НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡотло булһын Йылҡы йылы!

Ҡотло булһын Йылҡы йылы!


Ҡатнашалар:
Ҡотло булһын Йылҡы йылы!
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу
Аҡбуҙат
Шүлгән батша
Батыр
Мәскәй әбей
Шайтан
Шүрәле
Һайыҫҡан
Аждаһа
Беренсе бала
Икенсе бала
Өсөнсө бала
Айыу
Төрлө әкиәт геройҙары.


Уртала биҙәлгән шыршы тора. Сәхнәнең бер яҡ ситенә Мәскәй әбей, Шайтан, Шүрәле килеп сыға. Шүрәле менән Шайтан өшөүҙән дер-дер ҡалтырана, үрле-ҡырлы һикерә.

Шүрәле. У-у, һыуыҡ! Өшөйөм! Мәскәй, тағы нимә булды инде? Йылы өңөмдә рәхәтләнеп кенә йоҡлап ята инем.

Шайтан. Эйе, эйе. Мин дә мәмерйәмдә татлы төштәр күреп кенә йоҡлап ятһам, бынау Мәскәй уятты. Юҡ, мин ҡайттым, Мәскәй! (Китә башлай).

Мәскәй әбей. Туҡта әле, Шайтан, бик мөһим эш бар. Шүлгән батша үҙе ҡушты.

Шүрәле. Тағы ниндәй эш, Мәскәй? Шүлгән батшаның эше бөтмәҫ ул.

Мәскәй әбей. Һеҙ Яңы йыл тураһында ишеткәнегеҙ бармы?

Шайтан, Шүрәле (икеһе бергә). Яңы йыл? Уныһы тағы нимә була?

Мәскәй әбей. Эй, ике иҫәр! Белмәйһегеҙ инде, ҡыш буйы йоҡо һимерткәс ни! Яңы йыл – ул ҙур байрам. Ана, күрәһегеҙме аҡландағы матур итеп биҙәлгән шыршыны? Тиҙҙән шунда йырлап-бейеп, Яңы йылды ҡаршылаясаҡтар.

Шүрәле. Шунан нимә булған? Ҡаршылаһындар әйҙә! Бынауындай һыуыҡта байрам тип өшөп йөрөп булмаҫ инде.

Шайтан. Эйе шул. Беҙҙең ул байрамда ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Әйҙә, Шүрәле, ҡайттыҡ! (Китә башлайҙар).

Мәскәй әбей. Туҡтағыҙ әле, һөйләп бөткәнде көтөгөҙ. Ана шул Яңы йыл байрамына һәр ваҡыт Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килә. Улар буш ҡул менән генә килмәй, кешеләргә тәмле-тәмле күстәнәстәр, матур-матур бүләктәр килтерәләр. (Шүрәле менән Шайтан ирендәрен ялап ҡуя). Ә иң мөһиме – был юлы улар менән бергә Аҡбуҙат юлға сыҡҡан, ти, һәм ул ерҙә теүәл бер йылға тороп ҡаласаҡ. Сөнки киләһе йыл Йылҡы йылы тип аталасаҡ, имеш.

Шайтан. Эх, һыйланғы килә лә ул тәмлекәстәр менән, тик улар беҙгә бүләк бирмәҫ шул.

Шүрәле. Минең дә берәй бүләк алғым килә. Мәҫәлән, бынауы матур, оҙон бармаҡтарыма кейергә балдаҡ-йөҙөктәр. Их... (Хыялға бирелә).

Мәскәй әбей. Беҙгә бүләк бирмәҫтәре көн кеүек асыҡ! Улар тик яҡшы кешеләргә генә өләшә бүләкте, ә беҙҙең кеүек боҙоҡ уйлыларға тәтемәй бындай бәхет.

Шайтан. Һуң, улай булғас, беҙ бында нимә эшләп өшөп торабыҙ? Әйҙә ҡайттыҡ, Шүрәле! (Тағы китә башлайҙар).
Мәскәй әбей. Һөйләп бөткәнде көтөгөҙ һуң. Беҙҙең бурыс – уларҙы алдап, Шүлгән батшалығына алып барыу. Сөнки бик күп быуаттар элек Урал батырҙың Аҡбуҙатын Шүлгән урлаған булған. Ул шундай матур толпар, ти, суртан һыртлы, тар бөйөрлө, текә тояҡлы, ас яңаҡлы, ҡамыш ҡолаҡлы, ҡарсыға түшле, баҡыр күҙле, әтәс муйынлы, етмәһә, үҙе кешесә һөйләшә лә белә, ти. Ләкин Шүлгәнгә был толпар менән оҙаҡ маһайып йөрөргә тура килмәй шул, уны Һәүбән исемле бер батыр егет һыу аҫты батшалығынан ҡотҡарған. Бына шул көндән алып Шүлгән батша уны ҡулына төшөрә алмай ыҙалана. Ә әле бик уңайлы ваҡыт сығып тора. Әгәр ҙә мәгәр шул Аҡбуҙатты миңә тотоп килтерһәгеҙ, Ҡыш бабайҙың барлыҡ бүләге лә һеҙҙеке, тип вәғәҙә бирҙе батша. Шәпме?! Барлыҡ бүләктәр ҙә беҙҙеке буласаҡ!

Шүрәле. Шәплеген шәп тә ул, тик нисек алдарбыҙ икән уларҙы?

Мәскәй әбей. Минең башта бик шәп план бар. (Кинәт күңелле музыка уйнай, шыршы янына карнавал кейемдәрендә балалар йыйыла башлай). Уф, байрам башланырға тора бит. Әйҙәгеҙ тиҙерәк, юғиһә өлгөрмәүебеҙ бар. (Ҡабаланып сығып китәләр).

Беренсе бала.
Байрам бөгөн, дуҫтарым,
Өр-яңы йыл килә ергә!
Уйнайыҡ та көләйек,
Әйҙә төшәйек бейергә.

Икенсе бала.
Яңы йылда теләйек
Һаулыҡ, бәхет, уңыш.
Донъялар имен торһон,
Булмаһын афәт, һуғыш.

Өсөнсө бала.
Ҡыш бабай килеп етер,
Бүләктәр йөкмәп иңенә.
Етеҙ елгән Аҡбуҙат
Бәхет өләшһен илемә.
Балалар шыршы тирәләй әйләнеп, йырлай һәм бейей. Улар йырлап бөтөүгә ҡанат ҡағып осҡан хәрәкәттәр эшләп, Һайыҫҡан инә.

Һайыҫҡан.
Мин – һайыҫҡан, һайыҫҡан,
Хәбәр килтерҙем алыҫтан.
Яңы йылды инде көтмәгеҙ,
Бүләк тип өмөт итмәгеҙ.
Аҡбуҙатты урларға тип,
Мәскәй таратты ҡотҡоно.
Ҡарһылыу, Ҡыш бабай
Хәҙер Шүлгәндең тотҡоно.
Шайтан менән Шүрәле
Хужа Ҡыш бабай тоғона.
Мәкерле эш эшләп,
Улар тәм-томға тығына.
Барыһы ла ”ах” итә, ҡайғыра. Шул саҡ уртаға Батыр исемле малай сыға. Ул милли башҡорт кейемендә.

Батыр. Урал батыр тоҡомонанмын, исемем Батыр булыр. Атай-әсәйем миңә ошо исемде, башҡортомдоң арҙаҡлы батырҙары – Салауат, Ҡаһым түрә, Батырша кеүек батыр, ғәҙел булһын тип, ҙур өмөттәр бағлап ҡушҡан. Тимәк, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы, Аҡбуҙатты ла яуыздар ҡулынан ҡотҡарыу – минең изге бурысым.

Айыу. Мин дә хуплайым Батырҙы. Йәнлектәр батшаһы булараҡ, тағы шуны ла әйтер инем: “Берҙәмлектә – көс” тигән бик ма­тур мәҡәл бар халыҡта, шуға бергәләшеп эҙләргә сығайыҡ Ҡыш бабай­ҙы. (Байрамға йыйылғандар­ҙың барыһы ла Айыуҙы хуплап геүләшә).
Улар сәхнәнән сығырға ыңғайлағанда, ҡапыл шомло музыка уйнай башлай һәм Шүлгән батша, Мәскәй әбей, Шайтан, Шүрәле инә. Шайтан Ҡыш бабайҙың тоғон артмаҡлап алған. Байрамға килгән­дәр­ҙе күрмәй, үҙ-ара һөйләшәләр.

Мәскәй әбей. Ну, уҡыттыҡ беҙ быларҙы, әйҙә байрам итеп ҡараһындар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуһыҙ, йыл хужаһы Аҡбуҙатһыҙ. (Күмәкләп иләмһеҙ итеп көләләр).

Шүлгән батша. Аҡбуҙат минеке хәҙер, был яғына уны ҡулдан ысҡындырыу юҡ!

Батыр. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Шүлгән батша, Мәскәй әбей, Шайтан, Шүрәле! (Улары Батырҙы аңғармағас, тертләп китәләр). Шүлгән батша, беҙ Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Аҡбуҙатты тотҡонлоҡтан сығарыуыңды талап итәбеҙ!

Мәскәй әбей. Беҙ ҡайҙан беләйек уларҙың ҡайҙалығын, йөрөйҙәрҙер шунда берәй ерҙә аҙашып. (Шүрә­ле менән Шайтан кемуҙарҙан Мәскәйҙе хуплай).

Һайыҫҡан. Алдашмағыҙ, йәме, мин һеҙҙең һөйләшкәнегеҙҙе ағас башында тыңлап ултырҙым бит.

Шүлгән батша. Ай-һай, табылған икән бында бер батыр. Ҡыш бабай кәрәк, имеш, Аҡбуҙат кәрәк, имеш...

Батыр. Эйе, дөрөҫ әйтәһең, Шүлгән батша, минең исемем, ысынлап та, Батыр.
Түгелмен мин ҡурҡаҡ заттан,
Һиңә баш эйеп илап ятыр. (Башындағы түбәтәйен ергә атып бәрә).
Ҡыш бабайҙы ҡотҡармаһам,
Исемем минең булмаҫ Батыр!
Шүлгән батша.Ҡалай эре генә һөйләшкән була әле бынау. (Мыҫҡыллы йылмая). Һин тәүҙә минең менән көс һынашып ҡара. Хәҙер өс башлы аждаһамды саҡырам, уның һорауҙарына яуап бирә алырһыңмы икән? (Таяғы менән иҙәнгә өс тапҡыр туҡылдата һәм өс башлы аждаһа инә).

Аждаһа. (Тәүҙә беренсе башы һорау бирә). Элек башҡорттарҙа Яңы йыл байрамы нисек аталған?

Батыр. Ҡышҡы Нардуған тип.

Аждаһа. (Икенсе башы һорау бирә). Ә был һорауҙы белмәйһең, Батыр. Йә әле әйтеп ҡара – мөсәл һүҙе нимәне аңлата?

Батыр. Беләмсе. Борон һәр йылдың эйәһе бар тип уйлағандар. Улар барлығы ун ике булған. Ана шул ун ике йыл бер мөсәл була. Уларҙың исемдәрен дә әйтеп бирә алам: Сысҡан, Һыйыр, Барс, Ҡуян, Аждаһа, Йылан, Йылҡы, Ҡуй, Маймыл, Тауыҡ, Эт, Дуңғыҙ.

Аждаһа. (Өсөнсө башы һорау бирә). Ҡара-ҡара, бынауы ҡалай күп белә. Йә, миңә ҡыш айҙарының боронғо исемдәрен һанап күрһәт әле.

Батыр. Һыуығай, шаҡай, буранай.

Шүлгән батша. Ҡарап-ҡарап торам да, бик башлы ғына егет икән­һең, Батыр. Ә хәҙер миңә һөнәр­ҙәреңде күрһәт әле. Ҡурай моңон, халыҡ йырҙарын тыңларға бик яратам.
Батыр ҡурайҙа уйнай һәм йырлай. Шүлгән бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә тыңлай, ҡул саба.

Батыр. Шунан, Шүлгән батша, шарттарың бөттөмө? Ҡыш бабайҙы тотҡонлоҡтан сығараһыңмы?

Шүлгән батша. Минең талаптарымды теүәл үтәнең, Батыр. Афарин! Туғаным Урал батырға оҡшаттым әле үҙеңде. Ул да шулай һинең кеүек ҡыйыу, аҡыллы, ғәҙел һәм йор һүҙле булды. Ә инде Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға килгәндә, уларҙы мин азат итәм, тик Аҡбуҙатты үҙемдә ҡалдырасаҡмын. Ул – күптәнге хыялым.
Байрамға йыйылғандар ҡәнәғәт­һеҙ шаулаша башлай.
Батыр. Нисек инде йыл хужаһы үҙе килмәйенсә байрам үтһен?! Ергә бына-бына аяҡ баҫасаҡ өр-яңы йыл Йылҡы йылы бит. Тағы ниндәй шарттарың бар, Шүлгән батша? Бөтәһен дә үтәргә әҙербеҙ, зинһар, Аҡбуҙатты ғына ебәр.

Шүлгән батша.
Ярай, хәлегеҙгә инәйек,
Аҡбуҙатты һеҙгә бирәйек.
Тик һеҙгә бер шартыбыҙ бар –
Байрамығыҙҙы беҙ күрәйек.
Бөтәһе лә риза була, “Ура!” тигән тауыштар ишетелә. Яңы йыл көйө яңғырай. Шүлгән кеҫәһенән Аҡбуҙаттың ялын алып өтә һәм сәхнәгә Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Аҡбуҙат килеп инә.

Бөтәһе бергә.
Һаумы, Ҡыш бабай!
Һаумы, Ҡарһылыу!
Беҙ һеҙҙе һағынып бөттөк,
Өҙөлөп-өҙөлөп көттөк!
Хуш киләһең, Яңы йыл,
Төклө аяғың менән!
Тыныс булһын илебеҙ,
Балҡып торһон гелән!

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Урау-урау юлдар, бик күп ҡаршылыҡтар аша үтеп, бына беҙ ҙә килеп еттек. Рәхмәт Батыр атлы егеткә. Исеме есеменә тап килеп тора, бик батыр, зирәк, иленә һәм халҡына тоғро егет икән. Шундайҙар арағыҙҙа күберәк булһын ине. Ә хәҙер, дуҫтарым, уйын-көлкөнө дауам итәйек. Мин буш ҡул менән килмәнем, һеҙгә күп итеп бүләктәр әҙерләнем. Ҡайҙа әле минең тоғом? (Мәскәй әбей, Шайтан, Шүрәле оялып китә, башҡалар артына нығыраҡ ышыҡлана).

Батыр.
Ямандан ситтә булығыҙ,
Изге булһын уйығыҙ.
Урлашыу бик насар ғәҙәт,
Уны белеп ҡуйығыҙ.

Ҡыш бабай. Эйе, Батыр дөрөҫ әйтә. Әйҙәгеҙ, ошо көндән башлап бөтә насар ғәҙәттәребеҙҙән арынайыҡ. Өр-яңы йылды тик яҡшы ниәттәр, изге эштәр менән башлап ебәрәйек, бер-беребеҙгә кешелекле, игелекле булайыҡ.
Шүлгән, Мәскәй әбей, Шүрәле, Шайтан Ҡыш бабайҙан ғәфү үтенеп, тоҡто уға кире ҡайтарып бирә.

Ҡыш бабай. Байрам дауам итә, дуҫтарым! Әйҙәгеҙ, һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле миңә.
Шиғыр һөйләү, йыр-бейеү бәйгеһе башлана. Мәскәй әбей, Шайтан, Шүрәле лә һөнәрҙәрен күрһәтә. Ҡыш бабай Мәскәй әбейгә – тараҡ, Шайтанға кәнфиттәр, ә Шүрәлегә матур йөҙөк бирә. Улары ихлас ҡыуана: Мәскәй әбей ойош­ҡан сәсен тарарға керешә, Шүрәле йөҙөгө менән маҡтана, Шайтан тәмләп кәнфит һура.

Ҡыш бабай. Дуҫтар, минең һеҙгә тағы бер ҙур бүләгем бар. Ул Аҡбуҙат булыр. (Аҡбуҙат сәхнә уртаһына сығып баҫа). Ул һеҙҙең менән теүәл бер йылға тороп ҡаласаҡ, сөнки яңы йыл Йылҡы йылы булыр. Рәхим итеп, ҡабул итегеҙ уны. (Бөтәһе лә ҡул саба, “Ҡотло булһын Яңы йыл!” тип теләктәр теләйҙәр. Х. Ғиләжев һүҙҙәренә З. Мамалимов яҙған “Яңы йыл йыры” яңғырай).
Артабан шыршы тирәләй уйын-көлкө, йыр-бейеү дауам итә.

Зөлфиә СӘЛИХОВА.
Белорет ҡалаһы.

Әйткәндәй
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Иң яҡшы Яңы йыл тамашаһы сценарийы конкурсына килгән эштәр сайтыбыҙҙа урын алған. Улар менән ye02.ru адресы буйынса танышырға һәм үҙегеҙҙең Яңы йыл кисәһен ойоштороу өсөн һайлап алырға мөмкин.

Сығыу ваҡыты 13-12-2013, 04:07 | Ҡаранылар: 1371
|
  • Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНА Яңы йылда оҡшатып йөрөгән егеткә хистәрен белдереп хат яҙған
  • Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)
  • Ҡотло булһын Йылҡы йылы!
  • Яңы йыл мөғжизәһе
  • Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM