НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Өләсәй кәңәштәре

Өләсәй кәңәштәре


– Өләсәй, – ти ейәнсәре, – миңә нимә эшләргә, әллә ғашиҡ булдыммы икән? Нисек быны аңлар­ға?
– Ябай ғына, һөйөклөм минең, – ти өләсәһе. – Нисек танышҡаны­ғыҙҙы хәтерләйһеңме?
– Әлбиттә. Нисек танышҡаныбыҙҙы ғына түгел, һәр бер осрашыуыбыҙҙы, нисек бер-беребеҙгә ҡарап йылмайғаныбыҙҙы, етәкләшкәнебеҙҙе һәм иң беренсе үбешкәнебеҙҙе лә хәтерләйем. Беләһең­ме, мин хатта уға нимәләр тураһында һөйләгәнемде, нисек итеп һәр осрашыуға әҙерләнгәнемде, уға оҡшар өсөн ниндәй кейем кейгәнемде хәтерләйем. Был мөхәббәтме, өләсәй?
– Юҡ, ҡолонсағым. Мөхәббәт – уның ниндәй кейемдә булыуын, һиңә ниндәй һүҙҙәр әйтеүен хәтерләү. Ә үҙеңдекен хәтерләү – ул ғашиҡ булыу.
– Өләсәй, ул бит һаман төшөмә инә…
– Ҡыҙым, үткән йылғы ҡарҙы хәтерлә.
– Былтырғы ҡарҙың бында ни ҡыҫылышы бар? Мин бит һинән кәңәш һорамаҡсымын, ә көн торошо хаҡында түгел.
– Һиңә ул кәңәште бирҙем инде. Әгәр ҙә һаман ауыртһа, һаман онотолмаһа, ул иҫеңә төшөп, кинәт тертләп ҡуйһаң, эстән генә: «Былтырғы ҡар», – тип әйт. Һәм һеҙҙең арала булған нәмәләргә лә шулай уҡ ҡара. Йәйгеһен ҡар бөртөктәрен һаҡлап булмай, улар ирей. Әлегә һиңә быға ышаныуы ауыр, шулай ҙа барыбер яңынан ҡар яуасаҡ. Ваҡытҡа таян, таҙа, саф беренсе ҡарҙы көт. Әгәр инде һин һаман да элеккене һағынаһың икән, былтырғы ҡар, тип ҡабатла ла ҡабатла.
– Өләсәй, мин үҙ мөхәббәтем өсөн көрәшәсәкмен, уны былай ғына береһенә лә бирмәйәсәкмен.
– Ҡыҙым, иҫеңдәме, шундай уйын була торғайны. Бүлмә уртаһына ултырғыс ҡуйып, уның тирәләй күмәкләшеп йүгерешә инегеҙ. Музыка тынған һайын кемдер берәү шул ултырғысҡа ултырырға тырыша. Шулай бер кеше ҡалғансы йүгерешәләр. Һин дә бит шул уйынды уйнайһың. Ниңә икәү-өсәүләп бер ултырғыс эргәһендә бер-берегеҙҙе алдарға тырышып йүгерергә? Ана бит, стена буйында нисәмә ултыр­ғыс ултыра.
– Өләсәй, ниңә миңә шул тиклем ҡыйын? Мин уны бөтәһенән дә көнләшәм. Ул трубканы алмаһа, шунда уҡ, ул башҡа берәйһе менән икән, тип уйлайым. Уны үткәндәге ҡыҙҙарынан, хеҙмәттәштәренән, дуҫтарынан ҡыҙғанам. Нисек үҙемде өҙгөләүҙән туҡтарға, өләсәй?
– Көнләшеү, ҡыҙғаныу – ул алдаҡсы хистәр, ҡыҙым. Һин көнләшмәйһең, ә юғалтыуҙан ҡурҡаһың. Тик ҡурҡма, балам, был – ахмаҡлыҡ. Сөнки көнләшеү өсөн урын юҡ икән, ә һин көнләшһәң, был – иҫәрлек, ә инде урын бар икән, инде һуң.
– Өләсәй, үҙем менән нимә булғанын аңламайым. Бөтәһе лә яҡшы ине, ә ул бер нәмә лә аңлатмай, юҡ булды ла ҡуйҙы. Телефоны яуап бирмәй, үҙен күргәнем, хатта осраҡлы ғына булһа ла осрашҡаныбыҙ юҡ. Бәлки, берәй нәмә булғандыр? Әллә ҡабаттан шылтыратып, бөтәһен дә аңлатып һөйләшергәме икән?
– Кәрәкмәй, ҡыҙым, ышан миңә. Һин бит үҙең дә яуабын беләһең, тик быға ышанырға ғына теләмәй­һең. Ул шылтыратмай, тимәк, осрашырға теләмәй. Шуны аңла, ҡыҙым, ир-егет, ҡатын-ҡыҙға ҡарата иғтибары, хөрмәте кәмемәһә, бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмай. Үҙе нисек тә уны осратырға, телефондан һөйләшергә, подъезда һаҡлап торорға, осраҡлы осрашырға тырышасаҡ. Әгәр үҙе теләһә, уны бер кем дә был уйынан кире ҡаҡтыра алмаясаҡ. Теләмәһә, ҡыҙым, берәү ҙә үҙен көсләп һөйҙөрә алмай. Мәҡәлдәге һымаҡ: «Һөймәгәнгә һөйкәлмә».

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 10-01-2014, 04:41 | Ҡаранылар: 1820
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көҙгө
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM