НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ике бер туған малай батып үлде

Ике бер туған малай батып үлде


Пляждарҙа халыҡ тулы, бала­лар­ҙың каникулға, ололарҙың күпләп ялға сыҡҡан ваҡыты. Рес­пуликала йыһазландырылған бик күп пляж бар. Ләкин кешеләр тыйылған урындарҙа ла һыу инә һәм йыш ҡына тап шундай – кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылмаған йылға ярҙарында фажиғәгә осрай.
Бына әле лә Ағиҙел йылғаһында бер юлы ике баланың батып үлеүе тураһындағы хәбәр тетрәндерҙе. Бер туған 6 һәм 8 йәшлек малай­ҙар үҙҙәре кеүек үк бәләкәй дуҫы менән Благовещен ҡалаһы эргә­һендә тыйылған урынға һыу инергә барған. Йылғаның төбө насар булғанлыҡтан, малайҙар һыуға аяҡ кейеме менән ингән. Ике бер туған Ағиҙелдең ярында ғына түгел, эскәрәк үтеп сумырға ниәтләгән – ярҙан алыҫлашҡандар. Тик береһенең аяҡ кейеме ағып китә башлағас, шуның артынан йөҙөп, көслө ағымға эләккәндәр. Ҡустыһын ҡотҡарырға ма­таш­ҡан һигеҙ йәшлек малай ҙа ағымды еңә алмаған. Һөҙөмтәлә балалар­ҙың икеһе лә батҡан.
Ярҙа ҡалған дуҫтары был хәл тураһында шундуҡ малайҙарҙың әсәһенә йүгереп барып әйткән. Тик ҡатын, башҡаларҙы ярҙамға саҡыраһы урынға, малайҙың һүҙенә ышанмай, балаларын яр буйынан эҙләп, өс сәғәт ваҡытын үткәргән. Һөҙөмтәлә был ваҡиға тураһында полиция бик һуң ғына белгән, саҡырылған водолаздар балаларҙың берәүһен тиҙ генә тапһа ла, икенсеһенең мәйетен байтаҡ эҙләргә тура килгән.
Полиция хәбәр итеүенсә, малай­ҙар алты балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Улар Благовещенға Өфөнән өләсәләренә ҡунаҡҡа килгән булған. Сабыйҙарҙың ғаиләһен ыңғай яҡтан баһалайҙар.
Әлеге ваҡытта ни эшләп балаларҙың ҙур йылға янында үҙҙәре генә йөрөүе асыҡлана. Малай­ҙарҙың ата-әсәһенә ҡарата енәйәт эше асыуҙары ла бар.
Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 13:17 | Ҡаранылар: 949
|
  • Күперҙән һыуға һикергән
  • Тимер юлында һаҡ булығыҙ!
  • Көпә-көндөҙ фатир ишеген емереүселәр ҡулға алынды
  • Аҙашҡан малайҙы табыуҙа полиция ярҙам итә
  • Боҙ ҡуҙғалды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM