RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Инвестиция күләме 250 миллиард һумға етәсәк

25.10.2013 Инвестиция күләме 250 миллиард һумға етәсәк

Былтыр республика иҡтисадына инвестиция 233 миллиард һум тәшкил иткәйне, быйыл был күрһәткестең суммаһы артығыраҡ буласаҡ. Күҙал­ланыуынса, ул 250 миллиард һумға етәсәк.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың инвестиция үҫешенә арналған хөкүмәт ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда төбәккә йүнәлтелгән сит ил инвестицияһы күләме былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға артыҡ. Һәм был һуңғы күрһәткес түгел, әле бойомға ашырылыуҙы көткән проекттар етерлек. Халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары ла Башҡортостанға ҡарата үҙ мөнәсәбәттәрен ыңғай яҡҡа үҙгәрткән. Был, тәү сиратта, төбәктең финанс һәм бюджет системаһы яҡшы торошта, тигән һүҙ.
Донъяла иҡтисади көрсөк дауам итә, сәнәғәт үҫеше әкренәйҙе, эске тауар әйләнеше лә һүлпәнәй­ҙе, өҫтәүенә, бюджет ойошмаларынан килгән һалым әҙәйҙе. Әммә был юҫыҡта мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, барыһы ла инвестиция сәйәсәтен нисек алып барыуға бәйле.
Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә Башҡор­тостандың инвестиция үҫеше стратегияһы булдырылды. Ул байтаҡ күрһәткескә өлгәшеүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, шулар араһында республиканың йыллыҡ эске тулайым продукты (ВРП) кимәлен 107 процентҡа еткереү бар. Стратегияла ауыл хужалығы, хеҙмәтләндереү тармағы, бәләкәй химия һәм төҙөлөш төп йүнәлештәр тип билдәләнгән.
А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”