НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Миңә генә теймәһендәр, тип йәшәһәк…

Миңә генә теймәһендәр, тип йәшәһәк…


Был хәл яңыраҡ «Советская Гавань – Владивосток» поезының плацкарт вагонында булған. Вагондарҙың береһендә кеше талағандары, туҡмағандары һәм башҡа енәйәттәр өсөн әллә нисәмә тапҡыр иркенән мәхрүм ителгән биш ир китеп барған. Улар, арыу ғына эсеп алып, үҙҙәре менән бер вагонда барған хәрбиҙәргә – һалдаттарға бәйләнә башлаған. Вагонда 33 һалдат һәм уларҙы оҙатып барыусы 4 офицер була. Был хәлде перронда торған полицейскийҙар күреп ҡала, был ваҡытта состав бер станцияла туҡтап торған була.
Артабанғы хәлдәр кинолағы кеүек – иҫерек әҙәмдәр вагон­ға килеп ингән полицей­скийҙар­ҙы шундуҡ быуа башлай, поезд ҡуҙғалып китә. Биш кеше ике полицейскийҙы туҡмап, уларҙың бронежилеттарын, формаларын, кобураһы менән бергә пистолеттарын да һалдырып ала. Шунан һуң полицейскийҙарҙы тамбурға сығарып, китеп барған поездан ташламаҡ булалар. Полицей­скийҙарҙың береһе вагондың ситенә тотоноп ҡала, ә икенсеһе, ныҡ туҡмалғанлыҡтан, иҫһеҙ ята. Енәйәтсе, полицейскийҙың поездан төшмәй маташҡанын күреп, пистолеттан атмаҡ була, ләкин поездың киләһе станцияға етеп, туҡтай башлауы ҡамасаулай – пуля ситкә оса. Енәйәтселәр вагон буйлап тиҙ генә кешеләрҙән документтар, аҡса, хәрбиҙәр­ҙән бронежилеттар, каскалар талап, поездан төшөп ҡаса. Станциялағы беренсе осраған йортҡа инеп, 16 йәшлек ҡыҙҙы аманат итеп алалар һәм унан яҡында машинаһы булған берәй йортҡа алып барыуын талап итәләр. Ҡото осҡан ҡыҙ бандиттарҙы күршеләренә алып бара, енәйәтселәрҙең икәүһе машина асҡысын һорар­ға йортҡа инеп китә, башҡалары ҡыҙҙы һаҡлап ҡала. Һәм, ниһайәт, тап ошо йортта енәйәтселәрҙе тейешенсә «ҡаршылайҙар». Биш бала атаһы елдереп килеп ингән бандиттың башын ултыр­ғыс менән яра һуға. Икенсе енәйәтсе хужаға пистолеттан атып өлгөрһә лә, тегеһе юғалып ҡалмай – уны бысаҡ менән сәнс­келәп ташлай. Шөкөр, ошо мәлдә полицейскийҙар наряды килеп етеп, енәйәтселәрҙе ҡулға ала.
Ваҡиға буйынса бик күп һорау тыуа. Ни өсөн 40-лаған хәрби биш бандитты тыныс­ландыра алмаған, ә бит тәүҙә енәйәтселәрҙә бер ҡорал да булмаған? Ниңә проводник ығы-зығы тураһында поезд начальнигына хәбәр итмәгән? Поли­цейскийҙар мөғжизә ме­нән генә иҫән ҡалған, улар­ҙы 20 минут буйына туҡмағандар, тик вагон тулы пассажирҙар­ҙың береһе лә ярҙамға килмәгән.

Л. СОЛТАНОВА.

Сығыу ваҡыты 2-08-2013, 12:10 | Ҡаранылар: 742
|
  • Пистолетты талап алмаҡсы булған
  • Ит изгелек – көт яуызлыҡ йәки дүрт дуҫтың енәйәте
  • Йөклө ҡатын енәйәтсене туҡтатҡан
  • Тимер юлында һаҡ булығыҙ!
  • Бындай тәүәккәл, ҡыйыу егеттәр булған саҡта…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM