, тигән һүҙ. Шулай уҡ яңы май ҡырҡҡан саҡта ваҡ ҡына киҫәктәргә ыуалмай. Иҫкергән майҙы тағы ла урыны-урыны менән йәшкелт йә күгел­йем төҫкә инеүенән белергә мөмкин.


Сифатлымы, түгелме?

Магазинға сәфәрегеҙ күңелле тамамланһын өсөн иң беренсе һатып алырға тейешле аҙыҡ-түлектең сифатын билдәләргә өйрәнеүегеҙ мөһим. Һалҡын ҡыш көндәрендә иттән бешерелгән ризыҡ ашарға яратабыҙ. Әлбиттә, иң яҡшыһы – йәш мал итен һатып алыу. Ул тиҙ бешә һәм тәмле лә була. Йәш мал ите аҡһыл алһыуҙан алып ҡыҙғылт төҫтә була. Эс майы ла төҫөнөң аҡлығы менән айырылып тора. Ә ике йәшлек мал ите – ҡыҙыл, икенән биш йәшкә тиклемгеһенең ите ҡыҙыл, тәме һутлы, йомшаҡ була. Алты йәшлек малдың ите ҡуйы ҡыҙыл, эс майы һары төҫтә. Өҫтө алһыу йәки аҡһыл ҡыҙыл төҫтәге йоҡа ғына шекәрә менән ҡапланған иттең сифаты ла яҡшы. Уға бармаҡ менән баҫҡанда барлыҡҡа килгән уймаҡтай ғына соҡор шунда уҡ тигеҙләнә.

Сығыу ваҡыты 31-01-2014, 04:38 | Ҡаранылар: 1380
|
  • Төрлө салаттарҙы эшләп ҡарағыҙ!
  • Хужабикәләргә кәңәш
  • Хужабикә, мейеңә һеңдер!
  • Йәшел һуған бәлеше
  • Бутҡа бешерә беләһеңме, дуҫым?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM