НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Велосипедта сәйәхәт Итергә яратам», –

“Велосипедта сәйәхәт Итергә яратам», –


“Велосипедта сәйәхәт Итергә яратам», –ти башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеүсе япон егете Юто Һишияма
Токиола йәшәп, башҡорт телен өйрәнгән студент егет Юто Һишияма менән интернет аша таныштыҡ та хатлаша башланыҡ. Тере башҡортто күргәне лә булмаған, башҡортса бөтөнләй уҡымаған егеттең телебеҙҙе белеүе хайран итте. Ул беҙҙең “ата башҡорт”, Ырымбур егете Вячеслав Чернев менән асҡан “Люблю башкирский” тигән төркөмөбөҙгә админ булырға ла ризалашты. Уның диуарын күҙәтеп барам. Фотоларҙа − Токио, тауҙар, тәбиғәт күренештәре, ҡасандыр милләттәшебеҙ Мөхәммәт Ҡорбанғәлиев ошо илдә мәхәллә ойоштороп, мәҙрәсә, мәсет һалған урында ҡалҡып сыҡҡан яңы мәсет. Япраҡ ярыр алдынан уҡ шау сәскәгә төрөнгән сакуралар…
Ә яңыраҡ “Яңы велосипедым” тип аталған фото һалып ҡуйҙы. Миңә был ҡылығы бик оҡшаны, бик кешесә итеп студент егет яңы әйберенә ҡыуана, моғайын да, уның өсөн был ваҡиға әһәмиәтлелер. Мин уға ошо хаҡта һорауҙар бирергә булдым.
Һеҙгә аңлайышлыраҡ булһын өсөн мин уның менән танышып ҡына киткән сағымдағы әңгәмәләрҙән өҙөктәр килтерәйем әле.

− Юто, баштан уҡ әйтәйем, башҡорт халҡында кешегә исеме менән генә өндәшеү килешмәй тип һанала. Үҙенән кескәйҙәргә туғаным, һеңлем, ҡарындаш тип һүҙ ҡушыу − ғәҙәт-йолабыҙҙан. Ҡалаларҙа инде ул юғалып бара, ә элек үҙенән саҡ ҡына ололарға ла апай, ағай тип кенә өндәшәләр ине. Ә атай-әсәйҙәрҙән олораҡтарға ҡарата инәй, олатай, бабай һүҙҙәре һәм башҡалар ҡулланылған. Һеҙҙә нисек? “Сан” тип мөрәжәғәт итеүҙәрен беләм…
− Был йәһәттән беҙ оҡшашбыҙ икән, япон телендә лә исемгә мотлаҡ итәғәтте, яҡынлыҡты күрһәткән берәй һүҙ ҡушып мөрәжәғәт итәләр.

− Һеҙгә нисегерәк һүҙ ҡушыуым дөрөҫ булыр? Юто-санмы?
− Юҡ, үҙеңдән кеселәргә кун тип өндәшеү йолаһы бар.
− Рәхмәт, Юто-кун, хәҙер инде үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине.
− Минең исем-фамилиям урыҫ телендә Юто Хисияма тип яҙыла. Башҡорт телендә Юто Һишияма тип яҙыу яҡшыраҡ буласаҡ тип уйлайым, сөнки һеҙҙә “ш” өнө йомшаҡ әйтелә. 1990 йылдың 10 авгусында Японияның баш ҡалаһы гүзәл Токиола донъяға килгәнмен. Беҙҙең ғаиләлә биш кеше: атайым, әсәйем, мин һәм ике һеңлем. Атайым журналист, әсәйем хужабикә. Һеңлеләрем университетта уҡый. Токио Сит телдәр университетының төрөк теле бүлегендә дүртенсе курста уҡыйым.
Ниәтем − аспирантура тамамлап, юғары уҡыу йортонда башҡорт һәм татар телдәре уҡытыу.
Инглиз, төрөк, татар һәм башҡорт телдәрен уртаса беләм (Юто артыҡ баҫалҡы: мин уның яҙғандарын бик аҙ төҙәттем – авт.). Мин сит телдәрҙе өйрәнергә, тауға менергә һәм йондоҙҙарҙы күҙәтергә яратам. Халҡыбыҙҙың тәбиғәтте яратыуы синтоизм нигеҙендәге мәҙәниәттән килә, тип уйлайым. Синтоизм буйынса, тауҙың, диңгеҙҙең, урмандың, йылғаның, таштың илаһтары бар тип һанала. Халҡыбыҙҙың борондан килгән инаныстары, йолалары был.

− Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда ниндәй транспорт менән файҙаланаһығыҙ? Маши­нағыҙ бармы?
− Машинам юҡ. Йыш ҡына тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрөп ләззәтләнәм. Яңы велосипед алыуым да мөһим яңылыҡтарымдың береһе. Шуға күрә уны күрһәтергә булдым. Ул элеккеһенән 10 килограмға еңелерәк тә, тиҙлеге лә юғары.
Мин аҙнаға өс көн велосипед менән университетҡа барам. Ял көндәрендә матур күренештәрҙе фотоға төшөрөү маҡсаты менән төрлө ерҙәргә сығып китәм. Велосипедтың, машина менән сағыштырғанда, тәбиғәткә зыяны аҙыраҡ һәм һаулыҡҡа файҙалы. Велосипедта йөрөй башлағас, 4 айҙа 5 килограмға ябыҡтым!

− Йәштәр күберәк ниндәй транспорт менән файҙалана?
– Японияла йәштәр күберәк велосипедта йөрөй. Башланғыс һәм урта мәктәптәрҙең күбеһендә велосипед менән килеү тыйыла, әммә юғары мәктәп һәм университетҡа күп кеше шуның менән килә. Йәштәр генә түгел, Японияла ололар ҙа велосипед ҡуллана. Эшкә велосипед менән барыусылар ҙа күп. Ҡатындар балаларын велосипед менән балалар баҡсаһына алып бара, магазиндарға ла шулай йөрөйҙәр.

− Башҡортостанда көҙ көнө төрки телдәр буйынса халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция буласаҡ. Ҡатнашырға теләгегеҙ юҡмы?
− Теләгем бик ҙур, әгәр финанс яғын хәл итә алһам, барырмын тип өмөт итәм. Ҡазанға ла саҡырғайнылар, тап матди мәсьәлә арҡаһында ҡатнаша алманым. Унан урыҫ телен белмәүем өсөн дә борсолам.

− Ҡайғырмағыҙ, аэропорт хеҙмәткәрҙәре инглиз телен белә, ә Һеҙ ул телдә һөйләшәһегеҙ. Унан, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтың күпселек өлөшө – төркиҙәр. Рәхәтләнеп яуап бирерҙәр. Беҙ Һеҙҙе республикабыҙҙа күрергә шат булырбыҙ. Көтәбеҙ.
Юто менән тулыраҡ танышҡығыҙ килһә, “Ватандаш” журналының быйылғы 4-се һанында сыҡҡан “Алыҫ һәм яҡын Япония” тигән интервьюны уҡығыҙ.

Гүзәл СИТДИҠОВА,
яҙыусы.

Сығыу ваҡыты 31-05-2013, 11:28 | Ҡаранылар: 977
|
  • Башҡорт ҡыҙҙары халыҡ-ара проектта ҡатнаша
  • Башҡорт ҡыҙҙары халыҡ-ара проектта ҡатнаша
  • «ҮҘЕҢ БУЛЫП ҠАЛ!»
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM