НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Байҙарҙан аҡмаһа ла, тамһын әле…

Байҙарҙан аҡмаһа ла, тамһын әле…


Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында ҡиммәтле автомобилдәргә билдәләнгән һалым күләмен арттырыу тураһында закон ҡабул ителде. Транспорт һалымындағы үҙгәрештәр хаҡы 5 миллион һумдан артып киткән машиналарға ғына ҡағыла.
Хәҙер ҡиммәтле машиналар­ҙың хужалары һалымды юғары коэффициент буйынса түләй башлаясаҡ. Атап әйткәндә, хаҡы 5 – 10 миллион һум торған автомобиль хужалары транспорт һалымын ике тапҡырға күберәк бирәсәк. 10 – 15 миллион һум торған машина хужаларына һалынған һалым өскә ҡабатланасаҡ. Был машиналар­ҙың сығарыл­ғанына 10 йылдан да артыҡ ваҡыт үтмәгән булырға тейеш. Хаҡы 15 миллион һумдан артҡан машиналар өсөн дә шундай уҡ һалым ҡаралған. Бындай шәп автомобилдәр сығарылғанға 20 йылдан да артыҡ ваҡыт үтмәгән булыуы шарт.
Еңел автомобилдәрҙең хаҡын Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы билдәләйәсәк. Әйткәндәй, автомобилдәр иҫкерә барған һайын улар өсөн билдәләнгән һалым күләме кәмей бара, тип уйларға кәрәкмәй – депутаттар фекеренсә, бик ҡиммәтле машиналарҙың хаҡы бик әкрен төшә. Улар ун йыл эсендә генә ярты хаҡын юғалта, тип әйтеп булмай. Шуныһы ла бар – автомобилдең хаҡы тюнинглау һөҙөмтәһендә күтәрелеп китә. Ләкин был һалымдың күләмен билдәләгән ваҡытта күҙ уңында тотолмай, транспорт һалымы автомобилдең база хаҡына ғына һалына.
Ҡиммәтле автомобилдәр өсөн транспорт һалымын хужалары 2014 йылдың 1 ғинуарынан юғары ставкалар менән түләй башлаясаҡ.

Л. СОЛТАНОВА.

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 11:49 | Ҡаранылар: 685
|
  • Быйыл милек һалымы буйынса нимәләрҙе белеү мөһим
  • Был… байыраҡтарға ҡағыла!
  • Иң түбән эш хаҡы – 5500 һум
  • Байҙар илармы?
  • Төндә һатһаң – миллион һум штраф
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM