НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 10,5 миллиард һум – мутлыҡ

10,5 миллиард һум – мутлыҡ


Белеүегеҙсә, “әсәлек капиталы”н торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланың уҡыуына түләргә йә әсәнең пенсияһына ҡушыр­ға мөмкин. Аҡсаны алыу өсөн уны юллап байтаҡ тир түгергә, төрлө белешмәләр әҙерләргә, сираттарҙа торорға кәрәклеген аңлайһығыҙҙыр. Уны алып бирешергә ярҙам итеүселәр ҙә барлыҡҡа килде. Теге йәки был “белгес” бының өсөн аҡсаның бер өлөшөн (уртаса хаҡ – 40 мең һум, буғай) үҙенә алып ҡала. Ошо “тармаҡ”та аферистар ҙа күбәйгән. РФ Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, “әсәлек капиталы”н законһыҙ аҡсалата алыуҙа 10,5 миллиард һум “эшләүсе”ләр ҡулға алынған. Туғыҙ мутлашыусы араһында “Микрофинанслау үҙәге” идарасы компанияһы” етәксеһе, уның Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге филиалдарын ойоштороу­сы бар. Шик аҫтындағы компаниялар Ҡазанда теркәлгән. Аферистар схемаһына ярашлы, 400 коммерция фирмаһы ғаиләләргә капиталды аҡсаға әйләндереүҙә ярҙам иткән. бының өсөн улар әҙ тәьмин ителеүселәрҙе яҡшылап өйрәнгән, улар хаҡында төплө мәғлүмәт йыйған. Шунан сертификат аласаҡ ҡатын менән килешеү төҙөгән. Йәнәһе, ғаилә аҡсаға торлаҡ һатып аласаҡ. Артабан енәйәтселәр дәүләт органдарына ҡатын исеменән тейешле документтар тапшырған. Күсерелгән аҡсаның 30 – 80 процентын үҙҙәренә алып ҡалғандар. Ҡатындар төп баштарына ултырғанын белә, белһә лә, күпмелер сумма “буштан” килгән аҡсаны ҡулға алыу мөһимерәк тойола.
Былтыр “әсәлек капиталы” 387 640 һум булһа, быйыл был сумма 408 960 һумға тиң.

РИА Новости сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 22-11-2013, 13:37 | Ҡаранылар: 958
|
  • 2014 йылда “әсәлек капиталы” күпме буласаҡ?
  • Тик документтары теүәл булһын
  • Өс һөйләм менән
  • “Әсәлек капиталы”н аҡсалата биреүгә ҡарашығыҙ?
  • Аҡсамы, әллә сертификатмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM