НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Беҙҙекеләр йәнә Парижды яулай

Беҙҙекеләр йәнә Парижды яулай


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында Баш­ҡортостан менән танышыу үтә. Был сара өсөн республика вәкилдәре Парижға бай экспозиция һәм күргәҙмә менән киткәйне. Сараларҙа БР Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ошо аҙнала ул бер нисә осрашыуҙа булды.
Рөстәм Хәмитов Рә­сәйҙең Фран­циялағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Орлов менән дә осрашып һөйләште. Әңгәмә барышында илсе Баш­ҡортостан менән Франция араһында ярайһы уҡ әүҙем бәйләнештәрҙең юлға һалыныуын, даими рәүештә делегациялар менән алмашыу­ҙарын билдәләп үтте, хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ, тип ышандыр­ҙы.
Александр Орлов фекеренсә, илдәр араһында уларҙың төбәктәре, шулай уҡ кластерҙар (сәнәғәт, фәнни-мәғариф) кимәлендә үҙ-ара бәйләнештәр алып барыу – хеҙмәттәшлектең ҡыҙыҡлы йүнәлештәренең береһе.
Башҡортостанда Фран­ция­ның «Леруа Мерлен», «Касторама», «Ашан» магазиндары, «Шлюмберже» халыҡ-ара нефть-сервис компанияһы эшләп килә. «Сен-Гобен» компанияһы әлеге ваҡытта эзбиз табыу буйынса яңы карьер эшкәртә, ә «Альстом» машиналар эшләү компанияһы республикала гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөй. Осрашыуҙа Башҡор­тос­танда вертолеттар эшләү темаһы ла телгә алынды.
Рәсәйҙең Франциялағы илсеһе республикала ту­ризмдың үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хә­ми­тов Баш­ҡортостанда тау саңғыһы курорттары әүҙем үҫешеүе хаҡында хәбәр итте. Беҙҙә 700 – 800 метр бейеклегендәге тауҙар күп, уларҙа аҫҡа тиклем төшөү өс километр самаһына һуҙыла, шуға ла теләһә ҡайһы кимәлдәге тау саң­ғыһы юлдары төҙөү мөмкинлеге бар.
Башҡортостан Прези­денты 36 предприятиеһы булған «Трев Груп» автомобиль компоненттары етештереүсе бойондороҡһоҙ сәнәғәт компанияһы менән дә танышты. Өс йыл элек Рәсәй менән берлектә «Трев-Искож» предприя­тие­һы эшләй башлаған. Партнерҙары – Нефтека­маның автомобиль салоны өсөн тышлыҡтар эшләүсе «Искож» йәмғиәте. Етәк­селек менән осрашыуҙа компанияның «Ис­кож»ға инвестиция һалыу мөмкинлеге ҡаралды.

Әйткәндәй
Киләсәктә республикаға «Декатлон» спорт тауарҙары сауҙа селтәрен индереү мөмкинлеге лә ҡарала. Рөстәм Хәмитов ҙур сауҙа үҙәктәренең береһендә тауар ассортименты менән танышты. Президент белдереүенсә, магазиндағы тауар хаҡы буйынса Рәсәйҙә башҡа магазиндар менән дәғүәләшә аласаҡ.
«Декатлон»дың төрлө илдәге 679 магазинының 14-е – Рәсәйҙә. Өфөлә иһә һәр ҡайһыһы дүртәр мең квадрат метрлыҡ майҙанлыҡ ике магазин асырға ниәтләйҙәр. Артабан ул тағы ла киңәйтеләсәк. Бәлки, магазиндан тыш, тауарҙар үҙебеҙҙә үк етештерелер. Был осраҡта Рөстәм Хәмитов эшселәр, инфраструктура, һалым ташламалары менән ярҙам буласағын белдерҙе.

Сығыу ваҡыты 4-10-2013, 16:00 | Ҡаранылар: 935
|
  • Катар менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ
  • Ҙур химияның ҙур мөмкинлектәре
  • Ҡытай менән эштәр көйләнә
  • Германия менән хеҙмәттәшлекте нығытырға теләйбеҙ
  • Франция Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM