RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

18.10.2013 ХАЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ

Халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың моңло тауышы райондаштарының ғына түгел, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренең Өфө, Һамар, Ульяновск, Ырымбур, Татарстан, Силәбе, Мәскәү, Германия, Португалия, Франция тарафтарының тамашасылары күңеленә лә хуш килде.

Абдулла ағайҙың һауаланмағаны

Республикабыҙҙың халыҡ ар­тист­каһы Нәжиә Аллаярованың әйткәне: “1955 йылда Мәскәүҙә Башҡортос­тан сәнғәте һәм мәҙәниәте декадаһы үтте. Яҡташым Абдулла менән миңә шунда ҡатнашырға насип булды. Ул, ҡыҙҙар шикелле, оялсан була торғайны. Янына килеп һүҙ ҡушһаң, һөйләшә, һүҙ ҡушмаһаң – юҡ.
Әгәр ҙә һеҙ Абдуллабыҙҙың шул саҡта йырлағанын ишетһәгеҙ! Әлеге концертта мин нисек илап ултырҙым, һеҙ ҙә шулай илап ултыр­ған булыр инегеҙ. Ул ваҡытта Абдулла Солтанов киң күкрәкле бәһлеүәндәй егет ине. Үҙенә Аллаһы Тәғәлә төҫтө лә йәлләмәгәйне. Матур ине. Сәхнәгә сығып баҫһа: “Мин мин икән дә, мин кем икән!” – тигәндәй торор ине. Шул заманда уҡ Мәскәүҙе таң ҡалдыр­ған кеше ул. Декадаға Әҙһәм Ғарипов тигән яҡташыбыҙ ҙа барғайны. Ул бейеүсе ине. Аҙаҡ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының мөхәррире булып эшләне. Уны ла, Абдулланы ла филармонияға саҡырҙылар. Абдулла ҡасып ҡайтып китте.
“Байрамғол” совхозына Әҙһәм Шәрә­фетдинов директор булып килгәс, “Ләйсән” тигән бейеү ансамбле төҙөлдө. Атаҡлы Фәйзи Ғәскәров өйрәткән Байрамғол бейеүселәренең даны тирә-йүнгә киң таралды. Өгөтләй торғас, Абдулланы ла сәхнәгә сығарҙылар”.
60-сы йылдарҙа, Башҡортостан­дағы “Кананикольский”, “Оло Теләк” совхоздары кеүек үк, “Байрамғол” совхозы ла бик ауыр хәлдә була. Партия өлкә комитеты Зәкәриә Аҡназаровҡа ошо совхозды шефлыҡҡа алыу бурысын йөкмәтә. Әҙһәм Ғәни улы һүҙҙәре менән әйткәндә, Байрамғол үҙенең күтәрелеүе менән шул сабыр холоҡло етәксебеҙгә бурыслы. Совхоздың тиҙ арала күтәрелеүенең бер сере шунда: 1964 йылда Аҡназаров йәш белгес Шәрәфетдинов йөҙөндә хужалыҡҡа уңған етәксе таба. Әйткәндәй, 1953 йылда КПСС Үҙәк Комитетының ауыл хужалығын үҫтереү тураһындағы тарихи пленумынан һуң да бер тапҡыр ошо яҡҡа юлыға яҙа Әҙһәм Ғәни улы. Әле генә Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған йәш инженерҙы, комсомолец ҡына булыуына ҡарамаҫтан, Байрамғолға директор итеп тәғәйенләргә итәләр. Ғәҙәттә, дипломлы йәш белгес юғары урын­ға ылдым ғына ынтылып барыусан. Юғарынан:
– Һайт! – тиһәләр, ундайҙар:
– Тайт! – тип кенә тороусан. Әҙһәм Ғәни улына:
– Һайт! – тип кенә ҡалмайҙар. – Давай! Давай! – тип, тегендә лә саҡырталар, бында ла. Йәш белгескә йәшлек көсөн был мәлдә үҙен яҡлау, сама тигән төшөнсәне ғәмәлгә ашырыуға, түрәлектән баш тартыуға сарыф итергә тура килә.
– Институт тамамлауыма әле генә. Тәүҙә инженер булып “Поля­ковка” совхозында эшләп алайым. Унан күҙ күрер. Унда көтөүсе булып та эшләнем, Туңғатар ауыл советында сәркәтип вазифаһын да атҡар­ҙым. Кешеләр мине белә, мин уларҙы яҡшы беләм, тип ныҡ торҙом.
Егеттең ныҡ тороуы үҙенекен итә: етәкселәр уйға ҡала, әлеге уйҙарынан кире ҡайта. Йәш белгестең фекерен ишеткәс, берәй башлырағы, бәлки: “В самом деле!” – тигәндер. Бәлки, уның ныҡышмал булыуы оҡшағандыр.
Әҙһәм Шәрәфетдиновтың әйткәне: “1964 йылда совхозды ҡабул иттем. Иген менән ауыр. Һөт менән насар. Ит менән хөрт. Ни эшләргә? Уйлана торғас, башҡа шундай уй килде: “Слушай, йырларға-то була! Бейергә-то мөмкин!” Бына шулай эште беҙ йыр менән бейеүҙән башланыҡ. “Ләйсән” бейеү ансамблен төҙөп ебәрҙек. Ул, шунан Абдулла Солтанов, имитатор Вәкил Ғәтиәтуллин – бына беҙҙең төп таяныстар! Самый ведущий­ҙар! “Байрамғол” совхозының феномены бына шулай башланды. Шунан һуң спортты күтәрҙек. Беҙҙең уңыш районға, Башҡортос­тандың бөтә тармаҡтарына ла йоғонто яһаны... Шунан сығып әйтә алам: таланттар бөтә ерҙә лә бар. Уларҙы мәлендә күрә белергә, асыҡларға, үҫтерергә, мөмкинлек бирә белергә генә кәрәк.
Абдулла менән “Байрамғол” совхозында оҙаҡ ҡына эшләгән кеше мин. Шуға күрә шуны әйткем килә. Әгәр ҙә уныҡы кеүек тауыш булһа, икенсе берәү әллә ҡайҙарға сығып китер ине. Уны әллә ниндәй дәрәжәләргә күтәрерҙәр ине. Бәғзеһе һауаланып китер ине. Абдулла еренән айырылманы”.

Бәғерҙәрҙе телеп...

Ҡасан, ҡайҙа, иртәнме, кисме, сәхнәләме, мәжлестәме, әллә үҙ алдына, йә хөрмәт йөҙөнән һинең бер үҙеңә генә ниндәй йырҙы башламаһын, Абдулла Солтанов уны хисһеҙ йырламаҫ булыр. Телеви­дение режиссеры Венера Йомағо­лова ошо быуат башында өс фольклорсыны – Салауат Галинды, Гөлназ Ғәлинаны һәм мин фәҡирегеҙҙе Ҡобағошҡа Абдулла ағай янына алып барҙы. Бөйөк йырсыбыҙға бағышланған фильмда ҡатнаштырмаҡсы ине. Шул көндәрҙә миңә Абдулла ағай менән иркенләп ултырырға форсат тейҙе. Шулай гәп һатып ултыра торғас, Абдулла ағайыма илһамы килеп, рухланған мәлендә генә:
– Абдулла ағай, һинең бик яратып йырлаған бер йырың бар. Шуның көйөн ҡурайҙа үҙең уйнап тороп, йырлап та ишеттерһәңсе, – тип әйт тә һал.
– Минең яратып йырламаған йырым юҡ та ул. Ҡайһыныһын әйтәһең?
– “Йәмәлекәй”ҙе тигәйнем дә.
– Булдырабыҙ беҙ уны.
Шулай тине лә Абдулла ағайым көҙгө артына үрелде. Шундағы күмәк ҡурайҙарын һәрмәштереп, тап ошо йырҙың көйөнә, үҙенең тонына яраҡлыһын һайлап алды ла ғәҙәтләнгән хәрәкәт менән тиҙ генә уны тешенә терәне, күкрәген кирә биреп тәрән тын алды, һәм.... өй эсе сихри моңға күмелде. Шулай бер тына уйнаны ла йырлап та ебәр­ҙе, тәҙрә өлгөләре зыңлап ҡуйҙы.
Таланттар бәйғәмбәр затынандыр ул. Улар беҙҙе, ҡәҙимге гонаһ эйәләрен, һынамаҡ өсөн генә ергә бүләк ителәлер, моғайын да. Бына шундай уй килә ҡайһы саҡта. Уларға беҙ ни тиклем иғтибарлы? Уларҙың бәҫен беҙ, бәндәләр, беләбеҙме? Уларҙы беҙ нисек ихтирам итәбеҙ? Әллә уларға һоҡланыуҙан ары китә алмайбыҙмы? Бына шуны һынамаҡ өсөн, шул һорауҙар тыуырын көн элек белгәндәй, мин байтаҡ кешенең Абдулла ағай хаҡындағы фекерен дә магнитлы таҫмаға теркәй барғанмын икән. Учалы ҡала һәм район хакимиәте башлығы Рауил Абдулла улы Хоҙайбирҙин оло талант эйәһен етмеш йәше менән ҡотлағанында: “Абдулла Солтанов – йыр аллаһының үҙе ул. Бәғерҙәрҙе телеп, йөрәктең иң нескә ҡылдарын сиртеп, йырла ла йырла, Абдулла ағай! Һирәк тауышлы гениаль башҡорт булып донъя күләмендә танылыу тапҡан яҡташыбыҙ һин!” – тигәйне. Быға ни тиһең инде, өнһөҙ ҡул ҡуйыуҙан башҡа?! Бары шуны ғына өҫтәге килә: ә Алла үлемһеҙ ул.
Ишембай ҡала һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Әлмөхәмәто­ваның әйткәне: “Абдулла ағайҙың концерты булырын гәзиттән уҡып белдем дә, ҡырҡ эшемде ҡырҡ яҡҡа ташлап, Ишем­байҙан махсус рәүештә килдем (бында һүҙ 1995 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт дәүләт филармонияһында булған концерт хаҡында бара – Ә. С.). Абдулла ағайҙың йырлауын беренсе тапҡыр ишеткәнемдә тыйыла алмай, илап ултырғайным... Шуға ла, уның моңон һағынып, танһыҡлап, алыҫ ерҙе яҡын итеп килеп еттем дә инде. Абдулла ағай был юлы бер генә йыр йырлаясаҡ, тиһәләр ҙә, килмәй ҡалмаҫ инем...”
Магнитогорск ҡалаһынан Со­циалистик Хеҙмәт Геройы Рамаҙан Ниғмәтуллиндың әйткәне: “Аб­дулланы тыңлайҙар, телевизор­ҙан да, сәхнәлә лә күрәләр, һоҡланалар. Бер ябай ғына мужик бит инде. Ә тотош Учалы районы өсөн, бөтә Башҡортостан өсөн бик ҙур ҡыуаныс, бәхет ул. Мин уны 1968 йылдың февралендә тәүгә ишеттем. Тауышы әле лә шул көйөнсә. Ул йырлаған боронғо башҡорт йырҙарын бик яратып тыңлайым. Ул ҡатнашҡан концерттарҙа халыҡ бик күп була. 1991 йылдың декабрендә Магнит ҡалаһында Муса Морта­зиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә үткәрҙеләр. Миңә лә унда ҡатнашырға насип булды. Ҡаланың төҙөүселәр һарайы. Энә төртөр ҙә урын юҡ. Халыҡ шығырым тулы. Бына тантананың рәсми өлөшө тамамланды. Концерт башланды. “Концертҡа Учалы районының күренекле йырсыһы Абдулла Солтановты алып килдек”, – тип иғлан иткәйнеләр, халыҡ уны тыңлай башламаҫ борон уҡ бик оҙаҡ ҡул сапты. Сәхнәгә милли кейемдә Абдулла Солтанов менән Учалы ҡалаһында ижад иткән яҙыусыбыҙ Мәүлит Ямалетдинов сығып баҫты. Мәүлит ҡурайҙа уйнаны. Абдулла “Урал” йырын йырлай башланы. Халыҡ уның йырлауын һоҡланып тыңланы. Ул тағы “Сибай кантон”, “Илсе Ғайса”, “Таштуғай”, “Буран­бай”, “Азамат” hәм башҡа йырҙар­ҙы башҡарҙы. Концерт тамамлан­ғас, ошондай йырсыны алып килгән өсөн ҡала халҡы беҙгә бик йылы һүҙҙәр әйтте. “Магнит ҡалаһы тарихи Башҡортостан ерендә ултыра, ҡалала башҡорттар күп, йышыраҡ килегеҙ беҙгә”, – тип оҙаттылар”.
Йырсы, республикабыҙҙың ха­лыҡ артисткаһы Флүрә Ноғома­нованың әйткәне: “Абдулла Солтановтың тауышын беҙ генә тыңлап һоҡланыу менән генәме ни ул! Киләһе быуындарға ла ҡалырға тейеш ул тауыш, ни өсөн уның йырҙарын лазер дискыға яҙҙырып алмаҫҡа? Бер ун йыл элек уның тауышы тағы ла асығыраҡ ине. Тағы ла моңлораҡ, йәшерәк сағында яҙып алырға булған да һуң. һуңыраҡ булһа ла, исмаһам, хәҙер яҙып алып ҡалыу кәрәк. Кеше ҡартайып, эштән сығып бөтә башлағас, йә арабыҙҙан киткәс, тотонорға ғәҙәтләнгәнбеҙ шул беҙ” (был һүҙ әйтелгәндән һуң күп тә тормай Флүрә Килдейәрова һәм Юлай Ғәйнетдиновтың тырышлығы менән Абдулла ағайҙың компакт-дискыһы донъя күрҙе).
Йырсы Хима Йәнбирҙинаның әйткәне: “Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарғаны өсөн Абдулла ағайға мин һәр ваҡыт һоҡланам. Профессиональ күҙлектән ҡарағанда, шуны билдәләр инем: ул иң юғары ноталарҙы ла еңел ала. Нисектер, йөйҙәре беленеп торған кеүек булған йырҙарҙы ла ул йөйһөҙ итеп кенә түңәрәкләндереп ебәрә. Ул – бер үҙе бер мәктәп, юҡ, тотош консерватория. Унан өйрәнергә лә өйрәнергә әле беҙгә”.
“Беҙгә” тигәндә, Хима профессиональ йырсыларҙы күҙ уңында тотҡандыр, моғайын. Шулай булһа, Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзиндың ауыҙынан ишеткән бер һүҙ иш янына ҡуш булһын. Абдулла Солтановтың Башҡорт дәүләт филармонияһының оло сәхнәһендә сығыш яһауын сәхнә артында тороп тыңлап торабыҙ. Йырсыбыҙ бер йырҙы тамамлауға залдағылар, күтәрелеп китеп, дәррәү ҡул сабып, алҡышлай башлағайны – янымда торған Ғәли Хәмзин: “Беҙ ҙә, йырсыбыҙ, тип йөрөгән булабыҙ шунда!!!” – тип, ҡул һелтәп, үксәһендә зыр әйләнде лә биҙәнеү бүлмәһенә үтте. “Башҡорт халыҡ йырын башҡарыу оҫтаһы” тигән даны таралған Ғәли тиклем Ғәли шулай тигәс, башҡа­лар­ға (үҙешмәкәрҙәрҙе әйтеп тә тормайым) ни һан?!
Режиссер Фәйзрахман Яры­шевтан ишеткәнем: “Абдулла ағай – һис шикһеҙ мөғжизә. Мин үҙем концерттарҙа бик үк ҡул сабып бармай торған кешемен. Иҫем китмәй, йәнәһе! Сәнғәт кешеһе булараҡ, концерттарҙы күп ҡарағанға, күп ишеткәнгә, моғайын. Абдулла ағай йырлағанда иһә, ҡатыным:
– Һиңә ни булды? – тип һораны, аптырап.
– Ни булған? – тим.
– Устарыңды ҡара, – ти. Устарымды ҡараһам – ҡыҙарышып киткәндәр. Шулай ҡаты ҡул сапҡанмын икән.
Абдулла ағайҙың уникаллеген шунда күрәм: моңон тыңлап, уға һис тә үҙе йәшәгән йәште бирерлек түгел – тауышы йәш. Иң мөһиме, Абдулла ағай – торғаны моң шишмәһенең үҙе. Уны тыңлағанда, шуны уйлап ултырҙым. Уға махсус белем алырға насип булмаған. Бәлки, уҡымауы ла хәйерлерәк булғандыр. Махсус уҡыу йортонда уҡыһа, әлбиттә, һис һүҙһеҙ, грамоталы йырлар ине. Әммә тәбиғи булмышын юғалтыуы ла ихтимал ине бит.
Яңыраҡ, бер йәш йырсы тураһында һүҙ сыҡҡас, кемдер уның тауышын маҡтаны ла: “Әле беренсе курста ғына уҡый бит әле ул”, – тине. Уйламайыраҡ ысҡындырҙы. Бәлки, дүртенсе, бишенсе курсҡа еткәс, нотаны һыу һымаҡ уҡый белер, әммә хөртөрәк йырлауы ла ихтимал”.

Ер хазинаһы менән күңел хазинаһының тамырҙаш булғаны

Битараф булмаған һәр беребеҙгә шул мәғлүм: Мейәс, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура йүнәлешендә, тотош бер алтын дуға хасил итеп, алтын һыҙаты, йәшмә һәм бүтән мәғдән ятҡылыҡтары һуҙылған. Ошо хазиналар алтын дуғаһы йүнәлешендә башҡорттоң ”Урал”, “Буранбай”, “Уйыл”, “Илсе Ғайса”, “Ҡурташ”, “Саңдүҙәк”, “Ғүмәров”, “Малыбай”, “Ғилмияза”, “Сибай”, “Хисам” ише классик йырҙары, Байыҡ Айҙар сәсән, Салауат сәсән, йырау даны алған Ғайса ахун, Ишмөхәмәт сәсән, Буранбай сәсән, Хисам һымаҡ йырауҙары һәм Кәрим Дияров, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Рамазан Йәнбәков, Иншар Солтанбаев, Абдулла Солтанов, Флүрә Килдейәрова, Ғилман Сәфәрғәлин, Азамат Тимеров, Дәүләтбай Рәхмәтуллин, Ришат Вахитов, Венера Рәхмәтуллина, Лилиә Ишемйәрова, Ғәзим Ильясов кеүек йырсылары тыуған.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

(Дауамы. Башы 15-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”