НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Күсәр


Ҡымыҙ ҙа эсергә ярамай!
Белгестәр белдереүенсә, бер стакан кефир йәки кеүәҫ эскән кешенең организмынан алкоголь сығып бөтһөн өсөн 1,5 – 2 сәғәт ваҡыт кәрәк. Милләт һаулығы лигаһы эксперты Зәйнетдин Зәйнетдиновтың һүҙҙәре буйынса, «кефир йәки кеүәҫ эскән ҡайһы берҙәр­ҙең организмында 15 минуттан һуң бер ниндәй ҙә «эҙ» ҡалмай, ә кемдәрҙеңдер ҡанында алкотестер алкоголь барлығын күрһәтер».
Эксперттың билдәләүенсә, әсетеп эшләнгән продукттарҙың барыһында ла этил спирты бар. Кефирҙа, мәҫәлән, алкоголь кимәле бик түбән – яҡынса 0,2 процент. Әммә әгәр кефир оҙаҡ ултырған икән, ундағы спирт кимәле 1 процентҡа тиклем барып етә ала. Ҡымыҙҙа алкоголь кимәле – яҡынса 1 – 3 процент, кеүәҫтә – 0,6 – 2,2 процент. Бынан тыш, хатта алкоголһеҙ тип атал­ған һырала ла алкоголь бар – 0,5 процент.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел, юл хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, ил етәкселеге яңы закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы, водителдең ҡанында бер промиле спирт та булырға тейеш түгел. Бынан ары, алкотестер водителдең ҡанында саҡ ҡына булһа ла алкоголь барлығын күрһәтә икән, бер нисә йылға водителлек танытмаһы менән хушлашырға тура киләсәк.

Мөғжизәле брелок
Водителдәргә уңайлылыҡ өсөн тағы ла бер яңылыҡ уйлап сығарылған. Хәҙер махсус брелок ярҙамында айырым араны үтеү өсөн сарыф ителгән сығымдарҙы иҫәпләп сығарырға мөмкин.
Lemur EconoDriver тип аталған был брелок яҡынса 80 доллар тора һәм 1996 йылдан һуң сыҡҡан барлыҡ автомобилдәргә лә ярай. Ҡорамал ике өлөштән тора. Беренсеһе автомобилдең приборҙар панеле аҫтына махсус разъемға тоташтырыла. Ул брелок-компьютерға (икенсе өлөшө) машинаның күпме юл үтеүе һәм яғыулыҡ сарыф итеүе тураһында мәғлүмәт еткерә.
Электрон брелокка бензиндың хаҡын индерһәң, ул һеҙҙең сәйәхәтегеҙҙең күпмегә төшөүен иҫәпләп сығарасаҡ.
Бынан тыш, брелок водителдең машинаны йөрөтөү стилен анализлай һәм баһалай ала.

Телефондан – «Porsche»ға
АҠШ-тың Калифорния штатында йәшәүсе Стивен Ортез ике йыл эсендә бер нисә онлайн-килешеү һөҙөмтәһендә ябай кеҫә телефонын Porsche кабриолетына алмаштыра алған.
Үҫмер бизнесмен бушлай иғландар сайтында ҡулда булған кеҫә телефонын һатыу тураһында иғлан бирә. Артабан ул телефонын iPod Touch плеерына алмаштыра, ә уны MacBook Pro ноутбугына. Оҙаҡламай Ортез ноутбугы менән хушлаша һәм уның урынына тау велосипеды ала. Немец кабриолетына тиклем уның ҡулында иҫке генә Америка машинаһы, һуңынан 1975 йылғы раритет – Ford Broncо була. Һуңғыһын ул яҡшы немец машинаһына алмаштырыуға ирешә.

Транспорт һалымында экономИЯлап булырмы?
Оҙаҡламай Рәсәй Хөкүмәте күптәргә транспорт һалымында, шулай уҡ ОСАГО-ла аҡсаһын экономияларға мөмкинлек бирәсәк. Әгәр эшләнеп ятҡан норматив акттар проекты ҡабул ителһә, транспорт сараһын илебеҙҙең теләһә ҡайһы төбәгендә теркәргә мөмкин буласаҡ. Автомобиль хужаһының йәшәү урыны һәм пропискаһы артыҡ мәғәнәгә эйә булмаясаҡ.
Шулай итеп, һәр кем үҙенең «тимер ат»ын транспортҡа һалым коэффициенты түбән булған ҡалала теркәтә ала. Бынан тыш, автоһөйөүселәргә техник тикшереүҙе үтеү ҙә ябайлашасаҡ. Әммә был яңылыҡ тик өр-яңы машиналарға ғына ҡағыла.
Техник тикшереү мәсьәләһе менән һуңғы осорҙа бик етди шөғөлләнәләр. Күпмелер ваҡыт элек техник тикшереү процедураһын еңелләштереүсе закон проекты ҡабул ителгәйне. Уныһы ла машинаның хужаһы күрһәтергә тейеш документтар исемлеген ҡыҫҡартыу иҫәбенә.
Хәҙер һүҙ яңы автомобилдәр­ҙең хужаларын техник тикшереүҙән бөтөнләй азат итеү тураһында бара. Яңы машиналарға техник тикшереү үтеү тураһындағы таныҡлыҡ салондарҙа уҡ биреләсәк.
Тимәк, автосалондар киләсәктә машинаны ЮХХДИ-ла теркәүҙә лә ҡатнаша аласаҡ. Автомобилгә автосалонда уҡ номер ҙа биреләсәк.
Был яңылыҡтар менән файҙаланыу өсөн закондың ҡабул ителеүен көтөргә генә ҡала.

Беҙҙе ГЛОНАСС һаҡлаясаҡ
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин 2012 йылдан алып илебеҙҙә эшләнгән барлыҡ автомобилдәрҙе лә «Эра-ГЛОНАСС» комплексы менән йыһазландырырға тәҡдим итте.
Был заманса система ярҙамында махсус хеҙмәттәрҙе юл-транспорт фажиғәләре тураһында мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҫкәртеп буласаҡ. «Навигация-мәғлүмәт системаһы» йәмғиәте «Эра-ГЛОНАСС» комплексына бәйле пилот проектын тормошҡа ашыра башлаған да инде. Быйыл проект өсөн инфраструктуралар төҙөләсәк һәм илебеҙҙең бер нисә төбәгендә, атап әйткәндә, Мәскәү ҡалаһында, Подмосковьела һәм Татарстанда был ҡорамалдар тормошта һыналасаҡ.
Комплекс ЮХХДИ һәм «ашығыс ярҙам» хеҙмәтенең юл-транспорт фажиғәләре урынына килеп етеү ваҡытын 10 – 30 процентҡа ҡыҫҡартасаҡ һәм һәләкәттәрҙә үлеүселәр һанын бермә-бер кәметәсәк, тип көтөлә. Аварияларҙы махсус бәрелеш датчигы күҙәтеп бара. Юл һәләкәтен теркәүсе система эшләһә, сигнал 112 номеры буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәктәге үҙәгенә еткереләсәк.
Ялған саҡырыуҙарҙы булдырмау маҡсатында, сигнал килеү менән оператор тиҙ генә водитель менән бәйләнешкә сығырға тейеш. Әгәр водитель бәйләнешкә сыға алмай икән, урынға «ашығыс ярҙам» машинаһы ебәрелә. Был хеҙмәт барлыҡ водителдәр өсөн дә бушлай буласаҡ.
«Эра-ГЛОНАСС» комплексы Рәсәйҙең навигация спутнигы системаһы базаһында эшләйәсәк. 2010 һәм 2011 йылдарҙа ГЛОНАСС-тың йыһан һәм ер инфраструктураһы үҫешенә 48 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

«Шкода» арзаная

Skoda компанияһының етәкселеге үҙҙәренең автомобиль маркалары гаммаһы араһында иң арзан буласаҡ субкомпактлы автомобиль эшләүгә рөхсәт бирҙе.
Яңы автомобилдең исеме лә билдәләнгән – Joyster. Арзан машина конвейерҙан тик 2012 йылда ғына төшәсәк. Суб­компактлы «Шкода» ике өс цилиндрлы мотор менән тәьмин ителәсәк – бер литрлы бензин һәм 1,2 литрлы дизель моторы ме­нән. Ул Joyster Toyota iQ һәм Peugeot 107 автомобилдәренә конкурент бул­маҡсы.

100 йәшлек водитель
Голландияла Йос Янссен исемле пенсионер, 100 йәше тулғас та, үҙенең водитель танытмаһының ваҡытын арта­­бан оҙайтырға булған.
Табиптар илдәге иң ҡарт водителгә тағы ла биш йыл дауамында автомобиль ме­нән идара итергә рөхсәт биргән. Пенсионер ҡыуанысынан хатта яңы автомобиль һатып алған.
Йос Янссендың дөйөм водитель стажы – 82 йыл. Уның һүҙҙәре буйынса, йәш сағында автомобилдә сәйәхәт итергә яратҡан һәм йыл һайын яҡынса 80 мең саҡрым юл үткән. Әммә хәҙер пенсионер машинала күберәк тик магазиндар буйлап һәм табипҡа йөрөй, йылына яҡынса 7 мең саҡрым ара үтә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡарт водитель «тимер ат»ына көн һайын тиерлек ултыра.

Иҫке, әммә иң ҡиммәтле
Донъялағы иң ҡиммәтле автомобиль (30 – 40 миллион доллар тора) күргәҙмәгә ҡуйылған.
1936 йылғы Bugatti Type 57SC Atlantic автомобилен Американың Калифорния штатындағы автомобиль техникаһы музейында күрергә мөмкин. Баҡтиһәң, был автомобиль маркаһының ике данаһы ғына һаҡланып ҡалған. Берәүһе – билдәле Америка дизайнеры Ральф Лорендың ҡулында, ә икенсеһе быйыл аукциондан рекордлы хаҡҡа һатылған, әммә хужаһының исеме әлегәсә сер булып ҡала.

Тәгәрмәс ял иткәндә

Пассажирҙар менән тулы автобус яйлап ҡына тауҙан аҫҡа төшә башлай. Уның артынан йән-фарман ир кеше йүгерә:
– Туҡтағыҙ, барыбер ҡыуып етә алмаясаҡһығыҙ бит, – тип йылмая уға автобустағы бер пассажир.
– Мотлаҡ ҡыуып етергә тейешмен, мин бит авто­бус­тың водителе!

***
Ҡатын руль артында ултыра, ә эргәһендә – бар нәмәгә битараф йөҙлө ире. Ҡатын – иренә:
– Ҡәҙерлем, әйтмәҫһеңме икән, ни өсөн беҙҙең алдан барыусы йәйәүле инде 15 минут буйына йүгерә?
– Бәлки, һин тротуарҙан юлға сығырһың.

***
Автооҫтаханала:
– Әйтегеҙ әле, был машина менән берәй нәмә эшләп буламы? – тип һорай заказсы.
– Әлбиттә! – ти оҫта. – Алғы һәм артҡы бам­перҙарҙы ғына сисергә лә, уларҙың араһына яңы автомобиль индереп ҡуйырға кәрәк...

***
Ир кеше – руль артында, артҡы ултырғыста – ҡатыны. Тимер юлын үткән саҡта, ир машинаны ҡапыл туҡтата. Уларға табан елдереп поезд килгәне күренә. Ҡатыны, сәбәләнеп, ҡурҡышынан ҡысҡыра башлай.
– Әйҙә, әйҙә! – ти ире, ҡәнәғәтлек кисереп. – Һин бөгөн көнө буйына артта ғына ултырып машина менән идара иттең. Бына мин үҙемдең өлөшөм менән рельстан сыҡтым, ә һин үҙеңдеке менән ни хәл итер­һең?

Сығыу ваҡыты 14-08-2010, 15:33 | Ҡаранылар: 1577
|
  • Юл ҡағиҙәләре ҠАН менән яҙылған
  • Күсәр
  • Машинаны номеры менән һатырға мөмкин
  • Тәгәрмәс
  • Күсәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM