НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » ОЛО ЮЛҒА СЫҠҠАН ИЖАД ЮЛЫ

ОЛО ЮЛҒА СЫҠҠАН ИЖАД ЮЛЫ


ОЛО ЮЛҒА СЫҠҠАН ИЖАД ЮЛЫ йәки Атайҙан күргән – уҡ юнған
Ул төшөргән һүрәттәр, тыуҙыр­ған образдар, ижад иткән әҫәр­ҙәр мәҙәни тормошобоҙҙоң сағыу биттәрен тәшкил итә. Тыуған ер, тыуған ил образы ‒ уның бөтә ижады буйына төп тема һәм тәрән кисерештәр сығанағы. Һүҙем – ысын илһөйәр, булмышы менән йәмәғәтсе, сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре, «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов хаҡында.
Үҙенең илһамлы ижад емештәре менән Башҡортостанға ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәлелек яулаясаҡ рәссам Ғафури районы егете Сәйетбаба ауылында тыуған. Атаһы Ғиндулла Ширияздан улы ла, әсәһе Мәрйәм Фәйез ҡыҙы ла ғүмерҙәрен тулыһынса уҡытыусы һөнәренә бағышлап, бөгөн хаҡлы ялдалар. Илдар мәшһүр ғалим Жәлил Кейекбаевтың исемен йөрөткән Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Әйткәндәй, диплом эшен дә Ж. Кейекбаев ижадына арнай. Буласаҡ рәссам данлы яҡташының тормош юлын һәм ижадын яҡшы өйрәнә. Уның эшенә мәшһүр скульптор, СССР Рәс­самдар союзы ағзаһы Н. Ка­линушкин да юғары баһа бирә. Илдар Шәйәхмәтовтың эше 1986 йылда ғалимдың 75 йыллығына арналып, үҙе уҡыған мәктәптең стенаһына беркетелә. Мәктәп коллективы, ауыл, район йәмәғәтселеге уны иң ҡәҙерле бүләк итеп ҡабул итә. Һәм бына нисә йылдар инде рәссам тыуған мәктәбе менән бәйләнеште һис тә өҙмәй, һәр саҡ ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтеп тора.
Илдар Шәйәхмәтов тыуған ауылы, район, республика һәм тотош ил тормошона, ғәзиз халҡының рухын күтәреүгә ҙур өлөш индергән шәхес. 1989 – 1995 йылдарҙа ул район башҡорттарының мәҙәни ойошмаһы «Еҙем»де етәкләне. Был ойошма «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең иң әүҙем эш итеүселәренән һаналды. «Табын» гәзитен дубляж хәленән үҙ аллы гәзиткә әйләндереүҙә лә уның өлөшө ҙур булды. Ул саҡтағы мөхәрриребеҙ Ниязбай Сәлимов менән бергәләп бик ҙур эштәр атҡарҙылар. Был уҙамандарҙың изгелекле эштәрен һанап та, баһалап та бөтөрлөк түгел.
Һынлы сәнғәттең рәсем, акварель, график дизайн төрҙәрен үҙ иткән Илдар Ғиндулла улы үҙе уҡып сыҡҡан вузда – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-график факультетында – йәш быуынға ижад серҙәрен өйрәтте. Тынғыһыҙ рәссам һәм талантлы уҡытыусы үҙенең студенттары менән һәр йәйҙе Сәйетбаба мәктәбендә үткәрҙе. Шул осорҙа мәктәптә стеналарҙы биҙәү кеүек эштәр башҡарылды, уның һәм уҡыу­сыларының эштәре әле лә белем усағына йәм өҫтәп тора.
Мәктәбебеҙҙең 100 йыллығын, ауылыбыҙҙың 300 йыллығын билдәләү осоронда ла көсөн йәлләмәне оҫта рәссам. Сәйетбаба ауылының тарихи-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килгәс, унын бүлмәләрен биҙәү эшен дә башҡарҙы. Район гәзите «Та­бын»дың художество йәһәтенән йөҙөн билдәләүсе лә ул булды. Йәнә шуны ла билдәләп үтмәксемен, Илдар Ғиндулла улы Жәлил Кейекбаев исемендәге премияның билдәһен дә эшләтеүгә өлгәште. Был билдә хәҙер 14 лауреаттың түшен биҙәй.
Илдар Шәйәхмәтов әүҙем тормош позицияһы менән йәшәй. Башҡорт халҡының данлы тарихын өйрәнеү менән ҡыҙыҡһыныу уны «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубына килтерә. 1992 йылдан алып клубта ағза булып торһа, хәҙер иһә күп йылдар был ойошманы үҙе етәкләй. Башҡорт батырҙарының француз илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын бөтә донъя, Рәсәй кимәлендә билдәләнеүенә өлгәшеү, раҫлатыу өсөн аныҡ эштәре менән билдәле зат. 2010 йылдың 4 сентябрендә Мәскәү өлкәһендә үткән Бородино саралары осоронда башҡорт яугирҙарына арнап һәйкәл ҡуйырға ла өлгәште (һүрәте «Ватандаш» журналының 2011 йылда сыҡҡан 7-се һанының тышлығында урын алған).
2010 йыл Илдар Ғиндулла улы өсөн айырыуса емешле һәм уңышлы йыл булды. Данлы батырыбыҙ, халыҡ геройы М. Шайморатов етәкләгән 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һуғышып үткән юлдарҙы байҡап, Украина ерендә башҡорт атлылары хөрмәтенә скверҙар, стелалар, мәрмәрҙән билдәләр ҡуйҙырыуға ла ҙур өлөш индерҙе. Ул йылда Украинаға ике тапҡыр барып ҡайтты, уның «Юлым төштө Украинаға» тигән юлъяҙмаһы «Йәшлек»тә күләмле итеп баҫылды, гәзит уҡыусылар уны яратып уҡыны.
Илдар Шәйәхмәтов генерал-майор, халыҡ геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған замандаштарыбыҙҙың береһе, тип әйтһәк, һис кенә лә хата булмаҫ. Улай ғына ла түгел, халҡыбыҙҙың рухи юлбашсыһы, башҡорт автономияһын яулап алыуҙа ҙур ихтыяр көсө күрһәткән Әхмәтзәки Вәлиди етәкләгән башҡорт ғәскәрҙәренең дә батырлыҡтарын халҡыбыҙ күңеленә еткереүгә, реконструкциялауға үҙ өлөшөн индерә тора. Был эштәре менән ул башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған шәхес булараҡ киң танылыу ала. «Төньяҡ амурҙары»ның ҡылған изгелектәре хаҡында республика баҫмаларында әүҙем сағылдырыла.
Маҡсатына ирешеү өсөн оҙайлы юлдар, эҙләнеүҙәр, кәртәләр аша ла үтергә тура килә ир-уҙаманға. Республикабыҙға үҙаллылыҡ яулау йылдарында ла, районда «Еҙем» башҡорт милли үҙәгенең идара рәйесе булып эшләгәндә лә Красноусолдан Өфөгә күп йөрөргә тура килде уға, иҫәпләшеп тормай, эш араһында үҙ сығымдары иҫәбенә йөрөнө, әле лә шулай. Башҡарған эштәре барыһы ла үҙ ихтыяр көсөнөң ныҡлығы менән башҡарыла.
Өфөгә күсеп ҡала тормошона ла тиҙ күнегеп, әүҙем, ҡайнап торған тормошҡа сума тәжрибәле белгес. Үҙ өҫтөндә даими эшләүе, егәрле, тынғыһыҙ, инициативалы, принципиаль булыуы ла яңы ижади эштәргә әйҙәй. Әлбиттә, һәр саҡ ыңғай ҡарашҡа ғына юлығып булмай, юлыңда кәртәләр, ҡаршылыҡтар ҙа осрай эшләгән кешегә. Әммә Илдар Ғиндулла улы һыу ағымы ыңғайына ғына ағып китә торғандар­ҙан түгел. Башлаған эшенең тамамланыуын, һөҙөмтәһен күрмәйенсә тынысланмай.
Ижад кешеһенең булмышы уның әҫәрҙәрендә сағылалыр. И. Шәйәхмәтов әҫәрҙәренең бер өлөшө һынлы сәнғәттең геральдика һәм фалеристика төрҙәренә ҡарай. Был тармаҡтарҙың һәр береһе үҙенсәлекле сифаттар менән билдәләнә: геральдика – гербтарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнгән махсус тарих фәне; фалеристика – орден, миҙал, түш значоктарының тарихын өйрәнә торған өҫтәмә тарихи дисциплина. 1999 йылды ул саҡтағы президентыбыҙ М. Рәхимов Бала йылы тип иғлан иткәс, рәссам уның эмблемаһын эшләй, 2004 йыл – Тирә-яҡ мөхит йылының, 2005 йыл – Наркомания, эскеселек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылының эмблемаларын да эшләй. Бынан тыш, Ауырғазы, Ғафури райондары араһындағы сикте билдәләүсе сәнғәт ҡоролмаһын эшләп ҡуя. Ғафури, Иглин, Мишкә, Өфө ҡалаһының Калинин райондарының гербтарын, Аҡмулла исемендәге педагогия университетының В. Сухомлинский миҙалын, республиканың сифат билдәһен дә уйлап табыусы була. 2000 йылда хөкүмәт заданиеһы буйынса Башҡортостан флагтарының ба­шағын эшләй. Ғафури районының Сәйетбаба ауылындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктең эмблемаһы ла уныҡы.
Ниһайәт, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты би­наһын да уның ике эше биҙәй: береһе – 1812 йылда башҡорт яугирҙарына, икенсеһе – 1941–1945 йылдарҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһына арналған ҙур форматлы паннолар.
«И. Шәйәхмәтов ижади ҡыҙыҡһыныуҙары үтә лә ҡатмарлы һаналған геральдика һәм фалеристика өлкәләренә бәйле булған рәссамды кәүҙәләндерә. Башҡортостан Рес­публикаһында ул, бәлки, был йүнәлеште эҙмә-эҙлекле һәм ентекле өйрәнгән, барлыҡҡа килтергән һәм пропагандалаған аҙ һанлы автор­ҙар­ҙың береһе булып торалыр. Үҙенсәлекле тарихи сығанаҡ булараҡ гербтар һәм фалеристика әҫәрҙәре төбәк йәшәгән дәүер, уның мәҙәниәте һәм характеры тураһында тәүге мәғлүмәт еткерә, быны беҙ Шәйәхмәтов эштәрендә күҙәтәбеҙ ҙә инде. Геральдика өлкәһендәге хеҙмәтенән тыш И. Шәйәхмәтов символик лаконизм һәм образлылыҡтың мәғәнәһен тәрән аңлауҙы сағылдырып, бүләкләү знактары, төрлө вымпелдар һәм логотиптар проекттарын ижад итеүсе булараҡ та ҡыйыу тәжрибә үткәрә.
Дөйөм алғанда, рәссам Илдар Шәйәхмәтовтың эше перспективалы тойола, уның әҫәрҙәре ҡатмарлы геральдик образдарҙы тыуҙырыу бурысын аңлауҙы ышандырырлыҡ итеп күрһәтә», – тип юғары баһа бирә яҡташыбыҙҙың ижади хеҙмәтенә күренекле сәнғәт белгесе, РФ һәм БР Рәссамдар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Э. Фенина.
Республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу ҙа рәссам күңеленә илһам, рух, дәрт өҫтәй.
Илдар Шәйәхмәтов рәссам ғына түгел, бик оҫта хикәйәләүсе ҡәләм оҫтаһы ла. Уның яҙыусы, ғалим Ж. Кейекбаевҡа арнап яҙылған мәҡәләләре «Ағиҙел» журналында, «Исто­ки» гәзитендә, ә инде башҡорт яугирҙары, ата-бабаларыбыҙҙың данлы үткәне хаҡында бихисап яҙмаһы төрлө ваҡытлы матбуғат баҫмаларында – «Йәшлек», «Табын» гәзиттәрендә, «Ватандаш» журналында сығып тора. Ул «Ватандаш»тың лауреаты ла булып өлгөрҙө.
Жәлил Кейекбаевтың 100 йыллығын билдәләүгә арнап, ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, ғалимдың әкиәттәрен биш телдә – башҡорт, рус, немец, инглиз, төрөк телдәрендә сығар­тыу­ға өлгәште. 1812 йылғы Ватан һуғышына арнап башҡорт һәм рус телдәрендәге «Любезники, любизар» буям китабын төҙөүсеһе лә, нәшер итеүсеһе лә үҙе булды.
Рухи тормошобоҙға фиҙакәр хеҙмәттәре менән үҙенсәлекле тос өлөш индергән Илдар Ғиндулла улының был мәҡәләлә һанап үтелгән эштәренән башҡа хеҙмәттәре лә бихисап. Быларҙың барыһы ла ҡушып эшләтелгән эштәр түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса яратып башҡарылған эштәре. Ошондай мөнәсәбәттә ижад итеү өсөн талант ҡына түгел, оло теләк, тәүәккәллек, ҙур яуаплылыҡ та кәрәк. Ил ҡаҙаныштары өсөн намыҫлы хеҙмәтен һалған, башҡорт халҡының данын күтәргән шәхесебеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.

Римма ИШМЫРҘИНА,
филология фәндәре кандидаты,
Ж. Кейекбаев йорт-музейы директоры.

Сығыу ваҡыты 23-08-2013, 12:27 | Ҡаранылар: 573
|
  • Халҡым, тип йәшәүсе ғалим
  • Остаздарҙың остазы
  • Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
  • Халҡыбыҙ ижадын мәңгеләштереүсе
  • «Төньяҡ амурҙары»на һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM