НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ауыл йәштәре мәнфәғәтендә

Ауыл йәштәре мәнфәғәтендә


Бөгөн ауыл хужалығы энергиялы һәм юғары квалификациялы йәш кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Юғары белем алыусылар­ҙың күпселеге тыуған ауылына кире ҡайтырға теләмәй. Шуға ла был мәсьәлә бөгөн киҫкен тора.
Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында үткән «Ауыл йәштәре – проблемалары һәм үҫеш перспективалары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ла ауыл йәштәренең проблемалары тикшерелде. Бындай сара беренсе тапҡыр үтеүе менән дә мөһим.
Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла төрлө министрлыҡтар, күрше өлкәләр вәкилдәре ҡатнашты.
– Бөгөн ауыл хужалығы ойошмаларында квалификациялы, юғары белемле йәш белгестәр етешмәй. Ә был инде аграр йүнәлештәге предприятиеларҙың һөҙөмтәле үҫешенә аяҡ сала, – тине Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү бүлеге етәксеһе Урал Килсенбаев. – Күп төрлө социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, аграр вузды тамамлаусыларҙың өстән бер өлөшө генә райондарға ҡайта. Ҡалғандар ҡалала төпләнә, йәшәгән урынын үҙгәртә, аспирантурала уҡый, йә булмаһа, әрме сафтарына алына.
Әлбиттә, ауылда йәшәү һәм эшләү йәштәрҙең зауығына тап килһә, кешене рухи һәм матди яҡтан байытырға ярҙам итһә, күптәр тыуған төйәгендә ҡалырға тырышыр ине. Ауылдарҙа эш табыуы ла ауыр мәсьәлә. Ул булған осраҡта ла агросәнәғәт комплексында эш хаҡының түбән булыуы йәш белгестәрҙең күңелен һүрелтә. Шулай уҡ күп кенә урында инфраструктураның үҫешмәгән булыуы ла кешеләрҙе ҡалаларға китергә мәжбүр итә.
Башҡортостанда аграр йүнәлешле уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡан белгестәргә аҡсалата дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Шулай уҡ уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә әүҙем бара. Ауыл йәштәренә ярҙам итеү буйынса башҡа программалар ҙа бар. Уларҙы еренә еткереп тормошҡа ашырғанда аграр сектор белгестәргә ҡытлыҡ кисермәҫ, тип ышанғы килә.
Конференцияла Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары ла сығыш яһаны. Улар билдәләүенсә, ҡайһы бер студенттар, бөгөн ауылда, ерҙә эшләү абруйлы түгел, тип һанай. Шулай ҙа йәштәрҙең күбеһе, шарттар тыуҙырылған осраҡта, агросәнәғәт тармағында тырышып эшләргә әҙер. Тик улар ауылда йәшәүҙең перспективалы булыуын ғына теләй.
Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 2-11-2010, 11:21 | Ҡаранылар: 1112
|
  • Немецтар беҙҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһына
  • Ауылдарҙы һаҡлап ҡалмайынса, илде үҫтереп булмаясаҡ
  • «Колос» – Рәсәйҙәге иң яҡшы студент төҙөлөш отряды
  • Ауылға йәш кадрҙар ҡайта
  • Улар – ауылдың киләсәге
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM