НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Изгелек ҡылайыҡ

Изгелек ҡылайыҡ


Мине бәләкәй саҡтан изге эштәр ҡылырға өйрәттеләр. Уларҙың бәләкәй һәм еңел булыуы мөмкин, әммә мотлаҡ яҡшы булырға тейеш: урамда ятҡан ҡағыҙҙарҙы йыйып, сүп-сар һала торған урынға ташлау, ашағандан һуң тәрилкәңде йыуып ҡуйыу, оло кешене юл аша сығарыу, тәбиғәтте һаҡлау. Миңә изге, мәрхәмәтле булыу бик оҡшай ине.
Бер көндө урамда йөрөгәндә, машина бәреп китеү сәбәпле, артҡы аяҡтарының икеһе лә һынған көсөктө күреп ҡалдым. Ул тап юл уртаһында ята ине. Машиналар уға бәрелеп тигәндәй елдерә. Мин, тағы берәй­һе меҫкен хайуанды эләктереп алып китер, тип ҡурҡтым. Шул саҡта тағы ла бер изге эш ҡылғым килеп, яҡшы малай булараҡ, этте хәүефһеҙ урынға күсереү өсөн машиналарҙы туҡтатып, көсөк янына барҙым. Уға нисек итеп ярҙам итергә кәрәклеген күҙ алдына килтереп, һаҡ ҡына һәм яратып ҡулымды һуҙыуым булды, көсөк ҡулымды тешләп тә алды. Тиҙ арала мине дауаханаға алып киттеләр, эт, бәлки ҡоторғандыр, тип укол һалдылар.
Ни өсөн мине тешләүен бик оҙаҡ аңлай алманым. Уға ярҙам итергә, ғүмерен һаҡлап ҡалырға теләгәйнем, бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡы­лыр­ға йыйынмағайным. Нимә бул­ды һуң? Уны һауыҡтырып, йы­уын­дырып, үҙемдә ҡалдырырға, дуҫы булырға ине уйым. Был тәүге тап­ҡыр эшләгән изгелегемә ҡаршы, киреһенсә, үҙемде йәберләү булды. Һәм ни өсөн шулай килеп сығыуын белергә тырыштым. Һиңә насарлыҡ ҡылғандарға үҙең аламалыҡ эшләү аңлашыла. Ә аш менән атҡанға таш менән атыуға бер нисек тә төшөнә алмайым.
Мине көсөк түгел, ә уның яраһы, ҡурҡыуы һәм ауыртыуы тешләгәнен аңлағанға тиклем бик күп йылдар үтте. Хәҙер быны бик яҡшы аңлайым. Кемгәлер насар икән, ул үҙенең күңеле яралы тип уйлай һәм уға ихлас ярҙам ҡулы һуҙыусыны тешләй. Әммә тешләгәндә тештәрен түгел, ә яраһының тештәрен батыра. Кешеләрҙең кәйефһеҙ һәм уңыш­һыҙ саҡтарын аңларға тырышырға кәрәк. Һеҙгә кемдер ҡысҡыр­һа, аламалыҡ ҡылһа, мыҫҡыллаһа, рәнйентһә, тәнҡитләһә, ул быны һеҙҙе яратмағанға түгел, ә күңеле яралы, тормошонда ниндәйҙер ҡара һыҙаттар барлыҡҡа килеүенән эшләй. Шуға ундайҙарҙы аңларға тырышығыҙ. Хәҙер быны мин бик яҡшы беләм.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 17-01-2014, 09:34 | Ҡаранылар: 1136
|
  • Балалар нисек ишетә?
  • Ҡатын-ҡыҙ хаҡында
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Көҙгө
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM