НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Етәксенән күрмәксе

Етәксенән күрмәксе


Етәксенән күрмәксеҺуңғы йылдарҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәнең бер өлөшө генә түгел, дәүләт кимәлендә ҙур урын биләп торған өлкә булараҡ та баһа алды. Элек-электән үҙ ғүмерендә ағас ултыртыу кешемен тигән кешенең мөҡәддәс бурыстарының береһе булып һаналған. Быйыл иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында районда эргә-тирәбеҙҙе йәшелләндереү маҡсаты менән яҙ башынан рәсми рәүештә иғлан ителеп өмәләр үткәрелде, ағастар ултыртылды.

Ә был аҙнала үткән ағас ултыртыу өмәһе рәсми талап буйынса түгел. Күгәрсен райо­ны хакимиәте башлығы Фәрит Мусин тәҡдиме буйынса район хакимиәтенең бер төркөм хеҙмәткәре Мораҙым тарлауығына боролған ерҙә кәртәләнеп алынған баҡсаға ҡарағай, шыршы, миләш ағастары ултыртты.
– Кемдәндер талап итер­ҙән алда етәкселәр үҙҙәре өлгө күрһәтергә тейеш, тигән фекерҙәр ишетелеп ҡала. Шуға күрә был өлкәгә лә район халҡын йәлеп итеү, әүҙемләштереү маҡсатында тәү башлап хакимиәт хеҙмәткәрҙәре сыҡ­ты. Һәр беребеҙ кәмендә биш төп ағас ултыртты. Был изге эшкә башҡа ойошмалар ҙа ҡушылыр тигән уйҙабыҙ, – ти Фәрит Мырҙагилде улы.
Ысынлап та, “өҫтән” әйткәнде көтөп тормай, үҙең башлап башҡарған эш ырамлы ла була, күңелгә кинәнес тә бирә. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа был изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, йөҙйәшәр мәғрур ҡарағайҙар киләсәктә беҙҙең хаҡта ла шаулаһын!

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Күгәрсен районы.

Сығыу ваҡыты 27-09-2013, 11:56 | Ҡаранылар: 888
|
  • Ағас ултыртыу көнө
  • Изгелек эшлә лә, хәбәр ит!
  • Мәҙәниәт йылын нисек ҡаршылайһығыҙ?
  • Урман шаулап үҫер
  • Өмәгә сығайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM