НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Көҙгө


Йәш ҡатын әсәһенә зарлана:
– Әсәкәйем, иремде күрә алмайым. Ул шул тиклем үҙгәрҙе! Мине бөтөнләй аңламай, хөрмәт итмәй һәм һәр ваҡыт әрләшә лә әрләшә. Минеңсә, ул мине яратмай башланы.
– Ә һин үҙең? Үҙең һуң уны хөрмәт итәһеңме? Уны аңлайһыңмы? – тип һорай әсәһе.
– Тағы нимә? – тип яуаплай ҡатын. – Уға үпкәләргә була, ә миңә – юҡ­мы ни? Ул миңә нисек, мин дә уға шулай! Ул мине хөрмәт итмәй икән, нишләп уны хөрмәт итергә тейешмен әле? Мине аңламай икән, ни өсөн мин аңларға тейешмен?
– Улай булғас, ҡыҙым, мөғжизә көтмә. Әле һин көҙгө һымаҡ. Ирең артынан уның хаталарын ҡабатлай­һың. Әммә, көҙгөнән айырмалы рәүештә, ҡатын иренең етеш­һеҙлектәрен генә күрергә тейеш түгел, ә тәү ҡарашҡа күренмәгән башҡа нәмәләрҙе лә тойорға бурыслы. Әгәр ҡатын мөләйем, йомшаҡ күңелле икән, тимәк, ире лә шундай булырға тырышасаҡ. Ҡатын кеше ирен хөрмәт итһә, ире лә уны хөрмәт итәсәк. Ирен ярата икән, ире лә уны яратасаҡ. Шуның өсөн дә ҡыҙым, – ти әсәһе, – һин иреңдең бөтә яҡшы яҡтарын күрергә тырыш. Бер-берегеҙҙе аңлап йәшәһәгеҙ, алда бөтәһе лә яҡшы буласаҡ…

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 28-05-2013, 12:08 | Ҡаранылар: 1324
|
  • Өләсәй кәңәштәре
  • Изге күңелле сабый хаҡында
  • Ҡатын-ҡыҙ хаҡында
  • Шаңдау – ул тормош
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM