НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Инвалид баланы уллыҡҡа алған өсөн – 500 мең һум

Инвалид баланы уллыҡҡа алған өсөн – 500 мең һум


Республикабыҙҙа инвалид баланы уллыҡҡа алған гражданға 500 мең һумға тиклем пособие түләү тураһында закон проекты ҡарала, тип алдағы һандарҙа хәбәр иткәйнек инде. Ниһайәт, был документ законлы көскә эйә булды.
“Башҡортостан Республикаһында уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала (балалар) алыусыға бер тапҡыр аҡсалата пособие тураһында” БР законының 2-се һәм 4-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡабул ителде.
Бөгөн республика балалар йорттарында 145 инвалид бала тәрбиәләнә. Үкенескә күрә, уларҙы ғаиләләргә алырға атлыҡмайҙар. Һуңғы бер нисә йылда мөмкинлектәре сикләнгән унға яҡын бала уллыҡҡа алынған.
Әйткәндәй, 2011 йылдың 1 ғинуарынан уллыҡҡа бала алыусыларға “әсәлек капиталы” күләмендә аҡсалата пособие бирелә. Уның күләме – 408 960 һум.
Яңы закон етем балаларға ата-әсә наҙы, ғаилә йылыһы табырға ярҙам итер, тип юрайыҡ.

Г. ЯХИНА.

Сығыу ваҡыты 4-06-2013, 14:06 | Ҡаранылар: 726
|
  • Балалар пособиеһы биш процентҡа артты
  • 2014 йылда “әсәлек капиталы” күпме буласаҡ?
  • Социаль пенсия күләме арттырылды
  • Күп балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тәртибе раҫланды
  • Инвалид баланы уллыҡҡа алыусыларға – 500 мең һум
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM