RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы

27.09.2013 Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы

Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы"Был етди ҡарашлы мөләйем ҡыҙ – фортепьяно класында шөғөлләнгән Алина Әминева. Үҙен таныттырып өлгөрҙө лә инде. Эргәһендә халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында еңгән талантлы уҡыусыбыҙ Александр Кичаевты күрәһегеҙ. Эвелина Шаһивәлиева ла, аккордеон класында шөғөлләнгән Тимур Бикмәтов та, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, сәнғәт күгендә балҡыған кескәй йондоҙҙар..."
Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендәге 6-сы музыка мәктәбе директоры Айнур Искәндәров, уҡыу­сыларының стеналағы фотоларына күрһәтеп, һәр береһе хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләргә әҙер. Ғорурланырлыҡ та шул йәш музыканттарға! Чехияла, Италияла үткән халыҡ-ара конкурстарҙа үҙҙәрен генә түгел, Башҡортостанды һәм Рәсәйҙе донъя кимәлендә танытып өлгөрһөндәр әле! Быға әллә ни ғәжәпләнмәҫ тә инең, әгәр һүҙ ҡәҙимге музыка мәктәбе уҡыусылары хаҡында бармаһа. Хәйер, йәш, энергиялы, тыуғандан алып сәнғәт мөхитендә тәрбиә алған, һәр балала бөйөк музыкант күрә белгән директор етәкселек иткән уҡыу йортонда башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.
Әле музыка мәктәбендәге 14 клас­та 220 бала шөғөлләнә. Был­тыр гитара, унан алдараҡ ҡурай класы асылған. Киләсәктә тынлы һәм вокал бүлеге асырға ниәтләнәләр.
Айнур Искәндәров, сәнғәт кеше­һенең донъяға ҡарашы башҡаса, тип иҫәпләй. "Күңелендә моң бул­һа, тормош даръяһы киңерәк, күркәмерәк була. Ул япраҡтар ҡыштырлауын да ишетә, йылға сылтырауынан да моң таба белә", – ти.
Әле беҙ уҡытыусы һәм директор Айнур Искәндәров хаҡында ғына һүҙ алып барҙыҡ. Уның ғәжәйеп талантлы музыкант булыуын да әйтеп китәйек. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы студенты сағында уҡ Италияла һәм Францияла үткән, донъяның иң көслө баянсылары ҡатнашҡан абруйлы конкурстарҙа "Еңеүсе кубогы" лауреаты исеменә лайыҡ егет ул. Артабан да ныҡышмалылығы менән үрҙәргә ынтылыуын дауам итә. Мәҫәлән, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡығанда Ырымбурҙа ойошторолған халыҡ-ара конкурста гран-при яулай. Былтыр "Прагалағы музыка миҙгеле" халыҡ-ара конкурсында уҡыу­сылары менән бергә үҙе лә оло еңеүгә өлгәшә. Унда Германия, Чехия, Австриянан киң билдәле музыканттар сығыш яһауын әйтһәк, Айнур Әхмәт улының баһаһы бермә-бер күтәрелә түгелме?! Етмәһә, шул уҡ сәхнәлә өс үҫмере призлы урын яулай. Баян класында шөғөлләнгән уҡыусыһы Александр Кичаев I урын алып ҡайта. Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы, тиеүҙәре раҫ. Айнур Искәндәров – яңыса фекерләп эш итеүсе директор. Бөгөн етәксе кеше барлыҡ өлкәлә лә белемле, алдан күрә белергә тейеш, тип иҫәпләүе лә юҡҡа түгел. Музыкант юридик белемгә лә эйә, әле БДУ аспиранты.
Айнур Әхмәт улы, ҡайһы бер музыканттар кеүек, тағы ла әллә күпме сит илдең абруйлы сәхнәләрендә сығыш яһай алыр ине. Әммә ул башҡа юлды һайлаған. Быға, бәлки, ун йәшендә Заһир Исмәғи­лев исемендәге республика конкурсында тәүге еңеүе сәбәп бул­ғандыр. Дипломант исеменә лайыҡ үҫмерҙе Заһир Исмәғилев­тың, эргәһенә килеп, башынан һыйпап: "Афарин!" – тип ҡанатландырыуы – ғүмерлек матур иҫтәлек. Икенсе йылда III урын яулай. Хәҙер инде ул үҙе мәктәбендәге һәр балала өмөт уята, ҡанатландыра, ышандыра. Атанан күргән – уҡ юнған, тиҙәр бит. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип тә нәҡ бына Искәндәровтарға төбәп әйтелгән тиерһең! "Ола­тайым Әхмәтгәрәй Янбай улы Фәйзи Ғәскәров менән ҡурайҙа уйнаған, оҫта бейеүсе тигән даны ла бар ине", – тип ғорурлана ейәне. Атаһы Әхмәт иһә педагог-музыкант, Башҡортостан­дың һәм Рә­сәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Оҙаҡ йылдар Күгәрсен районында музыка училищеһы директоры, артабан Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы директоры вазифаһын намыҫлы атҡара.
Коллективы талантлы музыкантты Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итеп, һис тә яңылышмаған. Башҡортостандың ғо­рурланырлыҡ улдарының береһе ул. Етмәһә, ҡәҙимге мәктәп уҡыу­сыларын сит ил сәхнәләренә алып сыға алған икән, хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланырға тейеш.

Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”