НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Тик документтары теүәл булһын

Тик документтары теүәл булһын


Минең кейәүем Рәил Смаков менән ҡыҙым Алһыу Мәләүез районының Әбет ауылында йәшәй. Өс балалары бар. Апрелдә икенсе ҡыҙҙарына өс йәш тулды. Бәләкәстәренә бер ай булғас, «әсәлек капиталы»н юллай башлағайнылар. Һалҡын бурандарҙа юл йөрөүе анһат түгел. Ҡыҙым иртәнге автобус менән Мәләүез ҡалаһына сығып китә лә, төшкөһөн имсәк балаһын имеҙергә ҡайтып, тағы ла китә. Киске автобусҡа тиклем теге сабыйҙы нисек түҙҙереүҙәрен үҙем генә беләм. Унда барһа ла юлы уңмай ҡайта – йә ҡабул итеү сәғәте бөткән, йә төштән һуң ғына ҡабул итәләр. Ҡыш буйы шулай йөрөнөләр. Мунса, мал тотоу өсөн хәҙер улар­ға һарай төҙөргә, йорт тирәһен кәртәләп алырға кәрәк. Шул тейеш аҡсаны һаман да бирергә теләмәйҙәр. Оҙаҡламай ҡыш етә, һаман йорттары төҙөлөп бөтмәгән. Зинһар, ярҙам итегеҙ.

Һеҙгә ҙур үтенес менән –
Наилә Ҡотлоюлова.

Федоровка районы,
Юлдаш ауылы.


Үкенескә күрә, Наилә апай, һеҙ хатығыҙҙа ҡыҙығыҙҙың «әсәлек капиталы» алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт иткәнен күрһәтмәгәнһегеҙ.
РФ Пенсия фондының Мәләүез районы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һеҙҙең ҡыҙығыҙ Алһыу Ҡотлоюлова, икенсе балаһы тыуғас, 2010 йылда «әсәлек капиталы» сертификаты алған. Әммә быйыл уны ҡулланырға теләүе тураһында ғариза бирмәгән. Әгәр ҙә ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн был аҡсаны тулыһынса алырға теләй икән (һеҙҙең осраҡта шулай) РФ Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаға ҡушып төҙөгән йорттарының, ер участкаларының дәүләт теркәүе үтеүе үткән документтары талап ителә. Пенсия фонды белгестәре пенсионер­ҙар, йәш әсәләр оҙон сираттарҙа тормаһын өсөн алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә. 4-28-92 телефоны буйынса теләгән көнгә сиратҡа яҙыла алаһығыҙ. Ғариза бер ай эсендә ҡарала һәм документтары теүәл булған осраҡта әсәгә бер ай эсендә аҡса күсерелә.
«Әсәлек капиталы» аҡсаһын теләһә ниндәй яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәр аша банкыларҙан кредит формаһында аҡсаға әйләндереп алғансы, Пенсия фонды аша юллап алыуығыҙ хәйерлерәк. 50 – 60 мең һумды банкылар ҡулына тотторғансы, был аҡса үҙегеҙҙә ҡалһа, ғаиләгеҙгә файҙаға булыр.

Сығыу ваҡыты 5-09-2013, 11:04 | Ҡаранылар: 836
|
  • 2014 йылда “әсәлек капиталы” күпме буласаҡ?
  • 10,5 миллиард һум – мутлыҡ
  • Өс һөйләм менән
  • “Әсәлек капиталы”н аҡсалата биреүгә ҡарашығыҙ?
  • Аҡсамы, әллә сертификатмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM