RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйерниса күпере

17.01.2014 Хәйерниса күпере

Кемдән генә ҡалмай, һай, был донъя,
Яҡшы-яманды ла ер ала,
Таш ҡаялар, мәрмәр һарайҙарҙан
Ҡайсаҡ түбәләстәй генә ер ҡала.
Көслөмөн тип, шашынып
ҡан ҡойған да,
Йәш ҡойған да китә был ерҙән.
Ер кендегемен тип, лаф орған да
Һыя бер саҡ шул уҡ тар гүргә.
Тик яҡшылыҡ ҡына ҡала яҡшыларҙан,
Йөрәктәрҙә балҡып яҡтырып.

З. БИИШЕВА.

Беҙҙең Әбделмәмбәт ауылына Яуымбай яғынан килеп ингәндәге Ҡамабар йылғаһы аша һалынған күперҙе Хәйерниса күпере тип йөрөтәләр.
Хәйерниса 100 йыл элек тирәһе әлеге Нәби ауылының Хисмәтуллиндар араһынан (Хәмдиә Һатыбалова һөйләүенсә) ауылыбыҙға Усман ҡарттың Хисаметдин тигән улына кәләш булып килә. Ире бәхетенә, ул оҫта итеп итек, ситек теккән, киндер ҙә һуҡҡан.
Күп тә тормай, Хисаметдинде 1914 йылғы герман һуғышына алып китәләр. Унда Баймаҡ районының Һәмән ауылынан окопташы Нотфулла Боҫҡонов менән: “Кем иҫән тороп ҡала, шул ике ғаиләне лә етем итмәй, ҡарай”, – тип һүҙ ҡуйышалар. Ун балалы Нотфулла яуҙан иҫән ҡайта һәм Хәйернисаны Һәмәнгә алып ҡайтып китә. Хәйерниса яуҙа башын һалған иренең һүҙен йыҡмай, бик ҡыйын булһа ла, ризалаша, ләкин Һәмәндә ерегеп китә алмай. Көндәш менән йәшәү ҙә еңел булмағандыр. Шуға ул, бәпесләү көнө етеп барыуға ҡарамаҫтан, ауылда үҙ аллы йәшәп ятҡан 20 йәшлек Нуретдин тигән улына: ”Мине килеп ал”, – тип хәбәр ебәрә. 1926 йылдың 16 февралендә Нуретдин бер ат киндер тейәп, Хәйерниса икенсе ат менән Баймаҡ яғынан Һарағы ауылына яҡынлашҡас, Нуретдингә бер кәбән төбөнә етәрәк: “Бара биреп, мине көтөп тор”, – ти ҙә, Нотфулланан булған малайын таба. Баланы төрөп, ҡуйынына тығып, юлды дауам итеп, Һарағыла ике көн ял иткәндән һуң ауылға ҡайталар.
Ошо малайына, ғүмерле булһын тип, Ғүмәр тип исем ҡуша. Хисаметдиндең ризалығы менән булғанғамы, Ғүмәр ағай бәхетле, оҙон ғүмер кисерҙе. Ул данлыҡлы сайырсы, ауылда берҙән-бер Почет билдәһе ордены кавалеры булды. Уңған, төҫкә сибәр Данфира исемле ҡатыны менән үҙҙәренән дә уңған ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары – ауылда ғына түгел, бөтә республика күләмендә дан яулаған оло шәхестәр.
Ә хәҙер тағы Хәйерниса тураһында.
Ғүмәренә 15 йәш тигәндә, Ватан һуғышы башлана. Нуретдин һуғышҡа китә. Әгәр Нуретдинем һуғыштан имен-һау ҡайтһа, Ҡамабарҙың тәрән соҡоро аша күпер һалдырам, тип Хәйерниса нәҙер әйтә.
Һуғыш бөтә. 1946 йылда, күп михнәт менән утты-һыуҙы кисеп, Нуретдин яуҙан ҡайтып төшә. Изге, киң күңелле, уңған килен Хәйерниса, тана, үгеҙен һуйып, ҙур өмә яһай – Ҡамабар йылғаһы аша күпер һалдыра. Был күпер ауылға 1966 йылға тиклем хеҙмәт итә. Бөгөнгө көнгә тиклем уны, өс тапҡыр яңыртһалар ҙа, Хәйерниса күпере, тиҙәр. Ауыл өсөн Хәйерниса күпере – уңған киленгә, әсә мөхәббәтенә һәйкәл. Уның аша үткән һайын Зәйнәб Биишеваның һүҙҙәре иҫкә төшә:
Тыуған ерҙе ярат, ул бит һиңә йәшәү
һуты биргән төйәгең,
Тыуған илде һаҡла, үлгәндә лә,
үҙ ереңдә ятһын һөйәгең.
Сит ерҙәрҙә солтан булғансы һин
Олтан бул, тип, үҙ ереңдә,
Белмәй әйтмәгәндер ата-баба –
Кеше көслө тик үҙ илендә.

Миңзәлә ФӘТХУЛЛИНА.

Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”