RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һин – беҙҙең ҡояшыбыҙ!

22.11.2013 Һин – беҙҙең ҡояшыбыҙ!

Һин – беҙҙең ҡояшыбыҙ!Әсәйебеҙ Гөлфәр Хисмәтова 1938 йылдың 29 майында Әбйәлил районының Ташбулат ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Аталары яуға киткәндә өс йәшлек сабый булып ҡалған ҡыҙ, Йәһүдә, Ғәййәр ағаларына, Әнисә апаһына эйәреп, талым­һыҙ, эшкә әрһеҙ, тырыш булып үҫә.
Әсәләре Сабира һуғыш осоронда тылдағы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар кисергән ауырлыҡтарҙы үҙ башынан үткәрә, балаларын аслыҡтан, үлемдән һаҡлап ҡала. Әсәйем бала саҡ иҫтәлектәрен һәр саҡ ауыл янындағы Ҡарабалыҡты күле менән бәйләп һөйләй. Ысынлап та, уларҙы ғына түгел, тотош ауыл халҡын аслыҡтан йолоп ҡалыусы, исеме үк әйтеп тороуынса, ҡара балығы бик күп булған Ҡарабалыҡты күле була. Кескәй ҡыҙ ялан-ҡырҙарҙа һарына, йыуа-ҡуҙғалаҡ, емеш-еләк йыйып, әсәһен һөйөндөрә. Өлкәнәйгәс, ошо йәнгә яҡын күле, туғайҙары тураһында шиғырҙар яҙасағын белмәй әле ул.
Бәхеттәренә күрә, аталары, һыңар аяғын юғалтып булһа ла, һуғыштан иҫән ҡайта. Тормош йәмләнә. Тырыш, уңған ғаиләләге балалар уҡыуға ынтылышлы була. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1959 – 1964 йылдарҙа әсәйем Башҡорт дәүләт университетының география факультетында уҡый. Гөлдәр ошо уҡ уҡыу йортоноң математика факультетына уҡырға бара. Тағы ла бер йылдан Иршат медицина университеты студенты булып китә. Барыһына ла өлгөрөү, аҡса табыу, еткереү ата-әсәһенә ауырға төшә. Шулай ҙа улар балаларының юғары белемле буласағын белеп һөйөнә. Балалары өмөттәрен аҡ­лай.
Әсәйем, диплом алып, тыуған ауылы мәктәбенә эшкә ҡайта. Тәбиғәтте яратҡан ихлас күңелле, тырыш белгес ҙур теләк менән эшкә тотона. Үҙе кеүек үк уҡытыусы егет Моратты тап итеп, парлы тормош юлы башлай улар. Атайым оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, профессиональ-техник училище директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләне. Атай-әсәйем Таштимер ауылына килеп төпләнә һәм урта мәктәптә эшләүен дауам итә.
Ғаиләлә беҙ дүрт ҡыҙ тәрбиәләндек. Үкенескә күрә, атайыбыҙ ҡаты сиргә дусар булды. Әсәйебеҙ, сирле атайымды ҡарау менән бер рәттән, беҙгә матур тәрбиә, һәр беребеҙгә юғары белем бирҙе. Илһам килгән саҡтарында шиғырҙар ҙа яҙҙы.
Ул матур һүҙе, өлгөлө эше, шәхси тормошо менән беҙгә үрнәк булды. Фәйрүзә апайым – иҡтисадсы, Фәрзәнә – биолог, Мәҙинә – юрист, мин филолог һөнәрен үҙ иттем.
Һәр беребеҙҙең үҙ аллы матур тормош көтөү нигеҙендә әсәйебеҙҙең тәрбиә һабаҡтары ята. Беҙҙе ихлас күңелле, тырыш, тәртипле, әхлаҡлы итеп үҫтерҙе. Бөгөн ул ете ейән-ейәнсәрҙең бәхетле өләсәһе. Ҡунаҡсыл, ихлас күңелле, йомарт, кешелекле, йор һүҙле әсәйемде бөтә туғандары, күршеләре, ауылдаштары ярата, элекке уҡыусылары һәр саҡ хәлен белешә, оло хөрмәт менән осрашыуҙарға саҡыра. Байрамдарға, йыйындарға барғанда әсәйем үҙе яҙған шиғырҙарын уҡый, матур кәңәштәрен бирә. Әле лә тыуған нигеҙебеҙҙе һыуытмай, ауылда йәшәй. Ул – һәр беребеҙҙең көтөп алынған ҡунағы. Хәлдә­ребеҙҙе белешеп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп бер аҙ торғандан һуң ауылға ашҡына. Беҙ уның шулай һағынып, тыуған ауылыбыҙға ҡайтып китеүен аңлайбыҙ. Ысынлап та, үҙе әйткәнсә, тыуған ер һәр саҡ үҙенә тарта. Тыуған тәбиғәтенә ғашиҡ булып, шул ерҙә тир түгеп, нигеҙ ҡороп йәшәгән кеше үҙен башҡа ерҙә тулы бәхетле итеп тоймай. Әсәйем үҙ төйәгендә йәшәүенә, өлгөлө хеҙмәт юлы үтеүенә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең именлегенә, татыулығына, ауылдаштарының етеш тормошона һөйөнә. Ә беҙ тыуған нигеҙебеҙҙе һаҡлап, уға ҡот-йәм өҫтәп йәшәүсе ҡәҙерлебеҙҙең һаулығына, әле лә йәштәрсә тапҡыр аҡылына һоҡланабыҙ. Ҡәҙер­лебеҙгә оҙон-оҙаҡ йылдарға етер көс-дарман, зиһен сафлығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар насип булһын ине. Киләсәктә лә ҡош юлындай булып ғүмер юлдарың дауам итһен әле.

Гөлназ Ғәликәева.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”