НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тәрбиәселәр


йәки Учалы балалар йортоноң һәр хеҙмәткәре күңел йылыһын үҙ тәрбиәләнеүселәренә йәлләмәй өләшә
ТәрбиәселәрУчалы балалар йортона күпме барһам да, ошоғаса бер тапҡыр ҙа унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр тураһында яҙғаным булманы. Хәйер, бер мин генә түгел, башҡа журналистар ҙа уларҙы гел күҙ уңынан ысҡындыра (яҙған хәлдә лә, тик берәй ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа ғына иҫләйҙәр). Ә бит юлдан яҙған ата-әсәләренең тәрбиәһенән, һөйөүенән мәхрүм булған балалар өсөн иң яҡын кешеләрҙе унда эшләүсе тәрбиәселәр алмаштыра. Улар балаларҙы төрлө ҡул эштәренә, аш-һыу, баҡсасылыҡ серҙәренә өйрәтә, үҙҙәренең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Учалы балалар йортонда тәрбиәүи маҡсатта хатта театр ҙа ойошторолған. Спектаклдәр менән ҡарттар йортона, балалар баҡсаларына, психоневрологик интернатҡа барған йәш артистар үҙҙәренең сығышынан, талантынан бик ҡәнәғәт ҡалған. Тәрбиәселәр ял көндәрендә, байрамдарҙа балалар менән бергә тәм-том бешереп, күмәкләп сәй эсеүҙе лә матур йолаға әйләндергән.
– Тыуған йорт йылыһын тулыһынса бирә лә алмайбыҙҙыр инде, ләкин хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ, – тине тәрбиәсе Гөлнур Шәғәрғәзина. – Тәрбиәләнеүселәр күп булһа ла, күңел йылыһын һәр береһенә еткерергә тырышабыҙ. Балаларҙы яратмаған кешеләр бында эшләй алмай ул, килә лә, бер аҙҙан кире китә.
БР-ҙың мәғариф отличнигы балалар йортонда һикһән бишенсе йылдан бирле эшләй. Һәр бер тәрбиәләнеүсеһе тураһында тик йылы хәтирәләр һаҡлаған Гөлнур Камил ҡыҙы йөҙ мең һумлыҡ Президент грантына эйә булған уҡытыусы Юлиә Фәсхетдинова, йырсы, композитор Ғәлинур Юламанов, һәләтле Максим Йосопов, Радик Хәмитов, Илшат Әбдрәшитов кеүек балалар менән айырыуса ғорурлана: «Юғалып ҡалманылар, тормошта үҙ юлдарын таптылар. Был улар өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә бик мөһим».
Ике тиҫтә йылдан ашыу элек Белорет педагогия училищеһынан һуң балалар йортона эшкә килгән Альбина Хафизованың хеҙмәт кенәгәһендә ошонда тәрбиәсе булып эшләүе хаҡындағы бер генә яҙыу бар. Башҡа ерҙә эшләй алмағанға түгел, ә ғүмерен атай-әсәйһеҙ ҡалған ҡыҙ һәм малайҙарға бағышлағанға ул икенсе урындан эш эҙләп маташмаған. Зилиә Мөфтәхетдинова ла эштән эшкә сабыуллап йөрөмәгән – йөрәген етем балаларға биргән. БР-ҙың мәғариф отличниктары Әнисә Фәррәхова, Гөлсирә Аллаярова, Венера Хаҙыева, Рәмзиә Разина, Әнүзә Хәсәнова – тәрбиәләнеүселәргә атайҙы ла, әсәйҙе лә, кәрәк­һә, өлкән апайҙы ла, хатта өләсәйҙе лә алмаштырған оло йөрәкле тәрбиәселәр. Ун ете йыл Учалы балалар йортонда эшләгән Сәғиҙә Имашева, нисек ошонда эшкә килдем, шунан бирле хатта декрет отпускыһына ла сығып торманым, ти: «Ауырыһам да, балалар янына киләм, сөнки уларҙы күрмәһәм, борсолоп бөтәм, ә былай барыһы ла күҙ алдымда булғас, тынысыраҡ. Беҙҙә телгә алынған тәрбиәселәрҙең барыһы ла шулай эштәренә мөкиббән киткән, балалар тип йәндәрен бүлеп биргән кешеләр».
– Балалар йортондағылар өсөн өҙөлөп йөрөп, үҙебеҙҙең балаларға ваҡыт та ҡалмай торғайны, – ти Гөлнур апай. – Шуға ҡарамаҫтан, һәр тәрбиәсенең ҡыҙҙары ла, улдары ла бынамын тигән шәп, аҡыллы, тырыш, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтер­мәй­ҙәр. Шөкөр, яңы эшләй башлаған Айгөл Ғәниева кеүек тырыш тәрбиәселәребеҙ бар, тимәк, беҙгә яҡшы алмаш килә.
– Йәйен дә беҙ кеше һымаҡ ял итмәйбеҙ ҙә ул, йәйге лагерҙа балалар янында ҡалабыҙ, – тип һүҙгә Рәмзиә Рамазан ҡыҙы ҡушыла. – Мин үҙем, мәҫәлән, ун биш йыл шунда эшләйем. Ошо балаҡай­ҙар менән эшләп, беҙгә кем генә булырға тура килмәй: артист та, тикшереүсе лә, сәскәсе лә, фермер ҙа һ.б., һ.б.
– Беҙгә етәкселәр тарафынан контроль дә кәрәкмәй, үҙебеҙ намыҫлы, тырышып эшләргә өйрәнгәнбеҙ, – тип коллегаларын йөпләй Гөлсирә Ғайса ҡыҙы. – Балалар йортонан сығып китеп, тормошта үҙ урынын тапҡан малай һәм ҡыҙҙарҙан аҙаҡ рәхмәт һүҙҙәре ишетһәк, ныҡ ҡыуанабыҙ, ә инде улар берәй еңеү яулаһа, әллә кем булып китәбеҙ, шул тиклем улар беҙгә яҡын, ҡәҙерле...
Уңышлы эшләп йөрөгән тәрбиәсе Светлана Заботина менән социаль педагог Рәзилә Мөжәһитова иһә элек үҙҙәре ошо балалар йортонда тәрбиәләнгән.
– Мин балаларҙың проблемаларын төптән беләм, сөнки үҙем дә ошонда үҫтем, – ти Рәзилә Реваль ҡыҙы. – Ни өсөн алдашҡандарын, урлашҡандарын аңлайым, ниндәй уйҙар менән йәшәгәндәрен тоям. Һуңғы йылдарҙа патронат эшен алып барам. Утыҙ биш бала патронат ғаиләлә тәрбиәләнә. Ҡасып ҡайтҡандары юҡ, ә бына уларҙы кире килтергәндәре бар. Ҡайһы бер патронат ата-әсәнең баланы ҡарар­ға хәленән килмәй, ҡайһы берҙәре һаулығы ҡаҡшау сәбәпле баланан баш тарта... Ә яңы атай-әсәй тапҡан балалар күпселектә ғаиләлә ҡалыр­ға тырыша, сөнки балалар йорто барыбер хөкүмәт йорто булып ҡала, ә уларҙың атайлы-әсәйле булғыһы килә. Патронаттағы алты бала төрлө уҡыу йортонда белем ала, уларҙан, каникулға балалар йортона ҡайтаһығыҙмы, тип һораһаҡ, юҡ, өйөбөҙгә ҡайтабыҙ, тип ышаныслы яуап­лайҙар. Патронат ата-әсәләргә ошо ышанысты биргәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ.
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының дүртенсе курсында белем алған Лилиә Нәбиуллина ла элек балалар йортонда тәрбиәләнгән. Рәзилә Реваль ҡыҙы менән Гөлнур Камил ҡыҙы етәкләгән төркөмдә йәшәгән һылыуҡай, тәрбиәселәремде һағынам, ти: «Уларға изгелектәре, һөйөүҙәре, иғтибарҙары өсөн ҙур рәхмәт! Учалы балалар йортонда биш йыл булдым, ошо ғүмер эсендә мине улар бар нәмәгә өйрәтте. Аптырап, кеше ярҙамына мохтаж булып ултырмайым: кәрәк икән, үҙем тегеп йә бәйләп кейем кейәм, уны матурлап сигеү өлгөләре менән биҙәйем, нимә теләйем, шуны бешерә алам... Гөлнур Камил ҡыҙы менән Рәзилә Реваль ҡыҙының ярҙамын баһалап бөтөрлөк түгел инде. Мин мәктәптә яҡшы уҡыным, ләкин берәй теманы аңламаһам, улар һәр саҡ аңлатып, төшөндөрөп бирә торғайны. Миңә тапшырылған Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар уларҙың да фиҙакәр эшенә лайыҡлы баһа ул. 2006 йылда Сулпан апайым мине опекаға алды. Тәүҙә өйрәнеп китеүе ҡыйын булды, ләкин һуңынан өйрәнелде. Апайыма иғтибары, хәстәрлеге өсөн рәхмәтлемен. Өйҙә, ғаиләлә йәшәү оҡшай миңә, ләкин ҡайһы ваҡыт балалар йортондағы осорҙо һағынам – бик күңелле йәшәнек беҙ! Аҙға ғына булһа ла шул көндәрҙе кире ҡайтарырға ине лә бит, әммә мөмкин түгел... Учалы балалар йортона ғүмерем ахырынаса рәхмәтле буласаҡмын».
Учалы балалар йортонда хеҙмәт дәресенән уҡытҡан (элекке тәрбиәсе) Шамил Әсәҙуллин менән Зифа Иҡсанова, тренер Азамат Әхмәҙиев, психолог Фәрҡимә Янцен, шәфҡәт туташтары Гөлнара Хамматова, Резеда Асҡарова һәм Гүзәл Шакирова, ашнаҡсылар Лена Әхмәтова, Әлфиә Шәйҡәтәрова, Альбина Шиклеева ла (әле хаҡлы ялда) – Учалы балалар йортоноң төп үҙәген тәшкил иткән хеҙмәткәрҙәр. Кер йыуыусы Гүзәл Ғәйнуллина, балта оҫтаһы Әүәл Әхмәҙиев, техник хеҙмәткәрҙәр Вәлиә Сәғиҙуллина, Лилиә Гончар, Валерий Каспаровичһыҙ ҙа балалар йортон күҙ алдына килтереп булмай. Ғаиләләрендә әллә нимәләр күргән, кескәй сағынан ҡайғы-хәсрәт һурпаһын күп һемергән балаларҙы тәрбиәләүгә, күңелдәрен йылытыуға улар ҙа үҙ өлөшөн индерә.
... Бында һәр төркөмдә төрлө йәштәге балалар тупланған. Ҡасан барһаң да, йоҡо, аш бүлмәләрендә тәртип, таҙалыҡ, тәҙрә төптәрендә гөл-сәскәләр атып ултыра. Балалар ҡышын йәшел һуған үҫтереп һатһа, әлеге ваҡытта борос, томат үрсетмәләрен ҡурсалайҙар. Кәштәләргә пластилиндан, һаламдан эшләнгән төрлө уйынсыҡтар теҙелгән, стеналарға һүрәттәр эленгән. Был күргәҙмәләргә эләгеү өсөн мотлаҡ һәләтле рәссам йәки скульптор булыу талап ителмәй, ни бары күңел һалып үҙ ҡулың менән ижад итеү кәрәк. Ҡыҙҙар йәшәгән бүлмәләрҙә уйын мөйөшө лә булдырылған. Уйынсыҡ өҫтәл, ултырғыс, карауаттарҙы малайҙар яһаған, ә япмалар­ҙы, ҡурсаҡтарға кейемде ҡыҙҙар үҙҙәре теккән. Бәләкәстәр ошо мөйөштә уйнарға ярата. Ә һәр уйында төп геройҙар, әлбиттә, әсәй һәм уның балалары. Йыш ҡына ҡыҙсыҡтар уйын мәлендә кинәт ҡурсаҡтарын ташлап, тәрбиәселәренә йүгерә, уларға һыйына һала – ете ят кешеләр уларҙың үҙ яҡынына әйләнгән...

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 11:36 | Ҡаранылар: 957
|
  • “Йөрәгемде балаларға бирәм”
  • “Балалар мәнфәғәте – иң мөһиме”
  • Иң оло баһа – балаларҙың рәхмәте
  • Балалар йортонда дуҫтар осрашыуы
  • Йыл әйләнәһенә – «Йәйләү»ҙә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM