НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Туған тел – мираҫ, ейәндәргә тулы килеш тапшырайыҡ

Туған тел – мираҫ, ейәндәргә тулы килеш тапшырайыҡ


Туған тел – мираҫ, ейәндәргә тулы килеш тапшырайыҡДонъя барлыҡҡа килгәндән алып бик күп ҡәүем тарих ҡуласаһында саң бөртөгөнә әйләнеп юҡҡа сыҡҡан, бәғзеләренең тик атамалары тороп ҡал­ған, ә башҡорт меңәр йылдар буйы, халҡым, телем, ерем, тип йәшәгән. Шуға әле лә һәр башҡорттоң йөрәк төбөндә тарихи хәтер, ҡан хәтере һаҡ­лан­ған. Төрлө сәбәптәр арҡа­һында туған телен белеүҙән мәхрүм булғандар ҙа ниндәй­ҙер хәл иткес ҡарар ҡабул иткәндә күңелендәге башҡортлоҡтоң таяныс булыуын тоя. Тик республикабыҙҙа туған телебеҙгә иғтибар артҡан һайын уның ҡулланыу даирәһе тарая барыуы хәүефләндерә.
Бөтә республика буйынса асыл­ған башҡорт гимназияларын ғына алайыҡ. Ғәмәлдә уларҙа ла башҡорт телмәре тик башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә генә яңғырай. Әлбиттә, математика, физика, информатика кеүек фәндәрҙе рус телендә генә түгел, хатта инглиз телендә уҡытыу яҡшыраҡ булыр ине. Ни тиһәң дә, хәҙер инглиз телен белгән йәш кешегә киң мөмкинлектәр асыла. Ә бына тарих, география, биология кеүек гуманитар фәндәрҙе мотлаҡ башҡорт телендә уҡытырға кәрәк, тип иҫәпләйем.
Әгәр был хаҡта хәстәрлек күрелмәһә, башҡорт теле бер ун-егерме йылдан сәхнә теле генә булып ҡаласаҡ һәм шуға бәйле тамашасылар ҙа, бәлки, бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыр. Ә «йәш» шағир һәм прозаиктарҙың әҫәрҙәрен хатта балалары менән ейәндәре лә уҡымаясаҡ. Әйткәндәй, әле үк уларҙың байтағының балалары атайҙарының, олатайҙарының китап­тарын уҡыуҙан мәхрүм.
Мин үҙем 8-се класты Ишембай ҡалаһының 4-се рус мәктәбендәге параллель башҡорт синыфында тамамланым. Беҙ беренсе кластан бөтә фәндәрҙе лә башҡорт телендә уҡыныҡ. Фиҙакәр педагогтарыбыҙ һәм атай-әсәйҙәребеҙ күңелдәребеҙгә тыуған ер һәм туған тел төшөнсәләренең изге булыуын һеңдерә алды. Шуға ла беҙ ҡала мөхитендә тап үҙебеҙҙең урыныбыҙ барлығын белеп үҫтек һәм, ауылдарҙан килеп, ҡалала төпләнергә тырышҡан тиңдәштәребеҙҙән айырмалы рәүештә, башҡорт булыуыбыҙҙан, башҡортса һөйләшеүебеҙҙән бер ваҡытта ла оялманыҡ. Ниндәй ишекте асыр­ға теләнек, шуны асып индек, ниндәй һөнәр алырға теләһәк, шуға эйә булдыҡ.
Иҫке Ишембай ауылында төпләнеп йәшәгән Ишембаевтар, Хәли­ловтар, Аҡбирҙиндар, Моғат­таровтар, Хәсәновтар, Вилданов­тар, Әйүповтар һәм башҡалар, башҡорт мәктәбендә уҡып, артабан юғары белем алып, Ишембай ҡарттың лайыҡлы вариҫтары булыу­ҙарын раҫланы.
Әлеге ваҡытта республикабыҙҙың күп кенә мәктәбендә отҡор, зирәк балаларҙы башҡорт класынан рус кластарына күсереп ултыртыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Бындай аҙымдың кире яҡтары бихисап. Мин бары икәүһенә туҡталып үтмәксемен.
Беренсенән, педагогика менән саҡ ҡына таныш булған кеше лә бер коллективтан икенсе коллективҡа күсергәндә балаға ниндәй психологик яра яһалыуын белә. Ғәҙәттә, формалашҡан балалар коллективы, йәғни класс яңы килгән баланы бик ауырлыҡ менән үҙенә ҡабул итеп ала. Хатта бергә уҡыһалар ҙа, миңә баланың класс коллективының тулы хоҡуҡлы вәкиле була алмауын күрергә тура килде (университеттан һуң ете йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләнем). Бала яңы мөхиткә ҡулайлашырға тырыша. Кәмендә бер-ике сиреге шуға китә, ә өсөнсө сиректә инде уның программанан артта ҡалыуы асыҡтан-асыҡ күренә.
Баланың фажиғәһе бына ҡасан башлана! Ул үҙен һәләтһеҙ, булдыҡһыҙ итеп тоя, әкренләп үҙ-үҙенә йомола һәм класындағы белем һәм тәрбиә йәһәтенән түбәнерәк булған балаларға тартыла, уларҙы дуҫ күрә.
Икенсенән, яҡшы уҡыған, тырыш уҡыусыларҙы рус класына күсереп ултыртыу арҡаһында башҡорт кластары, башҡорт теле кәмһетелә һәм баланың күңеленә башҡорт булыуҙан кәмһенеү тойғоһо һалына.
Атай-олатайҙарыбыҙ, ҡан-йәш түгеп, беҙгә, шағир Риф Мифтахов әйтмешләй, туған телебеҙҙе бөйөк мираҫ итеп ҡалдырған, һәм беҙ уны түкмәй-сәсмәй киләсәк быуынға тапшырырға бурыслыбыҙ. Ама­натҡа хыянат итергә ярамағанды ҡасан аңларбыҙ икән?

Хаят ЙОСОПОВА.
Ишембай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 5-09-2013, 11:05 | Ҡаранылар: 708
|
  • Телебеҙҙән оялмайыҡ!
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Иғтибар! Эфирҙа – “Тыуған яҡ" тауышы!
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM