НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тоғро этебеҙ


Тоғро этебеҙБыл юлы ауылға ҡайт­ҡанда этебеҙ ҡаршыламаны, шуға эс бош­то, өйҙөң ниндәйҙер йәме юғал­ғандай тойолдо. Ихата эсе ҡош-ҡорт менән тулы булһа ла, буш күренде. Ҡайҙа йөрөйҙөр ул, ҡасҡалаҡ, ғүмерҙә лә улай ҡыланғаны юҡ ине, тип уфтаныштыҡ, тиҙерәк имен-һау ҡайтыуын теләнек. Атайыбыҙҙың бер төҫө кеүек ҡалды бит ул, беҙҙең тоғро этебеҙ Рекс.
...Ауылда эт тотмаған кеше һирәк: машина менән урамға килеп инеүең була, шунда уҡ һәр өйҙән өрөп эттәр ҡаршыға сыға ла башлай. Беҙ ҙә ғүмер баҡый эт тотабыҙ. Атайым сәүектәрҙе бер ваҡытта ла эшкә һанаманы, сөнки уларҙы көтөү көтөргә өйрәтеүе ҡыйын, ти торғайны, шуға ла ихатабыҙҙа гел ҙур эттәр йәшәне.
Атай Пальма исемле этебеҙҙе кескәй тумарлаҡ килеш кенә Силәбе өлкәһенән Спасский яғынан килтерҙе − күҙҙәре лә ипләп асылмағайны. Ауа-түнә атлап, сыйылдап әсәһен эҙләгән бәләкәсте ҡайнаған һыйыр һөтөн эсергә саҡ өйрәтеп алдыҡ. Сабый урынына ҡараныҡ инде үҙен. Овчарка менән бүренән тыуған аҙман шул ҡәҙәре лә матур булып үҫеп етте, үҙенә ҡарап һоҡланып туйғыһыҙ ине. Атайымдың тоғро юлдашына ҡыҙыҡмаған кеше булмай торғайны (Үрге Урал, Белорет урыҫтары, һат этеңде, тип атайыбыҙҙы йыш өгөтләне). Оҙон ғүмерле Пальма бала саҡтың бер яҡты хәтирәһе булараҡ күңелдә ҡалды. Үкенескә күрә, көсөктәре әсәһенә һис тә оҡшамағайны, бәләкәй буйлы, ҡыҫҡа аяҡлы, тар күкрәкле булдылар. Пальма үлгәс, атайыма тағы ла көсөк алып ҡайтырға тура килде. Ҡара көсөккә Рекс тип исем ҡуштыҡ. Тәүҙән үк һуғыш суҡмарына оҡшағайны: киң күкрәкле, көслө муйынлы, ҡыҙыу – алыш­ҡа ташланырға әҙер генә! Тештәрен ҡурҡыныс итеп ыржайтып, һырт йөнөн ҡабарт­һа, лаф та лоф өргән эттәр шунда уҡ ҡойроғон ҡыҫа, уға һөжүм итергә батырсылыҡ итмәй. Ә беҙҙе нисек яратты ул! Һәр беребеҙҙең машинаһының тауышын әллә ҡайҙан танып, сыйылдай-сыйылдай, ҡапҡаға ташлана. Уның һиҙемләү көсө беҙҙең өсөн һаманғаса оло сер булып ҡала. Машинанан сығып өлгөрмәйбеҙ, ҡойроғон болғай-болғай һәр беребеҙҙең аяғына мороно менән төртөлә, күҙҙәребеҙгә ҡарай, алғы тәпәйҙәре менән иңбашҡа таянып, битте яларға ынтыла − ҡыуанысының сиге юҡ! Ят кешеләрҙе өрөп ҡаршыламай: шым ғына ҡапҡанан индерә һәм шунда һаҡҡа тора, аяҡтарын айыра баҫып, башын аҫҡараҡ эйә лә янап ырылдай. Ҡасырға ярамай инде, шунда уҡ балтырҙан эләктереүе лә ихтимал. Беҙҙе еләккә лә, бесән сабырға ла гел оҙатып йөрөгән этебеҙ шул арала өйгә ҡайта һалып, йорт-ихатаны тикшереп, яңынан беҙгә килә. Әллә беҙҙе ҡурсалауы шул булдымы?!
Бер нисә йыл элек бесәндән ҡайтыуыбыҙға, алдан сапҡан Рекс томшоғон яба алмай, ҡапҡа эсендә ни эшләргә белмәй үрһәләнә ине: ҡанлы һеләгәйе аға, үҙенә яҡын юллатмай, ырылдай, нимәнелер шаҡ та шоҡ ауыҙы эсенән сығарырға маташа. Нисектер аңҡауына осло яғы менән ҙур һөйәк ҡаҙал­ған, имеш. Төрлөсә итеп алдаштырып ҡарайбыҙ, ыҡҡа килмәй, үҙенә яҡын да ебәрмәй. Аптырап, һауытына аш сығарып һалдыҡ та, ул шунда яҡынлағайны, апайым менән икебеҙ үҙен тиҙ генә көс-хәл менән ергә ҡолаттыҡ та, мин ауыҙы эсенән һөйәкте һурып сығарҙым. Шул арала апайым менән икебеҙ ике яҡҡа һикер­ҙек һәм Рекстың тештәре ми­нең ҡолаҡ төбөндә генә шаҡылданы (саҡ ҡына яйыраҡ ҡыбырлаһаҡ, йә ҡолаҡһыҙ, йә танауһыҙ ҡала инек). Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды, балалар шаҡ ҡатты. Һуңынан, әсәй − һин ысын герой, тип тел шартлаттылар, ошо хәлде һөйләп һүҙҙәре бөтмәне.
Рекс менән «футбол» уйнауы үҙе бер мәрәкә, мәҙәк күренеш. Туп урынына ул тешләй алырлыҡ пластик шешә алабыҙ ҙа, ярышабыҙ. Еңермен тимә − бер эләктереп алһа, «туп»ты бирмәй ҙә ҡуя, шартлы ҡапҡаға индерә лә, янына бара башлаһаң, яңынан алып ҡаса... Тик һуңғы ваҡытта уның менән уйнарға ваҡытыбыҙ юҡ, беҙҙе донъя мәшәҡәттәре баҫты. Шуға үпкәләмәйме икән ул? Хәйер, үпкәләмәйҙер. Эттәр, беҙҙән айырмалы рәүештә, күпкә киңерәк күңелле, кенә һаҡлау уларға бөтөнләй ят күренеш. Тоғролоҡтары ла китапҡа яҙырлыҡ бит.
Бер нимәгә ҡарамаҫтан, өмөтөбөҙҙө өҙмәй көттөк. Һәм... Рекс ҡайтты.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 18-10-2013, 12:50 | Ҡаранылар: 769
|
  • Эттәр серенадаһы
  • Атай-әсәй беҙгә ҡояш кеүек…
  • Күңел яраһы
  • Һаҡланғанды ғына һаҡлар
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM