НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Шыршы байрамына ла күп ҡалманы

Шыршы байрамына ла күп ҡалманы


Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2014 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, Президент шыршы байрамы 23 декабрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәш­тәр һарайында үткәреләсәк. Байрамға Башҡор­тостан ҡала һәм район­дары мәктәптәренең уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, ижади фестивалдәр лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре балалары, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаилә­ләр­ҙән уҡыусылар саҡырыласаҡ.
Республиканың Финанс министрлығы Президент Яңы йыл шыршыһын әҙерләү һәм үткәреү, унда ҡатнашыу­сыларҙың «Салют» санаторийында өс көнлөк ялын ойоштороу буйынса саралар, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙән 14 йәшкә тиклемге балаларға Президент Яңы йыл бүләктәре һатып алыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау өсөн яуаплы. Һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ла матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.

Әйткәндәй

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, аномаль йылы һауа торошон күҙҙә тотоп, боҙ ҡаласыҡтары төҙөлөшөнөң альтернатив варианттарын ҡарарға бойороҡ бирҙе. Әгәр боҙ туңып өлгөрмәһә, ҡаласыҡтар фанера һәм пенопластан төҙөләсәк.

Сығыу ваҡыты 22-11-2013, 17:02 | Ҡаранылар: 977
|
  • Президент шыршыһында 780 бала ҡатнашты
  • Башҡортостан Хөкүмәте йыл эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәк
  • 650 етем бала торлаҡлы буласаҡ
  • 2014 йыл республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде
  • Яңы йыл балаларға әкиәт донъяһы алып килһен
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM