НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Уҡыйбыҙ ҙа, файҙаһын да күрәбеҙ

Уҡыйбыҙ ҙа, файҙаһын да күрәбеҙ


Беҙ, оло йәштәге кешеләр, «Йәшлек»те уҡығас, йәшәреп киткәндәй булабыҙ. Ысынлап та, гәзит килеү менән тормош иптәшем ала һала ла, уҡый башлай. Мә, һин сканвордыңды сисә тор, тип, миңә аҙаҡҡы битен бирә лә ҡуя. Шулай итеп, йәштәр баҫмаһын ғаилә менән ярышып уҡыйбыҙ.
Ундағы шиғырҙар, хикәйәләрҙе яратабыҙ. Шулай уҡ файҙалы кәңәштәрегеҙ, ай һайын башҡарыла торған баҡса эштәре тураһындағы материалдарҙы ҡырҡып алып һаҡлайбыҙ. Бер ваҡыт Дамир Шәрәфетдиновтың беҙҙең республикала үҫкән дарыу үләндәре һәм ашарға яраҡлы үҫемлектәр тураһындағы мәҡәләләре сыҡҡайны. Ниңәлер хәҙер шуларҙы бирмәйһегеҙ.
Быйыл – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы. Беҙҙе ауыл ерендә сүп түгә торған урындар булмауы борсой. Йылға-күл буйҙары пластик, быяла шешәләр менән тулып ята. Элек быяла шешәләрҙе магазиндар ҡабул итә торғайны, хәҙер онотолдо.

Хәлил ҒҮМӘРОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Үрге Төкөн ауылы.

Сығыу ваҡыты 14-05-2013, 11:44 | Ҡаранылар: 606
|
  • Ә һеҙ тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙме?
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Һаҡланғанды ғына һаҡлар
  • Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы айҡанлы
  • Гәзит тә уҡырһығыҙ, бүләк тә оторһоғоҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM