RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ямғырға бирешеү ҡайҙа?! Беҙҙә сәсеү гөрләй!

07.05.2013 Ямғырға бирешеү ҡайҙа?! Беҙҙә сәсеү гөрләй!

Ямғырға бирешеү ҡайҙа?! Беҙҙә сәсеү гөрләй!Баҫыуҙарыбыҙ гөрләп торған заман етте – илдә яҙғы мәшәҡәттәр башланды. Башҡортостан Республи­каһының Ауыл хужалығы буйынса консультациялар үҙәге биргән мәғлүмәттәр буйынса, әле 54 районыбыҙҙың 47-һендә яҙғы сәсеү эштәре бара. Ярауай культуралар дөйөм майҙандың 6 процентында тиерлек сәселгән дә инде.
Яҙғы сәсеү эштәренә ямғырҙар саҡ ҡына ҡамасаулай, әлбиттә. Әммә үткән йылдағы ҡоролоҡтан йонсоған халыҡтың күңелен был ғына ҡырмай. Ямғыр туҡтаған арала ғына ла дәртләнешеп, ең һыҙғанып эшләйҙәр. Сәсеү буйынса бигерәк тә Дүртөйлө районы хужалыҡтары тырышлыҡ күрһәтә – унда планлаштырылған майҙандың 17 процентында яҙғы эштәр тамамланған. Шулай уҡ Илеш, Саҡмағош, Бүздәк, Өфө райондарының ялан батырҙары ла алдынғылар рәтендә. Атап үтелгән райондарҙың барыһында ла ауыл хужалығы техникаһына ла, орлоҡҡа ла ҡытлыҡ юҡ, хужалыҡтар тулы ҡеүәтенә эшләй.
Республиканың бик күп райондары шәкәр сөгөлдөрөн сәсә башларға тора. Был эш Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Шишмә ра­йондары хужалыҡтарында башланған да инде. Башҡортостанда бөтәһе 24 районда шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәләр, был тотош республиканы шәкәр менән тәьмин итергә етә. Әйткәндәй, быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы һәйбәт булыр тип фаразлана – әлегә бының өсөн тәбиғәт бөтә шарт­тар­ҙы ла тыуҙырған. Респуб­ли­каның 20 районында көнбағыш сәсеү әүҙем бара, был культура планлаштырылған майҙандың 2 процентында сәселгән.
Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Саҡ­мағош һәм Шаран райондары хужалыҡтары күп йыллыҡ үлән­дәр­ҙе ашлау эшен тамамланы. Республика буйынса алғанда, күп йыллыҡ үләндәр планлаштырыл­ған майҙандың яртыһында аш­лан­ған. Әлеге ваҡытта ауыл эшсәндәре тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу сараларын – минераль ашламалар алыуҙы дауам итә. Күп кенә райондарҙа уларҙың запасы ярайһы ғына, башҡалар етмәгәнде табырға тырыша.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Николай Коваленко эш сәфәре менән Көньяҡ Урал райондарында булды. Ул яҙғы сәсеү эштәренең барышын тикшерҙе, хужалыҡтарҙағы проблемалар менән яҡындан танышты.
Метеорологтар ҙа беҙҙе ҡыуандырырлыҡ хәбәр еткерә – ошо көндәрҙә ямғырҙар туҡтап, көндәр ныҡлап йылытасаҡ. Шулай булғас, хәйерле сәғәттә, игенселәр, тупраҡҡа төшкән һәр бөртөк орлоҡ мул уңыш килтер­һен!

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”