НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Яратҡан шөғөл арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа», –

«Яратҡан шөғөл арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа», –


«Яратҡан шөғөл арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа», –ти йәшлек дәрте менән янған Салауат ҡыҙы Светлана Заһиҙуллина
Ҡалабыҙҙа талантлы йәштәр бихисап. Улар белем дә ала, конкурстарҙа ла ҡатнаша, төрлө яҡлап үҫешә.
Светлана 25-се башҡорт гимназияһын тамамлай, шул уҡ ваҡытта сәнғәт мәктәбендә лә уҡый. Тырыш ҡыҙ БДУ-ның иҡтисад факультетында белем ала.
Ҡулына диплом алған ҡыҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Яратҡан шөғөл тормошто биҙәй, тиҙәр. Светлананың да яратҡан шөғөлө бар. Ул төрлө материалдарҙан нескә ҡулдары менән иҫтәлекле бүләктәр эшләй. Айырым бер зауыҡ менән әҙерләнгән әйберҙәр барыһына ла оҡшай. Сөнки уларҙа күңел йылыһы, төҫтәр байлығы күп.
Материал­дар­ҙы Перм­дән ин­тернет аша алам. Ә һауыт-һаба, сәскәләр, тауар ҡала кибеттәрендә бар. Бер йыл элек интернет аша ҡарап, тәүге ҡул эшемде башҡар­ҙым, тик ул ниңәлер килеп сыҡманы. Ярты йылдан һуң тағы тотондом. Эштәремде «Вкон­такте» селтәренә ҡуй­ҙым. Әкренләп кешеләр­ҙән заказ ала башланым. Күптәр һатыуҙа булмаған, ҡыҙыҡлы, айырылып торған төрлө ҡул эштәрен үҙ итә. Аҡсанан торған ағас менән ваза, кәнфиттәрҙән карап, биҙәлгән шыршы, сәскәләр гөлләмәһе – былар­ҙың барыһы ла зауыҡ менән эшләнә, – ти Светлана.
Ҡул эштәрен ҡыҙ эштән һуң йәки ял көндәрендә башҡара. Күңел ятҡан эш тынысландыра, үҙеңде аңларға, алда торған мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Шөғөл һайлауҙа төп ҡағиҙә – ул ҡыуаныс килтерергә тейеш. Свет­ланаға ҡул эштәре тик күңел тыныслығы ғына килтерә. Бынан тыш, ҡыҙ төрлө һүрәттәр төшөрөү менән дә мәшғүл.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.

Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 13-12-2013, 04:39 | Ҡаранылар: 1506
|
  • КӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘР
  • Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта баҫалар
  • Матурлыҡ тыуҙырып, нур өләшеп йәшәй ул
  • Ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы бар
  • Яратҡан эш табыш килтерә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM