НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Милли мәҙәниәттәр байрамы

Милли мәҙәниәттәр байрамы


7 – 12 июндә Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Ишембай райондарында, Салауат, Күмертау һәм Өфө ҡалаларында “Берҙәмлек – Содружество” милли мәҙәниәттәр халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Билдәле булыуынса, ул 1990 йылдан үткәрелә. Йыл һайын бәйгелә Рәсәйҙән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә ҡатнашалар.
Быйыл Латвия, Төркиә, Чад, Польша, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Төньяҡ Осетиянан ҡатнашыусылар килеүе көтөлә. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандан Гөлжәйнә Ғүмәрова сығыш яһаясаҡ. Ул – Е. Оморҙаҡов исемендәге өлкә филармонияһы солисы һәм вокалисы. Йырсы бихисап конкурс лауреты булған. Былтыр Ескендир Хәсәнғәлиев исемендәге халыҡ-ара конкурс дипломанты исемен яулаған.
Байрам Ишембай ҡалаһында тантаналы парад һәм концерт менән башланасаҡ. Шунан Ғафури районында һабантуй ойоштороласаҡ. Ҡунаҡтар өсөн “Сәскә ат, республикам!” композицияһы тәҡдим ителәсәк. Йола буйынса, ат сабышы, көрәш, төрлө уйындар һәм ярыштар үткәреләсәк.
Халыҡ-ара фестиваль эстафетаһын артабан Салауат ҡалаһы ҡабул итәсәк. Бында “Юрматы ере” мемориаль комплексы буйлап экскурсия үткәреү күҙаллана. Фестиваль саралары – концерт, театрлаштырылған тамаша һәм байрам парады шулай уҡ Күмертау ҡалаһында үтәсәк.
Халыҡ-ара кимәлдәге сара 12 июндә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында гала-концерт һәм “Арыҫлан Мөбәрәков” теплоходында Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсия менән тамамланасаҡ.

Г. ЙОСОПОВА.

Сығыу ваҡыты 4-06-2013, 14:07 | Ҡаранылар: 987
|
  • Ҡала көнө 12 июндә үтәсәк
  • Өфөлә рок-музыка фестивале үтәсәк
  • Өфөлә «DMC Fest» халыҡ-ара музыка фестивале үтәсәк
  • Халыҡ - ара опера фестивалендә беҙҙең йырсылар ҙа ҡатнаша
  • «Берҙәмлек – Содружество» фестивале үтәсәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM