НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡулдан ысҡындырылған бәхет

Ҡулдан ысҡындырылған бәхет


Бер егеткә төндә фәрештә килә лә уны алдағы тормошонда уңыштар, ҙур байлыҡ көтөүе, кешеләр араһында тейешле хөрмәткә ирешәсәге һәм бик тә сибәр ҡыҙға өйләнәсәге хаҡында әйтә.
Егет ғүмере буйына вәғәҙә ителгән мөғжизәләрҙе көтөп йәшәй, тик бер нәмәгә лә ирешә алмайынса, ыҙа сигеп, ҡартайып, хәйерселектә үлеп китә. Ожмах ишегенә барып еткәс, ир теге ваҡыт уға иҫ киткес нәмәләр вәғәҙә иткән фәрештәне күреп ҡала һәм: «Һин миңә бай, матур тормош вәғәҙә иткәйнең. Бөтә ғүмеремде ошоларҙы көтөп йәшәнем, тик бер нәмә лә булманы бит», – ти.
«Мин һиңә уларҙы вәғәҙә итмәнем, – ти фәрештә. – Һинең алда ҙур байлыҡ эшләрлек саҡтарың буласаҡ, яҡшы дуҫтар, улар ара­һында оло хөрмәт яуларлыҡ эштәр эшләр­һең һәм бик һылыу ҡыҙҙы осратып, уға өйләнә аласаҡһың, тинем. Ә һин үҙ ваҡытында былар­ҙың барыһын да үткәреп ебәрҙең». Ир уйға ҡала:
– Һинең ни турала һөйләүеңде аңламайым, – ти.
– Иҫеңдәме, – ти фәрештә, – бер заман һинең алдыңда бик ҙур коммерция предприятиеһы асырлыҡ мөмкинлек тыуғайны. Тик үҙең, уңышһыҙлыҡҡа осрармын, тип ҡурҡтың һәм бер нәмә лә эшләмәнең.
Ир башын ҡаға.
– Һин был эштән баш тарт­ҡас, уны икенсе бер кешегә тапшырҙылар, ә ул иң яҡын дуҫың ине. Бына ул бер нәмәнән дә ҡурҡманы. Хәтер­ләйһеңме, күп тә үтмәй, ул иң бай кешеләрҙең береһе бу­лып китте. Һәм тағы, – ти фәрештә, – иҫеңә төшөр әле, бер заман ҡот осҡос ер тетрәү булып, ярты ҡаланы тиерлек ер менән тигеҙләне. Меңәрләгән кеше емереклектәр араһынан сыға алмай, интегеп ятты. Һинең бит ул ваҡытта уларға ярҙам итерлек, кемделер үлемдән ҡотҡарырлыҡ мөмкинлегең, ваҡытың бар ине. Ә быны эшләмәнең, был юлы ла, үҙем өйҙә юҡ саҡта бурҙар инеп, юҡ-бар мөлкәтемде урлап сығыр, тип ҡурҡтың. Тап бына ошонан һуң иҫән ҡалған кешеләр һине хөрмәтләр, ҙурлар ине. Тик радио-телевидениенан яңғырап торған үтенестәргә, ярҙам һорауҙарға иғтибар итмәй, өйөңдә яттың.
Ир был юлы ла фәрештә менән килешеп, үҙенең ҡасандыр эшләгән насар ҡылығы өсөн ҡыҙарып-бүртенде.
– Теге һылыу, оҙон сәсле ҡыҙҙы хәтерләй­һеңме? Ул бит һиңә бик ныҡ оҡшай ине. Сөнки ул һин әлегә тиклем белгән башҡа бер ҡатын-ҡыҙға ла оҡшамағайны. Әм­мә шул мәлдә лә ҡыйыу­һыҙланып, ҡыҙ иҫ киткес матур, миңә ҡарамаҫ, һө­йөүемде кире ҡағып, оятҡа ҡалдырыр, тип ҡурҡтың, уны урап үттең.
Ир тағы ла башын ҡаҡты, әммә был юлы күҙҙәренә йәш эркелгәйне.
– Эйе, – ти фәрештә, һүҙен дауам итеп, – тап ана шул ҡыҙ тормош иптәшең, ярат­ҡан ҡатының, буласаҡ балаларыңдың әсәһе бу­лыр­ға те­йеш ине. Һәм уның менән ысын мәғәнәһендә ғүмерең буйы бик бәхетле, бай тормошта йәшәр инең.
Беҙҙе лә тормошта һәр көн тиерлек ошондай мөмкинлектәр көтөп тора. Тик ҡайһы берҙәребеҙ, ауырлыҡ, ҡы­йын­лыҡтарҙан ҡур­ҡып, уларҙы ҡулынан ысҡындыра. Аҙаҡ яңылышыуын аңлайҙар ҙа ул, тик бик һуң була шул.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 5-09-2013, 10:53 | Ҡаранылар: 981
|
  • Ҡатын-ҡыҙ хаҡында
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Яҙыусы һәм бур хаҡында
  • Ике майшәм хаҡында
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM