НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Аҡылһыҙ Мөхәббәт

Аҡылһыҙ Мөхәббәт


Бер ҡояшлы матур көндө Нәфрәт менән Мөхәббәт осраша. Мөхәббәт иҫ киткес матур, наҙлы, һөйкөмлө, әммә аңра була. Нәфрәт Мөхәббәттән:
– Нисек йәшәйһең, һөйөклөм? – тип һорай.
– Бөтәһе лә яҡшы, – ти Мөхәббәт, – һаман кешеләрҙең хис-тойғолары менән уйнайым.
– Ошо ҡылығың менән һин мине нәфрәтләндерәһең, – ти Нәфрәт Мөхәббәткә.
– Уның ҡарауы, хәҙер беҙ һинең менән ҡабат бергә, – ти Мөхәббәт.
– Һаман да шулай уҡ иҫәрһең, – ти Нәфрәт. – Һинең менән бик осрашырға ла теләмәйем, мин бит һине күрә алмайым.
– Бәй, бәй, – ти Мөхәббәт, – һин мине яратаһыңдыр тип уйлай инем… Әйҙә, икәү бергә ошо ҡаянан һикерәбеҙ!
Нәфрәт уйға ҡала. Бер аҙҙан улар эргәһенә Аҡыл килә һәм, бөтәһен дә ишетеп, ҡысҡырып ебәрә:
– Мөхәббәт, һин әллә бөтөнләй аңраландыңмы? Һеҙ бит үләсәкһегеҙ! Һин кешеләрҙең хис-тойғоно кисермәүен теләйһеңме ни?!
Шул саҡ Мөхәббәт:
– Үлгән саҡта мин Нәфрәтте тыуҙырасаҡмын! – ти.
Был ваҡытта Аҡыл көсһөҙ ине.
Мөхәббәт беренсе булып һикерә, Нәфрәт быны эшләмәй. Мөхәббәт үлә. Ә Нәфрәт кешеләрҙең күңелендә бик оҙаҡҡа ҡала.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 25-10-2013, 11:59 | Ҡаранылар: 2244
|
  • «Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт»
  • Данлыҡлы комедия үҙ тамашасыһын табасаҡ
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөн
  • Мөхәббәт йәшкә ҡарамай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM