RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР

12.07.2013 КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР

Тоҡсай тарихы

Бер ауылдан Тимерхан менән Миңлехан Сибай ҡалаһына эшкә барған.Үҙҙәре менән, тоҡсайға һалып, бер таба икмәге алғандар. Бер урыҫтарға туҡтап, өйгә ингәндәр. Урыҫ өйҙә булмаған. Ҡатыны башҡорт икән. ”Беҙ эшкә килдек, ошо тоҡсайҙы элеп китәйек, эштән ҡайтҡас, ашап алырбыҙ”, – тип, тоҡсайҙарын мөйөштәге сөйгә элеп киткәндәр.
Тимерхан менән Миңлехан, эштән арып-талып, баяғы өйгә ҡайтып инһәләр, ҙур һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, айыу кеүек бер урыҫ өҫтәл артында таба икмәге ашап ултыра, ти. Ә ҡатыны ҡайҙалыр сығып киткән булған. Мөйөштө ҡараһалар, тоҡсай юҡ. Нимә тип һорарға русса белмәй­ҙәр бит инде. Етмәһә, урыҫ та бик ҡурҡыныс. Шунан Тимерхан Миңлеханға:
– Һин ”ски”,”мски” тип ҡушып, бер аҙ һупалайһың түгелме? Һора әле, – тигән. Миңлехан:
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғанский, килһәм – юғыски, – ти икән. Урыҫ, аптырап, ашанып тик ултыра. Миңлехан тағы ҡабатлай:
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғански – килһәм, юғыски.
Шул ваҡыт урыҫтың ҡатыны килеп ингән. Был икәү тоҡсайҙарын һорай.
– Куда дел их мешок? – тип, ҡатын бабайын әрләй башлаған. Ә урыҫ:
– На, туксаиски! – тип, буш тоҡсайҙы ҡатынына ташлап ебәргән.

“ Эт”тең “сабакы” булмағаны

Был хәл 1930−1935 йылдарҙа булған. Йолалы руднигының локомобиленә яҡындағы урмандан утын ташығандар. Бер ваҡыт ике егет − башҡорт һәм урыҫ ике ылауға утын тейәп, ҡайтырға сыҡҡан. Бара торғас, бер тау үренә килеп еткәндәр. Башҡорт егетенең аты тау үренә йөктө һөйрәй алмай икән. Шуға аптырап, урыҫтан ярҙам һораған. Тегене еңенән тартып:
– Ты немного сабакы, – ти икән. Урыҫ, йәне көйөп:
– Ты сам собака! – ти. Шунан башҡорт:
– Айда, ты немного сабакы! – тип, арбаның артынан этеп күрһәтә икән. Урыҫ тегенең нимә әйтергә теләгәнен бер аҙ аңлаған һәм улар, арбаны этә-этә, тауға менеп еткәнсе, икәүләп “сабакы” ла “сабакы” тип ҡабатлап барған.

“Башкир, башкир,
на, калач!”

Башҡорттар элек-электән урыҫтар менан аралашып йәшәгән, һатыу иткән. Манһыр ауылы башҡорттары бик оҫта һунарсы ине. Бүре, төлкө, ҡуян, шәшке, бүтән кейек тиреләрен тиреләй, йә булмаһа, уларҙан тундар тегеп, Орскиға, Ырымбурға алып барып һатҡандар. Ә урыҫтар беҙҙең яҡтарға иген алып килеп һатҡан, башҡа әйбергә алмаш­тыр­ған. Аттары өсөн үҙҙәре менән бесән тейәп алып йөрөгәндәр.
Бер ваҡыт Ырымбур юлында ике ылау, урыҫ һәм башҡорт ылауы, осраша. Ҡышҡы ҡарлы юлдар тар ғына. Нисек үтергә? Ҡар бик тәрән. Ҡыҙыу холоҡло, мыҡты кәүҙәле, кәрәк саҡта атты бер үҙе тотоп һуйған Ғәлиәхмәт сананан санаға һикереп, аттарҙы этә-төртөп алға бара. Шул саҡ ҡаршы яҡ ылауҙың иң артҡы санаһындағы Петр ҡарт, эш хөртәйеп китер тип, тоғонан ҡалас сығара ла: “Башкир, башкир, на, калач!” – тип әйтеп һала. Әлбиттә, юлаусылар ҡалас күргәс тыныслана һәм дуҫтарса ғына юл бирешә.

“Мин уларға нимәгә кәрәк?”

Фәйзулла (элекке Шүрәле) ауылында беҙҙең олатайҙар ағас­тан бик матур һауыт-һаба (туҫтаҡ, табаҡ, алдыр, ҡалаҡ, ҡашыҡ, ижау, көбө, күнәк) эшләгән. Шул һауыттарын тейәп, йыш ҡына Верхнеуральскиға алып барып һатҡандар. Һатыусылар ошо ҡалалағы Прасковья исемле “ызнакумка”ларына йортҡа тө­шөп, йоҡлап йөрөгән. Баш­ҡорт­тарҙың урамдан үткәнен күреп, урыҫтар:
– Где они ночуют? – тип һораша ла һораша икән. Прасковья:
– У нас, у нас они, чай пьют, – тип ҡысҡыра. Юлдан арып килгән башҡорттар йоҡларға ята. Урыҫтар һаман килә лә килә, быларҙы һораша ла һораша икән. Һауыт-һабалары бөтмәҫ борон алып ҡалайыҡ, тиҙәрҙер инде. Юнысов Унас ҡарт ҡына йоҡлай алмай.
“Ниңә улар: “Унас, Унас!” − тип, мине һөйләй? Әллә ҡайҙан исемемде белгәндәр”, – тип уйланып ятҡан да, ипләп кенә тороп, атын егеп, ҡайтыу яғына тайған.

“Картошку привезем”

Ғаиләм менән Магнитогорск ҡалаһы магазиндарын ҡыҙырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡояш байыны, эңер төшөп бара. Ҡала ситендә машина һүнде лә ҡуйҙы. Соҡоноп-соҡоноп, бер ни ҙә булдыра алманым. Минең ыҙа сиккәнемде күргән кешеләр:
– Иң ситке йорттағы Николайға әйтеп ҡара, – тине. Ул килеп:
– Катушка янған бит! – тине. Үҙенән катушка килтереп ҡуйғайны, машина гөрләп эшләп тә китте. Аҡса бирһәм дә, алманы.
– Катушку привезешь, – тине.
Машина тауышына минең ҡатын “картошку привезешь” тип ишеткән дә:
– Картошки у нас много, привезем, привезем, – тип һалды. Урыҫ танышым менән миңә көлөргә генә ҡалды. Шулай ҙа, бер аҙна үткәс, катушка, картуф, ит күстәнәстәре алып барҙым. Николай менән дуҫлығыбыҙ бына шулай башланды. Ос­раш­ҡан һайын:
– Катушка – картошка, – тип, көлөшөп алабыҙ.

“Языка нет”

Әбейҙәр, еләк һатып, Тирлән магазинында тауар ала. Берәүһе:
– Почем тауар? – тип һорай икән. Һатыусы Мария :
– 25 рублей, – тип яуап ҡайтара. Әбей, урыҫса аңламай:
– У меня языка сәпсим нет, ыруками ыскажи, – тигән.

Филиә Бикмөхәмәтова,
Нурзилә Мырҙағәлина теркәне.


. Уҡыусылар ҡурҡыша башлай. Наташа:
– Не бойтесь, дети. Зубы проверим и все , – тигән. Уҡытыусы ла :
– Врач апай ҡушҡанды ғына эшләгеҙ. Әйҙә Фәрит, һин – батыр бит, – тип тынысландырған. Наташа Фәриткә:
– А-а-а, тиген, – ти.
Фәрит уны һүҙмә-һүҙ ҡабатлап:
– А-а-а, тиген, – тип ҡабатлай ҙа, ауыҙын яба ла ҡуя икән.
Уҡыусылар медсестра менән көскә аңлашып, тикшерелеп ҡуя.

«Исемең нисек?»
Командир матростарҙың исемлеген тикшерә. Пешков Ноэль исемле матростан:
– Как тебя звать? – тип һорай. Тегеһе:
– Ноэль, – ти. Командир аңламай, биш-алты тапҡыр һорай. Уға матрос «На «Л», тип әйткән кеүек тойола. Ҡалғандар рәхәтләнешеп көлөшә. Һуңынан уның исеме шулай икәнлеген аңлатырға тура килә.

«Тишеге лә юҡ булған»
Ҡартәсәһе ейәнсәренә ике һағыҙ алырлыҡ аҡса бирә лә:
– Береһе апайыңа, – тип әйтә. Әлиә тиҙ генә магазиндан ике һағыҙ һатып ала ла, әрсей һалып, ауыҙына ҡаба. Апаһы мәктәптән ҡайтҡас, ҡартәсәһе:
– Апайыңдың һағыҙын бир, – ти.
– Пальтомдың тишек кеҫәһенән төшөп ҡалған, – ти Әлиә. Ҡартәсәһе:
– Алып кил,ҡыҙым кеҫәһен тегәйем, – ти. Әлиә кеҫәһен әйләндерә лә:
– Тишеге лә юҡ булған, – ти.

Самат ҡайһы предметты ярата?
Самат мәктәптән башын эйеп кенә ҡайтып инә.
– Атай, мине уҡытыусы ҡыуып сығарҙы...
– Нимә, тәртип боҙҙоңмо?
– Юҡ та...
– Сит планеталар менән бәйләнеш тураһында яңы теория тәҡдим иттеңме әллә?
– Юҡ шул... Уҡытыусы беҙҙән, ҡайһы предметты нығыраҡ яратаһығыҙ, тип һорағайны...
– Шунан?
– Мин, иҫәр, дөрөҫөн әйттем...

«Мөстәндә – ямғыр...»
Бер ағайҙың бесәнлеге Мөстән тигән ерҙә икән.
Бер көндө иртәнсәк бесәнгә китер алдынан быларҙың ғаиләһе сәй эсеп, радио тыңлап ултыра. Синоптиктар мәғлүмәтендә « местами дожди» тигәнде ишеткәс, был ағай: «Тағын Мөстәндә ямғыр, бөгөн тағы бесәнгә барып булмай икән», – тигән.

«Әтәс урыҫса нисек атала?»
Һуғыштан һуң ил буйынса ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Унда һәр ауылда заманына күрә алдынғы ҡарашлы кешеләр, йыш ҡына фронтовиктар әүҙем ҡатнаша. Бер ауылда иҫәп алыусы итеп һуғышта ҡатнашҡан, әммә урыҫсаһы самалы булған ағайҙы тәғәйенләгәндәр. Ул йорттар буйлап йөрөй, кәртә-ҡураны ҡараштырып, мал-тыуар, ҡош-ҡортто иҫәпләй ҙә ҡағыҙҙарын тултыра башлай икән: « Бер һыйыр» ти ҙә ҡағыҙына «Один корова». «Ике һарыҡ» – «Два овца», – тип яҙып ҡуя икән. – «Бер әтәс» тигән дә, бер аҙ аптырап ултырғандан һуң: – «Один куриный жеребец», – тип яҙып ҡуйған.

Урыҫса белгәс ни
Был элегерәк булған хәл. Ул ваҡытта Ҡарамалы ауылы ерҙәре хәҙерге Урғаҙа, Урал бүлексәһенә тиклем булған. Ошо ауылдан бер ырыу Урал йылғаһы буйында бесән сапҡан. Бер мәл быларҙың сәй эсергә алып барған һөттәре бөткән. Араларында шаян, әңгәмәсел Әхмәт ағай булған. «Бар, Зиннәтулла ҡустым, йылға аръяғындағы урыҫтан һөт һорап кил», – тип, араларындағы бер ағайға тимер күнәк биргән. Ә Зиннәт ағай «дай» «надо» тигәндән башҡа урыҫа бер һүҙ белмәгән. Барып еткән был теге урыҫ янына. Барып еткән дә, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалған. Шунан, бер таяҡ алып, күнәк төбөнә һуға-һуға, урыҫты түңәрәтеп йөрөй башлаған. Күнәккә һуҡҡан һайын: «Дың-дың нады, гөбөр-гөбөр нады, дүрт имсәк нады», – тип һамаҡлай икән. Шунан, ике бармағын маңлайына ҡуйып: «Мөк-мөк нады», – тип әйткән дә күнәкте урыҫ алдына ҡуйған. Тәүҙә урыҫ: «Был ниндәй әҙәм, әллә алйығанмы икән?», – тип, аптырап торған. Күнәкте алдына ҡуйғас ҡына аңлап ҡалған. Шулай итеп, һөт һорап алып ҡайтҡан, ти, Зиннәт ағай.
– Һай-й, уңған да инде, Зииннәт ҡусты! Урыҫса белгәс ни, урыҫтан һөт алған, – тип ҡаршылаған Әхмәт ағай.
– Ә кәкже! – тигән булды, ти, Зиннәт.

«Рубль сорок»
Беҙҙең Шүлкә ауылы урыҫ ауылына яҡын урынлашҡан. Араһы ни бары ете саҡрым самаһы ғына. Урыҫтар менән башҡорттар дуҫ булып, ҡатышып йәшәгән. Беҙҙең ауыл халҡы уларҙы «белеш» йәки «знакум» тип йөрөткән. Алыш-биреш иткәндәр: урыҫтар Шүлкә ауылына килеп, кишер, һуған, картуф һатҡан, башҡорттарҙан май, ҡорот ала торған булған. Ғөмүмән, үҙ-ара бик татыу йәшәгәндәр.
Бер көндө инәйемә бер мәрйә килеп:
– У вас масло есть? – тип һораған. Инәйем:
– Есть, есть, – ти икән. Мәрйә:
– Сколько стоит? – тигән .
Инәйем урыҫ белмәгәс:
– Бер һум да ҡырҡ тин, – тигән башҡортсалап.
Ә мәрйә бер аҙ башҡортса һупалаған булғандыр инде:
– А-а-а, рубль сорок, – ти икән.
Шунан инәйем тегегә ҡарап торған да:
– Юҡ-юҡ, урыҡ-һурыҡ һатмайым, бер ыңғай ғына һатам, – тип майын бирмәй , мәрйәне йәһәтләп сығарып ебәргән.

« Тал кис»
Бер ауылдан Юныс тигән бер егет урыҫ байында эшләп йөрөгән. Ул ваҡытта урыҫтар Урал йылғаһы буйындағы талды утын итеп яғып көн иткән. Бер көндө бай егеткә:
– Юнуска, тал киҫ, – тип, балта биргән дә утын әҙерләргә ебәргән. Юныс уның ни теләгәнен аңламаған.
– Был балтаны нимәгә бирҙеләр икән? – тип аптырап торған да, – Һыу кис, тип әйтте шикелле, – тип уйлап , балтаны ҡалдырып, Урал йылғаһы буйына төшкән. Әйҙә иртәнсәктән кискә тиклем йылға буйлап тал араһынан һыу кискән был. Шулай бер аҙна буйы һыу кисеп йөрөгәндән һуң байға килгән.
– Ну, Юнуска киҫтеңме? – тип һорай бай .
– Кистем, – ти икән был. Шунан былар, ат егеп, арба менән утынға киткән. Барып еткәс:
– Ну, Юнуска, где тал кистең? – тип байҙың һорауына, Юныс байҙы эйәртеп, ҡайҙа һыу кискәнен күрһәтә башлаған. Унда ла алып бара, ти, бында ла алып бара, ти.
– Бына ошонда кистем, бына ошонда кистем, – тип, бер аҙна буйы һыу кискән ерҙәрен күрһәткән. Урыҫ байы:
– Да-а-а, – тип баш сайҡап торған-торған да ҡулына балта алып, талды киҫеп күрһәткән. Юныс шунда ғына үҙенә ни ҡушылғанын аңлап ҡалған.

«Ашаған, ашаған!»
Атайымдың ҡалала урыҫ дуҫы бар. Беҙ улар менән бергә йыш ҡунаҡ булабыҙ, балыҡҡа, бәшмәккә барабыҙ. Бер шулай күмәкләшеп еләккә сыҡтыҡ. Аҙыҡ та алдыҡ. Еләкле ергә барып сығып, онотолоп киткәнмен. Бер ваҡыт атайымдың дуҫы : «Дочка , ашаған, ашаған!»- тип ҡояшҡа төртөп күрһәтеп, ҡул болғай-болғай, миңә ҡысҡыра башланы. Уның нимә тип әйтергә теләгәнен аңланым: ашарға саҡыра. Мине бала күреп, уның башҡортса һөйләшеүе ине был.

«Ты женатый»
Яңы ғына институт тамамлаған йәш ҡыҙ ауылға эш эҙләп килә. Үҙенең белемле икәнен күрһәтергә теләптер инде, ул − урыҫса һөйләшкән. Етәксе ҡалаға киткән. Уның урынында ҡалған урынбаҫары хужаның бөгөн булмаҫын әйтә. Шул уҡ ваҡытта был ҡыҙ хаҡында күберәк белергә теләп:
– Ты женатый, – тип һораған.
– Чего, чего? – ҡыҙ аптырап ҡалған.
– Ты женатый? – тип, һорауын ҡабатлаған теге.
– Юҡ, ағай, мин кейәүгә сыҡмағанмын, – тип башҡортса сатнатып яуап биргән ҡыҙ.

«Вәхит один ғына»
Әрмәндәр бер башҡорт әбейендә фатирҙа йәшәгән. Уларҙың сәғәттәре туҡтаған да, әбейҙән:
– Бабушка, ваҡыт нисә? – тип һорағандар.
Инәй ҡарап тора ла, бер ҙә иҫе китмәй:
– Беҙҙә ни Вәхит один ғына инде, түбәнге остағы урамда йәшәй, – тип яуап биргән.

«Ҡомһоҙ бай»
Өләсәһе ейәненә әкиәт һөйләй икән:
– Борон-борон заманда йәшәгән, ти, ҡомһоҙ бай...
– Өләсәй, нисек инде бай була тороп уның ҡомо ла булмаған? – тип аптыраған.
«Айыу менән ҡуян»
Айыу магазинға китеп бара. Ҡаршыһына ҡуян килеп сыға. Айыу һорай, ти:
– Ҡуян, һин нимә алдың?
– Фотоаппарат. Уға баҫһаң «чик-чик» итә, – тигән ҡуян. Айыу ҡыҙығып фотоаппарат алмаҡсы була. Онотмаҫ өсөн, шул әйберҙең исемен әйтеп барған да ул соҡорға ҡолап төшкән.Шул арҡала нимә алырын онотҡан. Тора биргәс:
– Әй, баҫһаң, чик- чик итә, тине бит әле! – тигән дә, магазинға килеп еткәс, һатыусыға:
– Миңә чик- чик иткес бирегеҙ әле! – тигән.
Һатыусы аңламай мылтыҡ тоттороп сығарған.


«Ут булмағас»
– Марат, ниңә дәрескә әҙерләнмәй килдең? – тип һорай уҡытыусы.
– Ут юҡ ине.
– Телевизор ҡараныңмы һуң?
– Эйе, ҡараңғыла ҡараным. Яңы мультфильм күрһәттеләр.



«Арыҫлан менән себеш»
Йәйҙең бер эҫе көнөндә, хәлдән тайып, юл ситендә арыҫлан йәйрәп ята. Ҡаршыһына яңы ғына инкубаторҙан сыҡҡан себеш килеп сыға. Арыҫлан:
– Хәҙер мин һине ашайым ! – ти.
− Юҡ, ашамай тор, мин хәҙер өйҙән һимеҙ әсәйемде алып киләм! – ти.
Арыҫлан ышанып ятып ҡала. Ә себеш юҡта – юҡ. Икенсе көндө китеп барһа, теге осрай:
– Ҡайҙа әпсән? – ти арыҫлан. Себеш нимә тип әйтергә белмәй тора ла:
– Мин инкубаторҙан! У меня нет матери! – тип яуап бирә.

«Телефон белешмәһе»
Күп осраҡта, телефон трубкаһын алғас, теге баштағы кешегә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй: «Алло! Алло! Кем әле был?» – тип ҡысҡырырға тотонабыҙ. Йәки шылтыратабыҙ ҙа: «Алло, һин өйҙәме?» – тибеҙ.
Телефон тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, тағы бер ҡыҙыҡ иҫкә төштө.
Турагенлыҡта телефон шылтырай:
– Һеҙ Мысырға путевкалар һатаһығыҙмы?
– Әлбиттә.
– Ә унда ниндәй курорттар бар?
– Шәрм әл Шәйех, Хургада, Таба, Нүбәйә...
– Туҡтағыҙ, туҡта... Нүбәйә... Бына быныһы тура килә.
– Һеҙ ҡасан барырға йыйынаһығыҙ?
– Юҡ, беҙ бында кроссворд ҡына сисә инек...

«Үәт, ир, исмаһам»
Магазинда ике инәй һөйләшә:
– Ғәйшә, иреңдең хәлдәре нисек?
– Һорама ла, элеккесә. Аҡылға ултырманы инде. Эсеп ҡайта ла тауыш күтәрә, ҡотороноп йөрөй ҙә ятып йоҡлай.
Икенсеһе аңғармаҫтанмы:
– Ярай, ауырымағас, яҡшы инде, – тип ҡуя.

«Үҙе боҙолоп бара»
Баҙарҙа тауыҡ һатып алырға торам. Сиратты тотҡарлап, йыуан бер ҡатын тауыҡ һайлай: ҡайһыныһын ҡапшап, ҡайһыныһын әйләндереп ҡарай. Бер тауыҡтың ҡанат аҫтын еҫкәне лә, танауын йыйырып һатыусыға:
– Был бит боҙола башлаған!









Түҙеме бөткән һатыусы:
– Үҙеңде бел, йәме!
Ҡатын:
– Ә мин нимә эшләгәнмен?
Һатыусы:
– Ни эшләгәнеңде белгең килһә, ҡултыҡ аҫтыңды еҫкәп ҡара.


«Сенокоси һәм сено коси»
– Был Рәсәйҙә ялҡытты мине, мин Ҡытайға ял итергә китәм, – тип, берәү Ҡытайға барһа, унда бер ҡытай кешеһе, былай тип сәләмләй:
– Сенокоси, сенокоси!
– Накоси ты сено сам! – тип, теге кеше Рәсәйгә кире ҡайтып киткән.

Лагерҙа
Балалар лагерға килгән. Төштән һуң вожатый ашханала уҡ һорашып яҙып йөрөй, ти. Ул кеше ҡайҙа йәшәй, исеме һ. б. Һәр береһе әйтеп сыҡҡан. Ошо ваҡытта Ира исемле ҡыҙыҡай палатканан килеп сыға. Ул әллә ҡайҙа йөрөгән була.
– Һин ҡайҙан? – тип һораған вожатый.
– Столовыйҙан , – тигән Ира.

«Шубы, шубы...»
Ҡайҙандыр ҡайтып килгән урыҫтар һуңға ҡалып киткән дә бер башҡорт ауылына туҡтап, төндө үткәрергә булған. Ауыл ситендәге бәләкәй генә өйгә еткәс, туҡылдатып ишек астырғандар. Өйҙә әбей менән бабай ғына йәшәй икән. Урыҫтарға былар ҡунырға рөхсәт биргән. Үҙҙәре урындыҡта йоҡлап ятҡас, ҡунаҡтарға иҙәндән урын эләккән. Иҙәндәре ер икән. Шәмде һүндереп йоҡларға ятҡандар. Бер аҙҙан ҡолаҡҡа сос әбей хыр ҙа мыр итеп әүем баҙарына китеп барған бабайын уятҡан. Шыбырлап ҡына:
– Бабай, былар баянан бирле, шубы-шубы, тип һөйләшәләр, атты урлап китмәһендәр, – ти икән. Бабай тыңлап ятҡан – ятҡан да урыҫтарҙың нимә тип һөйләшеүен аңлағас:
– Быларҙа һинең атың ҡайғыһы юҡ, әбей. Аҫтары – ҡаҡ, өҫтәре – йоҡаҡ. Аҫтарына – кейеҙ, өҫтәренә толоп бир, – тигән. Шунан саҡ урыҫтар йылынышып, бер нәмә белмәй йоҡлап киткән.
“Чай не пьем,
Махом давай”
Элегерәк булған хәл инде был. Әхмәт исемле бер башҡорттоң һәм урыҫ Григорийҙың бесәнлектәре бер тирәлә икән. Былар ғаиләләре менән ҡуна ятып, бесән эшләй. Башҡорттар, ғәҙәттәгесә, иртәнсәк тә , төшкөлөк тә сәй генә эсеп торалар ҙа, кис етеүгә күп итеп ит һалып, аш яраштыра, ти. Ә урыҫтар – киреһенсә: иртәнсәк тә тиҙ генә берәй нәмә өтөп ебәрәләр, төшкөлөккә һәйбәт итеп аш бешерәләр, ә кисен сәй генә эсеп йоҡлайҙар, ти.
Бер көндө иртәнсәк Григорий Әхмәткә һөрәнләй:
– Ахмет, айда котлет кушать!
Әхмәт:
– Спасиба! Григорий, чай пьем! – ти икән.
Төш етә. Григорий тағы ҡысҡыра:
– Ахмет, айда мясо кушать!
Әхмәт:
– Спасиба! Григорий, чай пьем! – тип яуаплай.
Төштән һуң Әхмәттең ҡатыны иренән:
– Кискә аш һалайыммы?- тип һораған.
Әхмәт:
– Ярай, ит һалып ыҙалама, кискә, Григөрөйҙәргә барыр ҙа ҡуйырбыҙ, иртәнсәктән бирле саҡыра, ти.
Кис етә. Григорийҙың теге яҡтан тауышы ишетелә:
– Ахмет, айда чай пить!
Әхмәт йәне көйөп:
– Че чай да чай, махом давай! – тип ҡысҡыра.
Махом – ит тигәнде аңлата.
«Четыре-метери»
Урыҫ дәүләте менән берләшеәс, башҡорттар балаларына урыҫса өйрәнеү кәрәклеген аңлата. Ни тиһәң дә, алыш-биреш , сауҙа итәләр, урыҫтар менән осрашып, ҡатнашып торалар.
Шулай бер көндө Манһыр ауылында йәшәүсе Ғәйзулла олатайға Һарыҡташ яғынан төрлө туҡымалар (сатин, ситса) менән һатыу итеүсе Михаил тигән ызнакумы ҡуна төшә. Ғәйзулла ағайҙың улдары күп ‒ өй тулы- малай. Михаил бабай:
– Ну, мальчики, кто по-русски знает? – тип һорай. Иң бәләкәй Ғөбәйҙулла тиҙ генә:
– Четыре - метери, – тип һала. Михаил бабай көлә лә:
– Молодец!, Мә, һиңә, – тип бер күлдәклек сатин бүләк итә. Шунан һуң Ғөбәйҙуллаға «Четыре-метери» тигән ҡушамат бирәләр. Ә ул ҙурая биргәс :
– Мин «четыре метери пять копеек «тинем бит», ‒ тип төҙәтер булған.

«Сакмар гөж-гөж пошел"
1944 йылдың яҙы.1-се Этҡол мәктәбе. Класс етәксеһе Мария Павловна дәрескә килмәгән балаларҙы тикшерә. Һыу ташҡас, күрше ауылдан йөрөп уҡыусылар Һаҡмар йылғаһы аша сыға алмай ҡалған. «Һаҡмар ташҡан», – тип урыҫса әйтә белмәйҙәр икән. Шул ваҡыт Нух исемле малай (хәҙер мәрхүм инде):
– Сакмар гөж-гөж пошел, – тип аңлатып биргән.
– Ну ладно, – тигән булды, ти, уҡытыусы.

«Шорного камня»
Тымыҡ океан. Икенсе бөтә донъя һуғышынан ҡалған бомбаларҙы таҙартыу өсөн, һәр хәрби часҡа биләмәләр бүленде. Карапта мин радиотелеграф (Морзе әлифбаһы менән эш иттем), ә иптәшем Маратҡа радиотелефон менән бәйләнеш тотоу бурысы йөкмәтелде. Бер шулай штабтан:
– Где находится корабль? – тип һоранылар.
– Корабль находится у Шорного камня, – тип яуап бирҙе Марат. Штаб аңламай:
– У какого камня?
Марат аңлата алмай йөҙәп бөттө. Ул һаман да:
– У Шорного камня, – тип яуап биреүен белә. Мин микрофонды үҙемә алып:
– Корабель находится у Черного камня, – тип әйтеп аңлаттым .

«Вишня в масле»
1955 йылдарҙа беҙ, матростар, бишәр йыл хеҙмәт иттек. Өйҙән егеттәргә хаттар килә. Ә инде посылкаларҙы, түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек. Ғәҙәттә, рус, молдован, литва, украина , егеттәренә сало, төрлө емеш-еләк һалалар. Бер көн миңә лә посылка килде, күмәкләп ултырып астыҡ. Ә унда ‒ сейәле май, ҡорот, талҡан...
Тегеләр аптырап китте.
– Зачем вишни в масле? – тип һорайҙар.
– А какие они сладкие...
Ә инде ҡоротто күргәстәр:
– Что за мячик? – тип аптырандылар.
Мин кокҡа, ҡоротто иҙеп, төшкө аш әҙерләргә өйрәттем. Был бөтәһенә лә бик оҡшаны. Хатта бер рус егете:
– Мин башҡорт ҡыҙына өйләнәсәкмен, Әхмәт, миңә берәй ҡыҙҙың адресын бир, – тип йөҙәтте.
«Һарыҡты зарежал”
Баймаҡта урыҫ менән башҡорт осрашып һөйләшеп киткән. Урыҫ:
– Иртәгә килеүемә һарыҡ һуйып ҡуй, – тигән. Башҡорт :
– Ярай. Һуйһам, шылтыратып әйтермен, – тип яуаплаған. Иртәгәһенә башҡорт һарыҡ һуйған да урыҫҡа шылтыратҡан: ‒ Алло, зарежали.
Ә уныһы аңламай икән :
– Чего зарежали? – тип һорай. Ныҡыша торғас, был икәү аңлаша: "Зарезали" тип әйтергә кәрәк булған икән..

«Мустафин умирает...»
Беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, төпкөл башҡорт ауылында урыҫ теле менән тик урыҫ теле дәресендә генә осраша инек. Уныһында ла уҡытыусыбыҙ яртыһын урыҫса, яртыһын башҡортса һөйләп төшөндөрә ине беҙгә был ят телде, әсәйҙәребеҙҙең дә белеүе икмәк-тоҙлоҡ ҡына булғандыр инде. Бер көндө Темәстән атайымдың эшенең хужаһы ‒ лесничий Панафидин фамилиялы урыҫ беҙгә килгән. Был саҡта атайым төпкө бүлмәлә йоҡлап ята, ә әсәйем ситке өйҙә өй мәшәҡәттәре менән булыша икән.Панафидин ағай өйгә ингәс, сәләм биргән дә әсәйемдән::
– Мустафин дома? – тип һораған. Әсәйем иһә, был кешене һис күргәне булмағас, уны танымай бит инде. Ҡатынын сит ирҙәрҙән ныҡ көнләгән атайымдың уяныуынан ҡурҡып:
– Уйди сюда, уйди сюда! Атыу Мустафин умирает, – тип лесничийҙы ҡыуа башлаған. Йәнәһе, үҙенсә:"Бар ,тиҙерәк сығып кит, юғиһә, Мостафин үлтерер үҙеңде", – тип ҡурҡытмаҡсы була икән.

«Побели чай»
Ғаилә ҡороуыбыҙҙың тәүге йылдарында Сибайҙа бер урыҫттың ике бүлмәле өйөнөң береһендә фатирҙа йәшәнек. Оло йәштәрҙәге был киң күңелле әбей менән бабай хужалығында һыйыр ҙа көтә, йорт алды баҡсаһында емеш-еләген дә үҫтерә ине. Бер көндө үҙебеҙҙең яҡта иптәшем, йәш ярымлыҡ улыбыҙ менәнән өсәүләшеп сәй эсеп ултырабыҙ. Маша әбей беҙҙең табынды күрҙе лә, мине үҙҙәренең кухняһына саҡырҙы. Ярты литрлыҡ банкаға һалынған һөттө миңә һуҙып:
– На, побели чай, тине.
– Спасибо! – тинем. Тинем дә ул, ҡапылғара уның ни әйткәнен аңламай: «На», – тип биргәс, һөт эсергә ҡуша икән, тип, эскем килмәһә лә, хужабикәнең куңелен ҡыймай, банкалағы һөттө күтәреп эсә башланым. Миңә аптырап ҡарап торған хужабикәгә ҡарағас ҡына, эштең ниҙәлеген аңлап, ҡалған һөттө йәһәтләп үҙебеҙҙен яҡҡа сәй өҫтәленә алып сыға һалдым.
«Шахта упал»
Үткән быуатта Баймаҡта яңынын-яңы шахталар, завод-приискалары асыла. Бына ҡайһы берәүҙәр (Түбә, Күлйортау, Шура, Йолалы, Ғәҙелша, Манһыр, Семеновск, Ольховканыҡылар) урыҫтар менән бергәләп эшләгән, урыҫса ла өйрәнә башлаған. Улар һөйләгәндәрҙән бер өҙөк килтермәксәмен. Ғәббәс менән Андрей гәпләшеп китә.
– Вәт вит... Понимаешь... Ыслуши. Вчера Йолалинский шахта упал, чәтри чалавик умирал... Шахта плуха. Кәкүй там порядок, – ти Ғәббәс. Андрей:
– Ну-ну, говори, говори, друг. Да, хороших шахтеров потеряли. Одна из них была женщина, Соня.
Ғәббәс.
– Сәпсим правда гувариш. Кәкуй там эш. Сегодня их хороним. Многие рабочие пиют. Зимәгурем станут. Шалопаи.
Андрей:
– Бросаем пить. Завтра же.
Бер аҙҙан һуң икәүләп йырлап ебәрәләр:
Зимагурҙар толчокта,
Ҡайғырмайҙар бал юҡҡа...

«Больше не идешь!»
Мырҙабулат һалдат тәүге тапҡыр поста тора. Эңер төшөп килә. Ҡапыл бер шәүлә күренә, быға яҡынлағандай була. Һалдат бер аҙ шөрләй башлай. Нимә эшләргә? Устав буйынса нимә тип әйтергә кәрәклеген онота ла ҡуя. Шунан нимә тиергә белмәй:
– Идешь! – тип ҡысҡыра.
– Иду! – ти теге . Мырҙабулат өс тапҡыр:
– Идешь! ‒ тип ҡысҡыра. Теге шәүлә килеүен дауам итә. Был аптырап тормай:
– Больше не идешь! – тип тегегә ата ла ебәрә.Тегенең фуражкаһы әллә ҡайҙа осоп китә. Баҡтиһәң, баяғы шәүлә үҙенең сержанты булып сыға. Әлбиттә, устав буйынса, эш иткән часовойға бер ни ҙә булмай, ул хаҡлы булып сыға.
«Вода взяла»
Урыҫ кейәү башҡорт ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа килгән. Һарай тирәһендә мал тәрбиәләп, өйгә ингән. Ҡәйнәһе сәй ултыртҡан, ләкин һөттәре юҡ, ти. Кейәүе:
– Мама, вы корову не доите? – тип һораған. Ҡәйнәһенең һыйыры һыуалған булған.
– Нет, кейәү, не доим, корова вода взяла, – тигән.

«Кто в Хасаново?»
Бер ауыл инәйе автобус менән Баймаҡҡа килеп төшкән. Ҡараһа, Сибайға автобус китергә генә тора, ти. Инәй инеп тә ултырған – автобус ҡуҙғалып та киткән. Хәсән ауылына етеп килгәндә, шофер:
– Кто в Хасаново? – тип һорай икән. Иң аҙаҡ инеп ултырған инәй:
– Эй әттәгенәһе, минең фамиляны был шоферға кем әйтте икән? Билет алмаған өсөн, төшөрөп ҡалдырырға уйлайҙыр, моғайын, – тип аптырап киткән.
Шофер һорауын ҡабатлағас:
– Я Хасанова, балам, билет алам,төшөрөп кенә ҡалдырма инде, – тигән. Шофер Хәсәндә туҡтаған да инәйҙен төшкәнен көтә икән. Инәй:
– Төшмәйем, мин Сибайға барам, төшөрмә инде,билет алам, мә, аҡса, - тигәс, шофер аптырауға ҡала:
– Ну бабушка, даешь, я спросил: «Кто в Хасаново ?» .Ты сказала: «Я в Хасаново». А теперь не выходишь, – тигәс кенә инәй:
– Моя фамилия Хасанова, – тип аңлатҡан. Хәлде аңлағас, шофер Сибайға еткәнсе, көлдө, ти.

Нисек аҡсаны ваҡлатырға?
Элегерәк беҙҙең ауылға әллә ни алыҫ түгел Тәкәһуҡҡан тигән ауыл булды. Ул урман араһында ултыра торғайны. Ә беҙҙең колхоз көтөүселәре ошо ауыл янында ғына көтөү көтөп ятты. Тәкәһуҡҡандың ете йыллыҡ мәктәбе, бай ғына магазины бар ине. Ә магазинда һатыусы – мәрйә. Көтөүселәр араһынан Х. ағай бөтөнләй уҡымаған, урыҫ бер ауыҙ һуҙ белмәй. Уның эре 10 һумлыҡ аҡсаһы булған, ул уны ваҡлатырға уйлаған. Ә урыҫ әйтә белмәгәс, Фәрит ағайҙан һорағас:
– Эй ҡустым, магазинға бар ҙа һатыусыға: «Раздевайся», – тип әйт. Ул һиңә ваҡлап бирер,– тигән. Х. ағай шәп-шәп атлап, магазинға барған да:
– Эй, женщина, бажалыста, раздевайся, – тип 10 һумлығын тотторған. Һатыусы бер килке ни әйтергә белмәй аптырап тоторған да, аңлап ҡалып:
– Ах, ты, сволочь! Я тебе сейчас разденусь! – тип һепертке менән ағайыбыҙҙы туҡмап сығарған. Беҙҙең ауылда хәҙер ҙә ошо хәлде онотмай , рәхәтләнеп көлөп һөйләйҙәр.
Музейҙа бирелгән һорау
Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорай ҡуя:
– Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ултырғанһыңдыр ул?

Әсәһенең аҡсаһын йәлләгән
Әсәһе улын:
– “Бишле” билдәһе ал, – тип мәктәпкә оҙата. – өс бишле алһаң, бер шиколад алып бирәм, – тигән әсәһе. Малай “икеле” билдәһе менән ҡайтып инә, әсәһе билдәһен Һорай һалды, ти:
– Йә, улым, “бишле” алдыңмы?
– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым, – тип яуаплаған улы.
Хәстәрлекле өләсәй
– Ҡыҙым, тик ултырғансы , ойоҡ бәйләргә өйрәнер инең, – ти икән Гөлназға өләсәһе.
– Белмәйем шул, – тигән Гөлназ.
– Белмәгәндең беләге ауыртмай, ҡыҙым.
– Бына рәхмәт, өләсәй, беләгемдең ауыртҡанын теләмәйһең икән.

Уйындағы – уйында
Петька менән иптәше аҡтарҙан ҡасып китеп баралар, ти. Улар тиҙ генә бер әбейҙең өйөнә инә. Иптәше карауат аҫтына баҫҡан , ә Петька шифонер өҫтөнә менеп барғанда , аҡтар килеп инә. Петька менеп өлгөрмәгәс,
– Эй, мин йәшенеп өлгөрмәнем дә инде, бар, сығып тороғоҙ! – тигән.

Трагедия
Математика уҡытыусыһы уҡыусыларға туҡһан һәм ҡырҡ һандары менән мәсьәлә төҙөргә ҡуша. Бер малай ошондай мәсьәлә төҙөй:
– Бассейынға туҡһан кеше сума, ҡырҡ кеше генә йөҙөп сыға, – тигән. Уҡытыусы:
– Бына трагедия!

Зөһрә Айытбаева (1), Фазила Ҡаһарманова (2), Зимфира Кәримова (3), Таңһылыу Ҡарасурина (4), В. Ҡарасурина (5), Ғәйнислам Бейешев (7, 18), Әхмәт Хәсәнов (13, 38, 39, 43, 44), Зөлхизә Сыңғыҙова (14), Й. Иҫәнсурин (17), Зәйтүнә Аралбаева (19), Айһылыу Уразгилдина (42), Л. Мәғәфүровалар (47) “Һаҡмар” гәзитендә баҫтырған һәм айырым информанттарҙан ишеткән көләмәстәрҙе, лаҡап һәм мәрәкә хәлдәр хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе Филиә Бикмөхәмәтова менән Нурзилә Мырҙағәлина теркәне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”