НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Беҙ тыныслыҡ яҡлы

Беҙ тыныслыҡ яҡлы


 Беҙ тыныслыҡ яҡлыКүгәрсен районының «Башҡорт ауылы» туристик базаһында «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» II республика форумы, уның сиктәрендә мосолман йәштәре слеты уҙғарылды
Сараны БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт, конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторҙо. Мәр­тәбәле йыйында БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт, конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты рәйесе Нур­мөхәмәт Ниғмәтуллин, республиканың район-ҡалаларынан мосолман йәштәре, юғары һәм урта дини уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
– Күп йылдар инде Өфө Рәсәйҙәге исламдың баш ҡалаһы булып тора. Ошо осорҙа башҡа дин вәкилдәре мосолмандар менән дуҫ, татыу йәшәне. Республикабыҙ дини дошманлыҡты белмәне һәм белмәйәсәк тә. Башҡортостанда йыл һайын 50 – 70 яңы мәсет төҙөлә. Әлегә мосолман ойошмалары дини кадрҙарға киҫкен ҡытлыҡ кисерә. Күңеле саф, һүҙе аҡыллы булған белемле, һәләтле йәштәр кәрәк, – тип билдәләне, сараны асып, БР Президенты Рөстәм Хәмитов. – Алдыбыҙҙа торған төп бурыстарҙың береһе – үҙебеҙҙең дини белем биреү системаһына булышлыҡ итеү. Дәүләт был йәһәттән етди аҙымдар яһай. Беҙ Рәсәй Президентының Волга буы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Өфөлә округ төбәктәрендәге мосолман руханиҙары өсөн белемде камиллаштырыу үҙәген булдырыу башланғысын хуплайбыҙ. Баш ҡалабыҙҙа Үҙәк диниә назаратының Ислам академияһын асыу проекты буйынса эш дауам итә. Бөгөн абруйлы дини лидерҙар менән традицион исламды өйрәнеү һәм таратыу буйынса берлектә эш алып барыу мөһим.
Сарала ҡатнашыусыларҙы башҡа дин әһелдәре лә сәләмләне. Йәштәр форумы программаһында күп сара ҡаралғайны. Мосолман йәштәре «Ислам мәғарифы һәм уның үҫеш юлдары», «Мосолман йәштәре интернет-киңлектә», «Мосолман йәштәре араһында радикаль идеологияның таралыуы мәсьәләләре» секцияларында фекер алышты.
Сарала ҡатнашыусылар менән шулай уҡ тренингтар, «түңәрәк өҫтәл»дәр ҙә үткәрелде. Төрлө конкурстар, футбол, волейбол, милли көрәш буйынса спорт бәйгеләрендә һәр кем үҙенең таһыллығын һынаны. Йәштәргә «Ислам – экстремизмға ҡаршы» акцияһының икенсе этабын башлау уңайынан концерт программаһы тәҡдим ителде.
З. ХӘСӘНОВА.

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 11:50 | Ҡаранылар: 900
|
  • Үҙебеҙҙең дин белгестәре кәрәк
  • Мөһим йәмәғәт институты
  • «Иң изге теләктәр менән!»
  • Михаил Бабич Башҡортостанға килде
  • Михаил Бабич килеп китте
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)
  • Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)
  • Аулаҡтағы бер төн
  • Белем көнөн 1 сентябрҙа үткәрергә тәҡдим ителде
  • «Йәшлек» инселәгән һарыҡ кемгә эләгер?
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Тәүге ҡар менән! Иртәнсәк Белорет районында ҡар яуҙы.
  • Диплом ята кеҫәлә, була тыныс йәшәргә
  • Мин башҡортса һөйләшәм, ә һин?
  • Өнмө был, төшмө - был беҙҙең юлдармы?



  • Радио Юлдаш FM