НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?

АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?


Ҡыҙыҡһынған һәр кем белә: ауылда йәшәүселәр үҙ мәшәҡәттәре менән яңғыҙ түгел – аграр хужалыҡтарҙың ҙурҙарына ла, бәләкәйҙәренә лә ҡағылған программалар, субсидия һәм башҡалар бихисап. Ләкин республикабыҙ халҡының 40 проценты йәшәгән ауыл ерендә проблемалар тыуып ҡына тора һәм уларҙың күпселеген хәл итеү өсөн дәүләт ярҙамы кәрәк.
Бөгөн бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға “Ауылға нимә етмәй, унда йәшәүселәр ниндәй проблемалар менән йәшәй?” тигән һорау бирҙек.

Кинйәбай АҠСУЛПАНОВ, фермер, Стәрле­тамаҡ районының Күсәрбай ауылы:
– Ер алып булмай! Пай ерҙәре тураһында һөйләйем. Ергә хоҡуғыбыҙ бар икәнлеген раҫлап, таныҡлыҡтар ҙа алдыҡ, кәрәгенсә бөтә документтарҙы ла тултырҙыҡ. Тик шуның менән эш бөттө – халыҡ еренең ҡайҙа икәнлеген дә белмәй, файҙалана ла алмай. Үҙеңдең ереңде һорап та алып булмай, ябай кеше йырып сыҡҡыһыҙ кәртәләр тора. Пай өлөштәрен ҙур хужалыҡтар ҡуртымға алып бөткән. Ерен алып, айырылып сығайым тип маташыусы әллә күпме проблемаға юлыға, эш судҡа барып етә. Был беҙҙә генә түгел, бөтә ерҙә лә шулай. Ябай ауыл халҡы йырып сығырлыҡ мәсьәлә түгел был – ер пайҙары. Инде исемлектәре менән күпме проблемалар булды, уныһы хәл ителгәйне, башҡаһы килеп сыҡты.
Пай еремде файҙаланғаным юҡ, тәүҙә айырылып сығайым тип йөрөп ҡарағайным, ләкин һөҙөмтәһе булманы. Электән 49 йылға ҡуртымға алынған ерҙәремдә игенселек менән шөғөлләнәм. 90-сы йылдарҙа ер алыу күпкә еңелерәк ине. Ауыл хужалығына ярҙам бар, әммә ер проблемаһы бәкәлгә һуға.

Айнә Иманғолова, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы:
– Ауылда бөгөн иң ҙур проблемаларҙың береһе – эшһеҙлек. Айырыуса юғары белемле йәштәр­ҙең эшһеҙ интегеүе аяныслы. Күптәр һөнәренә ярашлы эш таба алмай, ҡалаға күсергә мәжбүр. Шунан, йәштәр ауылда ҡалмай, тибеҙ. Ололар йәштәрҙе, ауылдағы эштәрҙән ҡасалар, тип тә әрләй. Йәштәр аҡса эҙләп кенә китә ситкә, һәр кемгә тыуған яғы ҡәҙерле. Ауылда йәшәү фермерлыҡ һәм башҡа эштәр менән генә шөғөлләнеү түгел бит, социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн дә эш урындары күберәк булһын ине.
Тағы ла ярайһы ғына ҙур мәсьәлә – әлеге лә баяғы юлдарҙың насарлығы. Район үҙәге тирәһендә асфальт барлығын-бар ул, ләкин күп ауылда асфальт юл әле булһа юҡ. Соҡор-саҡыр юлдарҙан йөрөүе бик ҡыйынға төшә, машинаға ла зыян килә.

Көйөргәҙе районынан фермер:
– Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар республикала. Ләкин халыҡ шул тиклем белек­һеҙ, шул тиклем иғтибарһыҙ – төрлө программалар, субсидиялар һәм башҡалар тураһында ҡыҙыҡһынмайҙар, артынан йөрөмәйҙәр. Элекке кеүек, колхозда арттан этеп, эшкә сыҡмаһаң, иртә менән килеп, баҫыуға ҡыуып йөрөгән бригадирҙар юҡ бит инде хәҙер, ундай заманалар үтте. Ниндәйҙер ярҙам алыу, программала ҡатнашыу өсөн алдан саҡ ҡына булһа ла аҡса талап ителә икән – кешеләргә оҡшамай. Һуң, дәүләт бөгөнгө көнгә тиклем бер тин аҡса ла эшләй алмаған, тимәк, ялҡау, йүнһеҙ кешегә бюджеттан бүленгән аҡсаны тоттороп ҡуя алмай ҙа инде. Аҙмы ни ауыл­ға тип бүленгән аҡсаны алып, икенсе мәнфәғәттә тотонорға тырышып йөрөгән әтрәгәләмдәр?!

Гүзәл Билалова:
– Әллә ниндәй юғары технологиялар тураһында түгел, ябай ғына телефон бәйләнеше тураһында әйтергә теләйем. Әле һаман да ҡайһы бер ауылдарға теләгән бер ваҡытта шылтыратып та булмай. Ҡәйнәм Хәйбулла районының Атингән ауылында йәшәй, уларҙа телефондар тотмай. Хәҙерге заманда телефондан да һөйләшеп булмаған урындан йәштәр алыҫҡараҡ ҡасасаҡ, әлбиттә. Йәштәр булмаған урында тормош аҡрынлап һүнә. Ауылдарҙың киләсәге өсөн хәүефләнәм. Телефон бәйләнешенең булмауы бәләкәй, төпкөл ауылдар­ға булған дөйөм ҡараштың бер миҫалы ғына.

Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 28-01-2014, 06:26 | Ҡаранылар: 1375
|
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
  • Ниңә халыҡ министрлыҡты әрләй?
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Пенсияға нисек әҙерләнәһегеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM