НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Абруйлы премия – лайыҡлыларға ғына

Абруйлы премия – лайыҡлыларға ғына


Абруйлы премия – лайыҡлыларға ғынаШәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаттарын бү­ләк­ләү тантанаһы, традицияға ярашлы, Күгәрсен райо­нында үтте. Награданы тапшырыу­ҙа БР Хөкүмәте Премьер-ми­нистры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мел­коедов, Журналистар оюзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы журналистика өлкә­һендә Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге премияларҙы биреү буйынса комиссия абруйлы премияға 12 кешенән өс журналисты лайыҡлы тип тапты. Лауреаттар – «Өмет» республика йәштәр гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов, «Башҡор­тостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Зөл­фиә Рәхмәтуллина һәм «Башҡор­тостан» республика гәзите фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов. Ә Күгәрсен райо­нының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы журналист Сәрүәр Суринаға бирелде.
Премия лауреаттарына наградалар­ҙы комиссия рәйесе Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. Ул еңеүселәрҙе Президент Рөстәм Хәмитов исеменән ихлас ҡотланы һәм уларға яңы ижади уңыштар теләне. Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин да ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. Бүләк­ләнеүселәр ҙә, үҙ сиратында, хеҙмәттәрен юғары баһалағандары өсөн рәхмәтен еткер­ҙе.

Л. ҺИҘИӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 1-11-2013, 11:28 | Ҡаранылар: 884
|
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тураһында китап сыҡты
  • Иң яҡшы журналист кем булыр?
  • Хеҙмәттәшебеҙгә – юғары исем!
  • Сентябрь айы
  • Мәҙәниәт йылының эмблемаһы раҫланды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM