НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Көлһылыу булғыһы килмәне…

Көлһылыу булғыһы килмәне…


Көҙгөгә бер һылыу ҡарап тора. Ғәлиә ул. Бик йәш әле. Ҡулына ике йылдан диплом ала. Бында, ҡалаға, алыҫтан – дала яғынан уҡ килгән. Бына ҡыҙ өйөп ҡуйған сәсен туҙҙырып, тағы бер ҡат тарап өйҙө лә, ҡолағына матур алҡаларын сосратып тағып, көҙгөгә ҡарап йыл­май­ҙы. Күп­тәрҙең, хатта иптәш ҡыҙҙарының да көнсөл ҡараштарын күргәне бар – сибәр шул үҙе лә. Ҡыҙ тыҡ-тыҡ баҫып сығып китте.
Подъезд төбөндә уны машина көтөргә тейеш. Мин дөрөҫ эшләйемме ул, ә бәлки, бармаҫҡалыр – ошондай һорауын үҙенә инде нисәнсегә бирә Ғәлиә. Йә, ярай, сығып китеп барам да инде, кире боролаһым юҡ, ти ҙә, ауыр һулап, ишектән сыҡҡан ыңғайға машинала ултыр­ған кешегә ҡарап иҫ киткес матур итеп йылмая. Йыш ҡына уның шулай сығып китеүен тәҙрәнән күреп торған ауылдашы Зилә, быға ошондай ҡуштанлыҡ ҡайҙан килде икән, ата-әсәһе бик ябай кешеләр ҙә баһа, тип аптырай.
Ә машинала Рәмил ултыра. Дөрөҫөрәге, Рәмил ағай. Шулай ти уны Ғәлиә. Сөнки “егет” ҡыҙҙан 17 йәшкә өлкәнерәк. Танышыуҙары бынан ярты йыл элек ғәҙәтисә, урамда булды. Ике студент ҡыҙ магазинға һут алыр­ға инеп сыҡҡансы, тышта ҡойоп ямғыр яуып ебәрмәһенме! Магазин эргәһенә бер ағай килеп, ҡулсатырын йыям тигәнсе, ишек төбөндә тапанып торған сибәркәйҙәргә һыуы сәсрәне лә ҡуйҙы. Ҡыҙҙар сар итеп ҡалды. Һөйләшеп киттеләр, үҙебеҙсә әҙәпле генә ғәфү үтенгән, ипле һөйләшкән ир-егет аҙаҡ ҡыҙҙарҙы ятаҡҡа машинаһы менән алып барып ҡалдырып китте. Үҙҙәре лә аңламаны ҡыҙҙар – телефон һандарын да алмаштылар. Бүлмәгә ингәс, ағай беҙгә шылтыратырмы, беҙ уғамы, тип апаруҡ көлөшөп ултырҙылар әле.
... Ә ағай Ғәлиәгә шылтыратты. Ҡыҙыҡ күреп осра­шыу­ға сығып киткәйне ҡыҙ. Ярайһы ғына бейек, “текә” машина менән ҡаланың киң урамдарын ҡыҙырҙылар, кафеға инеп, юҡ-бар тураһында һөйләшеп ултырҙылар. Ғәлиәгә туңдырма ла, һут та, яратҡан шоколады ла эләкте. Яп-ябай осрашыу булды ул. Шулай башланды. Күңеле былай ҙа иләҫ-миләҫ кенә торған йәш ҡыҙға күп кәрәкме ни?!
Ии-и, минең бәләкәсемде, тип ярата уны Рәмил. Ас ҡына студенткаларым минең, тип, ҡайһы саҡ аҙыҡ-түлек тултырып килеп инә бүлмәләренә. Ҡыҙҙарҙың былай ризыҡһыҙ ултырғаны юҡ та ул. Шаяртыуҙы ҡабул итәләр шулай ҙа. Насармы ни, күпме тәмлекәс бушҡа килә лә баһа! Һыуытҡыста запастар бөтә башлаһа, Ғәлиәгә “бай абзый”ға шылтыратырға ҡушыла.
Рәмил бер көн ҡыҙҙы йортона алып ҡайтты. Ҡаланан ситтә, ярайһы ғына ҙур өйҙәр һалынған бында. Рәмилгә ул көндө ҡунаҡтар килде. Үҙе кеүек бик тә эшлекле ағай­ҙар һәм уларҙың ҡатындары. Эй, юҡ, ниндәй ҡатындар булһын инде – Ғәлиә һымаҡ йәштәр ине ағайҙарҙың ҡулдарына ғына йәбешеп йөрөүсе ҡыҙҙар. Араларында бигерәк мыйылдаҡтары бар. Былары беҙҙең халыҡтан түгеллеге күренеп тора. “Типик блондинкалар…” – тип уйланы Ғәлиә. Рәмил ҡыҙға иғтибарын йәлләмәй-йәлләүен, ә бына уның дуҫтары әллә ниндәй. Яндарындағы ҡыҙҙарға һауалы ҡарайҙар, барығыҙ, ана, кәнфит ашай тороғоҙ, беҙ, ирҙәр, һөйләшеп алабыҙ, тип ҡыуып та ебәрәләр. Ғәлиә лә шул ҡыҙҙар араһына инеп китте. Баҡһаң, ул ирҙәр күбеһе ғаиләле булып, был сибәркәй­ҙәр һөйәркәләре икән. Кемеһе бер нисә йыл шул “статус”та, кемеһелер кисә генә башлаған тигәндәй.
Роза тигән ҡыҙ менән Ғәлиә яҡшы ғына аралашты. Роза эйәреп килгән Заһирҙың ике балаһы бар, ҡатыны менән дә һәйбәт кенә йәшәйҙәр икән. “Ниңә уның менән йөрөйһөң һуң? Үҙең йәш кенәһең”, – тигән булды Ғәлиә, йәлләгәндәй, ярай әле, Рәмиле күпкә өлкән булһа ла, ҡатынһыҙ. “Миңә Заһир аҡсалата ярҙам итә, өйҙәгеләрҙән ундай ярҙам юҡ, ҡайһы берҙә үҙемдең тиңдәш егеттәр менән аралашҡым килә лә бит, кемдәренең машинаһы бар ҙа, аҡсаһы күп?” – Розаның яуабы һорау менән тамамланды. Шул саҡ Ғәлиә үҙенең дә хәле шундайыраҡ икәнен аңланы.
“Беҙ уларҙың Көлһылыуҙары инде, – тип моңһоу ғына көлдө Роза. – Тик Золушканың принцы йәп-йәш егет булған шул”. Розаны, “зайчик, идем”, тип саҡырып алды тегеһе. Башҡа ҡыҙҙарҙы ла кемеһен – “котенок”, кемеһен ”лисичка” тип саҡырҙылар. Ғәлиәгә ошондай һүҙҙәр көлкө тойолдо. Әлегә Рәмил уны йәнлеккә тиңләгәне юҡ та ул. Ниңәлер, ул һүҙҙәр наҙлы яңғыраһалар ҙа, мыҫҡыллап әйтелгән кеүек. “Золушкалар”, шиҡаңдашып, ирҙәрҙең муйынына барып аҫылынды. Ҡыҙ иҫтә ҡалырлыҡ төн уҙғарһа ла, йыш ҡына уйға ҡалыр булып китте. Мин дөрөҫ эшләйемме? Тиңме беҙ Рәмил менән? Уның һөйәркәһе булып ҡына ҡалырмынмы, әллә?.. Күп кенә ваҡыт үтте бит инде, ниңә хистәрен белдермәй? Ошондай һорауҙар килде башына. Ә Рәмил ҡунаҡҡа алып ҡайтыуын, ваҡ-төйәк бүләктәр биреүен дауам итте, Ғәлиәгә оҡшамаған ағайҙар һәм уларҙың “буялған сәстәре” менән шау-шыулы кисәләр ҙә күп булды. Һәр бер күңел асыуға төрлө ҡыҙҙарҙы алып килгән бер-ике ир ҙә була ине. Ошондай ваҡытта әлеге лә баяғы “Көлһылыуҙар” яҙмышы менән байтаҡ танышты ҡыҙ. Башҡаларға эйәрепмелер, Рәмил дә уға бер-ике тапҡыр “кискам” тип өндәште (ҡыҙ уға йәнлектәргә тиңләштергәндәрен яратмауын әйтһә лә), иптәштәренең йәш ҡыҙҙар тураһында оятһыҙ көләмәстәр һөйләп ҡысҡырып көлөшкәндәрендә лә ҡушылды. “Ярай, быныһын онотмаҫбыҙ”, – тип үсәп ҡуйғайны шул саҡ Ғәлиә. Аҙаҡ ирҙең наҙлауҙары, модалы сумка бүләк итеүе, шуға иш итеп туфли алырға вәғәҙә итеүе онотторҙо. Ә бер көндө…
Был көндө Рәмил Ғәлиәне ресторанға саҡырҙы.
– Ундай урында булғаның түгел, төшөңә лә ингәне юҡтыр әле, – тине ир һауалы ғына. Ҡыҙҙың был һүҙҙәр­ҙе ишетеүгә кәйефе төшөңкөрәне.
– Ярай, һинең йәшеңә етһәм, күп урында булырмын, – тип шаяртыңҡырап яуапланы.
– Әллә, әллә, һайлаған һөнәреңдең эш хаҡы быға мөмкинлек бирерме һуң?
– Минең һөнәрем, әлбиттә, банк хеҙмәткәре түгел, әммә ресторанға инеп ашағым килһә, аҡса табырмын.
– Эйе, эйе, яныңда минең кеүек ағайың булһа.
Рәмил, Ғәлиәнең үсеккәнен һиҙеп, йомшаҡ ҡына итеп көлдө. Ресторанға тиклем өндәшмәй генә барҙылар. Ир Ғәлиәгә бүләк әҙерләгәйне. Нәҙек кенә алтын сылбыр алды ул. Ап-аҡ ашъяулыҡлы өҫтәлгә матур шешәле шарап килеп ҡунаҡланы. Ҡыҙ бер аҙ тынысланды. Ана бит, Рәмил уға нисек наҙлап ҡарай. Күҙҙәрҙән хистәр тураһында “уҡый” белмәй әлегә ҡыҙ, шулай ҙа 20 йәштә барлыҡ матур ҡараш, яратам, тип әйткән кеүек тойола шул.
Бына Рәмил оҙонса ҡап килтереп сығарҙы. Уны асып, Ғәлиәгә табан этте. Ялтырап ятҡан әйберҙе күреп, ҡыҙҙың күҙе лә ялтыраны.
– Кил, тағайым. Ии, уйынсыҡ кеүек кенә бәләкәй Золушкам бит һин минең…
Аҙаҡҡы һүҙҙәр Ғәлиәне тертләтте. Ниңәлер Золушка тигәнде яратмайсы. Әкиәт яҡшы тамамланһа ла, Көлһылыуҙың баштағы яҙмышы бәхетле түгел дә баһа. Мине кәмһетеүе шулдыр, тип уйланы ҡыҙ. Йәнәһе, мин хәйерсе лә, ул принц. Юҡ инде, миңә был оҡшамай!
– Юҡ, алтыныңды бүтән Золушкаға таҡ! Бөттө!
Ҡәтғи әйтте Ғәлиә. Ниңә ул уйынсыҡ булып йөрөргә тейеш? Тороп баҫты ла, бейек үксәле туфлийында тыҡылдата баҫып, башын ғорур күтәреп сығып китте. Уның Көлһылыу булғыһы килмәне. Ә яратылғыһы килгәйне.
Рәмил йөҙөнә бер ниндәй ҙә хис сығармайынса ултырып ҡалды: “Алйот ҡыҙ…”

Айсын АҠБУЛАТОВА.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 11:05 | Ҡаранылар: 1363
|
  • Атаһына ҡарап улын һөй
  • Мөхәббәтме әллә иҫәпме?
  • Балдай татлы… вазелин
  • Ирәндек тауында булған хәл
  • “Көслө заттың башын әйләндермәгеҙ”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM