НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

һорау-яуап


Бер юлы ике урында теркәлергә буламы?

Айырылышҡанда ҡатыныма икенсе ҡаланан фатир һатып алдым. Шунда теркәлеп йәшәй башланы, минән дә прописканан төшмәне. Һөҙөмтәлә хәҙер коммуналь хеҙмәттәр хаҡын ике кеше өсөн түләргә мәжбүрмен. Был хәлде нисек көйләргә мөмкин?
Н. БИЛАЛОВ.

Кеше бер юлы ике урында теркәлергә тейеш түгел. Әгәр ҙә үҙе теркәлеүҙән төшөргә теләмәй икән, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Нисек дөрөҫөрәк?

Беҙ ипотекаға фатир һатып алырға булдыҡ. Тәүге иғәнәгә етерлек аҡсаны ҡатынымдың ата-әсәһе бирҙе. Ҡалған сумманы 10 йыл дауамында мин эш хаҡынан түләп барырға тейешмен. Хәҙер был милекте кемгә ниндәй өлөш менән, нисек итеп дөрөҫ хосусилаштырырға икән?
Шамил.

Кемгә ниндәй өлөш менән теркәһәгеҙ ҙә, фатир барыбер һеҙҙең дөйөм милкегеҙ булып иҫәпләнәсәк. Сөнки уны бергә йәшәгән ваҡытта һатып алаһығыҙ.

Ҡойма ҡуя алабыҙмы?

Беҙ ике яҡлы шәхси йортта ике ғаилә йәшәйбеҙ. Әле ихатаның уртаһынан ҡойма ҡуйырға булдыҡ, әммә күршеләребеҙ риза түгел. Был мәсьәләне нисек хәл итергә мөмкин?
ҒӘБИТОВТАР.
Краснокама районы.

Иң беренсе сиратта шуны иҫәптә тотоғоҙ, ҡойма ыҙанлау (межа) сиге буйынса ғына үтергә тейеш. Артабан архитектура бүлегендә унда ҡойма ҡуйыуҙы сикләү юҡмы икәнлеген асыҡлағыҙ. Күршеләр менән бәхәсте иһә суд тәртибендә хәл итергә кәрәк.

Йортомдо теркәтергә һуңламаныммы?

2010 йылдың сентябрендә йорт һатып алғайныҡ. Һатып алыу тураһында нотариустан раҫлатылған килешеү бар. Әлегә тиклем дәүләт теркәүе үтеү тураһында таныҡлыҡ алыуҙы кәрәк тип тапманым. Әле иһә бындай документ алыу өсөн быйыл һуңғы йыл икән тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?
Вәсилә.
Нефтекама ҡалаһы.

Милек хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ алыуҙа бер ниндәй ҙә ваҡыт сикләүе юҡ. Тимәк, һеҙ теләгән ваҡытта быны эшләй алаһығыҙ, шулай ҙа был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәңәш ителә. Сөнки дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ менән генә һеҙ үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы иҫбатлау һәм милкегеҙгә бәйле төрлө мутлыҡтарҙан һаҡланыу мөмкинлегенә эйә булаһығыҙ. Бынан тыш, милек хоҡуғын теркәмәйенсә тороп һеҙ унда теркәлә лә, фатирығыҙҙы һата ла, бүләк итә лә, мираҫҡа ла ҡалдыра алмайһығыҙ.

Дарыуҙы ҡасан, нимә менән эсергә?

Йыш ҡына ауырыған ваҡытта дарыуҙы сәйгә лә, һутҡа ла ҡушып эсеп ебәрәбеҙ. Белеүемсә, был дөрөҫ түгел. Дарыуҙы теге йәки был аҙыҡ-түлек менән ҡушып ҡулланыуҙың да үҙ тәртибе бар. Шул хаҡта яҙып үтһәгеҙ ине.
Фәймә.
Бөрйән районы.


Һеҙ хаҡлыһығыҙ. Мәҫәлән, антибиотиктарҙы һөт менән эсһәң, уларҙың тәьҫир итеү көсө кәмей. Һөт аҙыҡтарын панкреатин кеүек әсегә бирешеп барыусы дарыуҙар менән ҡушып эсергә ярамай. Әгәр ҙә анемиянан дауаланаһығыҙ икән, шулай уҡ туҡланыуҙан һөт һәм һөт аҙыҡтарын, составында фитин булған аҙыҡтарҙы (сәтләүек, бойҙай, геркулес), шулай уҡ сәй, ҡыҙыл шарап, ҡәһүәне алырға кәрәк. Дарыуҙар менән дауаланған ваҡытта К витамины булған йәшелсәләрҙе (шпинат, брокколи, йәшел кәбеҫтә), цитраттарҙы (лимонадтағы, емеш һуттарындағы яһалма лимон кислотаһы), энергетик эсемлектәрҙе бик һаҡ ҡулланығыҙ.
Антидепрессанттарҙы шарап, һыра, сыр, ҡәһүә, фасоль, банан менән ҡушыу ярамай − ҡырҡа ҡан баҫымы күтәрелеп китеүе ихтимал. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының тонусын көйләүсе ҡайһы бер препараттарҙы грейпфрут һуты менән эсһәң, улар тағы ла нығыраҡ әүҙемләшеп китә. Был осраҡта ҡан баҫымы төшөп, баш ауыртыуы, йөрәк тибешенең көсәйеп китеүе ихтимал.
Инфекция эләккәндә һәм һалҡын алдырып ауырығанда дарыуҙарҙы аҡһымға бай аҙыҡ-түлек менән бергә ҡулланырға кәңәш ителмәй. Аҡһымдың был препараттар составына ингән матдәләрҙең йоғонтоһон кәметеүе бар.
Буш ашҡаҙанға дарыу нығыраҡ йоғонто яһай, шунлыҡтан табиптар яман шешкә ҡаршы көслө дарыуҙарҙы йәиһә антибиотиктарҙы ашағанға тиклем эсергә ҡуша. Ә бына ашҡаҙандың лайлаһына насар йоғонто яһаусы ауыртыныуҙы баҫыусы дарыуҙарҙы, киреһенсә, ашағандан һуң ҡулланырға тәҡдим итәләр.

Сығыу ваҡыты 4-06-2013, 14:01 | Ҡаранылар: 702
|
  • Иммунитетты нығытыу өсөн
  • Һорау - яуап
  • Беҙгә яҙалар:
  • Халыҡ дауаһы
  • Тик документтары теүәл булһын
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM