НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Изгелек айы


Яңыраҡ бер йәш кенә ҡыҙ бала, йәшәгем килмәй минең, тип яҙҙы: «Мине өйҙә лә, уҡыу йортонда ла бер кем аңламай, мин бер кемгә лә кәрәкмәйем!». Бының сәбәбен асыҡларға маташтым. Ул: «Кешеләр яуыз һәм аңһыҙ, апай, − тип йөрәген асты, − һинең саҡ ҡына хаталаныуыңды көтөп кенә торалар, шунда уҡ өҫтөңә ябырылалар, һине тапайҙар, йөҙөңдән алалар, көләләр. Атай-әсәйең, яҡлар урынға, әрләргә генә тора. Уҡытыусыларға һинең проблемаларың барыбер, уларҙа тик дәрес ҡайғыһы, талап итергә генә беләләр. Әхирәттәргә лә сер сисеп булмай, шунда уҡ бар донъяға тараталар... Егеттәр бөгөн, яратам, тип мәңгелек мөхәббәт вәғәҙә итә, иртәгә икенсе ҡыҙ менән йөрөй башлай... Нисек йәшәргә бынан һуң шундай яуыз донъяла?!». Оҙаҡ һөйләштек беҙ уның менән. Яуапһыҙ мөхәббәт, өлкәндәр менән аңлашылмаусылыҡтан бигерәк, яңғыҙлыҡтан ҡаҡшаған үҫмер менән әңгәмә барышында шул асыҡланды – үҙе кеүек яңғыҙҙарҙың күп булыуын ул башына ла индермәгән! Кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙып ҡына үҙеңде ҡотҡарып булыу мөмкинлеге барлығын ул хатта белмәгән дә! Мин уға шуны тәҡдим иттем дә инде. Ул: «Ә мин кемгә нимә эшләй алам һуң?! Мин ауылда йәшәйем бит, апай, әле уҡыу­сы ғынамын», − тип аптырап яуапланы. Беҙ, совет осоро балалары, изгелек ҡылыуҙың ҡырҡмаһа ҡырҡ төрлө ысулын, юлын беләбеҙ, кемгәлер ярҙам итеү беҙҙең өсөн ғәҙәти күренеш, ә улар, йәш быуын, күпселектә быны белмәй икән. Был минең өсөн ҙур асыш булды. Шуға ла «Бәйләнештә» сайтында «Изге эштәр көнө» иғлан итергә тигән идея тыуҙы ла инде. Кемдәр һәм нисек изгелек ҡыла, нисек итеп донъя йәмләүҙе башларға, кем­гә ниндәй ярҙам кәрәк − ошо һорау­ҙар­ға яуап бирергә ынтылғанда фекерҙәштәр Гөл­шат Хажиева, Айгөл Айытҡо­лова идеяны күтәреп алды. Һәм, иң мөһиме, бик күп ябай кеше, ошо арала бер кемгә лә ярҙам иткән юҡ, тип акцияға ҡушылып китте.
Үҙ-ара ярҙамды, бер-береңде ҡотҡарыуҙы, изгелекте пропагандалау кәрәк бөгөн. Яҡшы кешеләрҙең көн һайын изгелек ҡылыуына тамсы ла шигем юҡ. Әммә арабыҙҙа күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәселмәгәндәр ҙә бар, үкенескә күрә, һәм тәбиғәттең бушлыҡты яратмауын иҫәпкә алғанда, буш урындың нимә менән тулыуын күҙаллауы ҡыйын түгел.
Әгәр ҙә кеше бала сағынан изгелек ҡылырға өйрәтелмәгән икән, ул башҡаларға ни­мәһен өләшһен?! Нимәнән башларға белмәүселәр ҙә бар. Бар нәмәгә лә, шул иҫәптән яҡшылыҡ ҡылырға ла, өйрәтергә, өлгө күрһәтергә кәрәк. Шағир, драматург, журналист Салауат Әбүзә­ровтың: «Яуызлыҡ вирус һы­маҡ таралғанда, изгелекте дарыу һымаҡ таратырға те­йешбеҙ! Юғиһә, изгелектәрҙе берәмләп һанар сиккә етеп барабыҙ!» – тигән һүҙҙәре бөгөн бик актуаль. Сөнки ысыны шул. Кешеләр бер-береһенә былай ғына, кеше хаҡына, ярҙамлашмай башланы, бушлай ҡыл да ҡыбырлатмайҙар, элекке өмәләр бөтөнләй онотолоп бара, йәғни изгелек һуңғы йылдарҙа ғәҙәти күренеш булыуҙан туҡтаны. Һәр кем тик үҙен генә ҡайғыртып йәшәй, үҙ ҡабырсағына ябыла, проблемаларына йомола, бата... Шуға ла халыҡты ойошторорға, яҡшылыҡ ҡылырға этәрергә кәрәк, тип уйлайым. Һәм, шөкөр, изге ниәтебеҙҙе күтәреп алыусылар һаны көндән-көн арта! Эйе, әйткәндәй, «Изге эштәр көнө» Бөрйән районында йәшәүсе Гүзәл Аҙанғолованың тәҡдиме буйынса «Изгелек айы»на әйләнде: «Әле Мәүлит айы бара, изге ай бит инде, шуға «Изгелек айы» иғлан итәйек. Ике көн бигерәк әҙ». Беҙ уның идеяһын ҡыуанып хупланыҡ. Мәктәптәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ҡоро, төрлө ойошмалар беҙгә артабан да ҡушылыр, тип өмөтләнәбеҙ. Өмөтләнеү генә түгел, ҡушылырҙарына ышанабыҙ! Ике көндә генә лә, һис бер әҙерлекһеҙ, байтаҡ кеше бик күп яҡшы эш башҡарҙы, тимәк, изгелек нурҙарын таратырға хәлебеҙҙән килә. Рәхмәт һеҙгә, яҡшы кешеләр, булғанығыҙ өсөн, донъяны йәмләгәнегеҙ өсөн!

Баныу Ҡаһарманова.
http://vk.com/club64522222

Һәр кем хәленән килгән, исмаһам, бер яҡшы эш башҡарһын ине:
− ярҙамға мохтаж әбей-бабайға барып, ҡар көрәһен, иҙәнен йыуһын, утынын ярһын, һыу ташыһын;
− күп балалы ғаиләгә, яңғыҙ әбей-бабайға күстәнәс индереп сыҡһын;
− ҡан бирһен;
− берәй ауырыу кеше иҫәбенә аҡса күсерһен;
− кемгәлер кейем алып бирһен;
− берәҙәк эт-бесәйҙәрҙе йәки ҡоштарҙы ашатһын;
− оло апай-ағайҙы, олатай-өләсәйҙе компьютерҙа эшләргә өйрәт­һен;
− берәйһенә ҡул эшен бүләк итергә лә мөмкин!
Ҡыҫҡаһы, теләге булған һәр кеше үҙенең хәленән килгәнсә изгелек ҡыла ала.

Сығыу ваҡыты 28-01-2014, 06:20 | Ҡаранылар: 1230
|
  • Ала ҡарға
  • Изгелек эшлә лә, хәбәр ит!
  • Изгелек ҡылайыҡ
  • Һеҙгә хәйерселәр мөрәжәғәт итһә, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?
  • Хәҙис-шәрифтәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM