RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Комсомол һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнаны?

25.10.2013 Комсомол һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнаны?

1918 йылдың 29 октябрендә эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союзының I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы – РКСМ ойошторола, 1924 йылда ул – Ленин комсомолы, ә 1926 йылда Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. Комсомолдың данлы үткән юлы, намыҫлы хеҙмәт менән яуланған хәрби һәм хеҙмәт наградалары хәҙер тарихта ғына ҡалды. Әммә комсомол мәктәбен үткән күптәр уны бөгөн йәшлегенең иң сағыу һәм матур осоро тип иҫкә ала һәм уның эшмәкәрлеген, тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһалай. Улар өсөн комсомолдың тыуған көнө бөгөн дә иң матур байрамдарҙың береһе булып ҡала. Сираттағы аҙна һорауы ошо байрамға арнала.

Гүзәл АҠМАНОВА, БДУ доценты, физика фәндәре кандидаты:
– Өфө ҡалаһының Октябрь районы комитетында комсомолға индек. Унда иң беренсе яҡшы уҡығандарҙы алалар ине. Шуға күрә беҙ ҙә нисек тә тәүгеләр рәтендә булырға ынтылдыҡ. Ул ваҡытта комсомол ойошмаһының көслө, ҡеүәтле сағы. Мәктәп тормошо тулыһынса комсомол етәкселеге аҫтында үтә торғайны. Һәр кимәлдә комсомол бюроһы эшләй, төрлө секциялар булды. Әлмира Абдуллина комсомолдың алмаштырғыһыҙ секретары ине. Уҡыу, хеҙмәт, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа бер нисә сектор булды, һәр секторға яуаплы кеше билдәләнде.
Комсомол беҙҙе берләштерә лә, ойоштора ла ине. Хәҙер ундай ойошҡанлыҡ юҡ, ә элек барыһы ла нисектер бер төптән эшләне. Беҙ хатта башҡаса булыуы мөмкин тип күҙ алдына ла килтерә алманыҡ. Һин комсомол түгел икән, тимәк, кеше түгел, тигән һымағыраҡ ҡарай инек.

Гөлсәриә ӘБИЛЕВА, Сибай телевидениеһы мөхәррире:
– Сибай педагогия училищеһында, БДУ-ла һәм Мәскәү дәүләт университетында уҡығанда ла комсорг булырға тура килде. Ниңәлер гел мине комсорг итеп һайланылар. Әммә был эш үҙемә лә оҡшай ине. Беҙ ялҡынлы комсомолдар булдыҡ. Шундай дәртле, әүҙем ҡыҙҙар-егеттәрҙең бергәләп янып эшләүе үҙе бер матур осор булып иҫтә ҡалған. Ул замандың нимәһе һәйбәт булды – ана шундай әүҙем студенттар йәштәр араһынан ойоштороусы, лидер булырҙайҙарҙы күреп, төрлө сараларға йәлеп итә, эш ҡуша торғайны. Бына шуның менән һине һынайҙар ҙа, һабаҡ та бирәләр, өйрәнәһең дә. Был ҙур плюс, минеңсә. Үҙем өсөн дә шулай булды. Комсомол миңә, ысынлап та, бик күп нәмә бирҙе, тип иҫәпләйем. Комсомол линияһы буйынса төҙөлөш отряды составында ГДР-ға ла барып ҡайттым. Өфөлә лә төҙөлөш отрядында командир, комиссар булдым. Беҙ уҡырға ла өлгөрҙөк, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштыҡ. Комсомол ойошмаһы бик һәйбәт ойошма булды, тип иҫәпләйем. Тормошом өсөн һәйбәт һабаҡ алдым. Хәҙер ошондай ойошманың булмауы бик ҙур минус ул. Ысынлап та, һәләтле йәштәрҙе күреү, үҫтереү, улар менән эшләү, бер яҡтан, кадрҙар әҙерләү өсөн дә этәргес бирә. Комсомол кешеләр менән, коллективтар менән, төркөмдәр менән эшләргә, аудитория алдында сығыш яһарға, башҡаларҙы үҙеңдең артыңдан әйҙәргә өйрәтте. Ул, ысынлап та, яҡшы тормош мәктәбе булған.

Сания ҒӘБИТОВА, студент:
– Мин комсомол ойошмаһы хаҡында ишетеп кенә беләм. Апай-ағайҙарымдың, комсомол-комсомол, тип йөрөгәндәре иҫемдә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә килеп етмәне ул. Комсомол кеүек көслө ойошма булһа, бәлки, йәштәр араһында эскелек, наркомания кеүек тәртипһеҙлектәр ҙә әҙерәк булыр ине. Хәҙерге йәштәрҙе тотоп тороусы, йүнәлеш биреүсе, дәртләндереүсе, барыһы өсөн дә уртаҡ идеология юҡ. Улар нисектер тырым-тырағай йөрөгән кеүек. Һөҙөмтәлә егет-ҡыҙҙар төрлө сәйер төркөмдәргә ҡушыла, яҙыҡ юлға баҫа...

С. ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”